Бөтә яңылыҡтар
Фоторепортаж
23 Октябрь 2019, 11:25

ТӨНДӘЛЕКТӘР... Фермерҙар ни өсөн баштан-аяҡ ҡораллана? Үҙ ерҙәрен һаҡлау һәм күршеләренекен баҫып алыу өсөн.

Төндәлектәр... Фермерҙар ни өсөн баштан-аяҡ ҡораллана? Үҙ ерҙәрен һаҡлау һәм күршеләренекен баҫып алыу өсөн.

Кем уйлаған?.. Рәшит Солтангәрәевтың 90-сы йылдар уртаһында яҙған “Кешеләр” повесын хәтерләйһегеҙме? Һис юғы, урындағы телевидение аша төн уртаһында ай һайын, тип әйтерлек, күрһәтелгән “Айғырыңды үтескә бир?” комедияһын ҡарағанығыҙ бармы? Рәшит ағай повесын автоматчиктар эйәртеп колхозды таратырға килгән хакимиәт башлығы менән башлап ебәрһә, “Айғырыңды үтескә бир”ҙә Хәмиҙула менән Сынтимер күҫәктәр күтәреп сабынлыҡтары өсөн яуға ташлана. Кемдер, бында яңылыҡ юҡ, бер ҡарыш ер, бер һәнәк бесән өсөн ғүмер буйы алышҡандар, тип көлөмһөрәр.
Ростов өлкәһендә ике ғаиләнең көтөүлек өсөн ҡан ҡойоуҙары тураһында хәбәрҙе уҡығас, иң тәүҙә Рәшит ағайҙың повесы менән айғырҙарымды иҫкә төшөрҙөм. Ни тиклем алдан күргәнбеҙ һәм шул тиклем бер ҡатлы булғанбыҙ. Хәҙер күҫәк түгел, оптик прицеллы һунар карабиндары, автоматтар дәүере етте. Иң ҡыҙығы шул, ике ғаиләнең һуғышыуын ентекләп видеоға төшөрөп торғандар, бәлки кемдер онлайн интернетҡа тапшырғандыр әле.
Ваҡиғалар ауылда бара, ике ғаилә фермерҙеры низағты хәл итеү өсөн һөйләшергә була. Ләкин тыныс аралашыу килеп сыҡмай, ирҙәр мылтыҡтарын килтереп сығара һәм бер-береһен ҡыра башлай. Һөҙөмтәлә бишәү үлә, ике кеше ҡаты яралана, иҫән ҡалғандары ҡаса, уларҙы полиция эҙләй.
Чехов әйтмешләй, сәхнә түрендә мылтыҡ эленеп тора икән, ул тамаша аҙағына атырға тейеш. Лев Толстойҙы иҫкә төшөрөгөҙ, кешегә күпме ер кәрәк?
Ә һеҙ донъяла иң күп майҙан биләгән Рәсәйҙә кешеләргә һәм уларҙың малдарына көтөүлек етмәүенә ышанаһығыҙмы?
Читайте нас: