1990 йылдың башында БАССР һәм РСФСР Халыҡ депутаттарын һайлау кампанияһы бер ыңғай үтте. Рәсәй депутаттарын һайлаған округтарҙа бер түгел, дүрт яҙыусыбыҙ ҡатнашты. Ғафури – Ишембай округында Ноғоман Мусин, ә Көньяҡ (Ишембай – Салауат – Мәләүез һ.б.) һайлау округында 7-8 кандидат араһында Ғәзим Шафиҡов менән Гөлфиә Иҙелбаева, Стәрлетамаҡ – Туймазы һ.б. округында Вил Ғүмәров бар.
Әйткәндәй, кандидаттар күрһәтелде, әммә һайлау алды кампанияһы башланып өлгөрмәне, Рәшит ағай Солтангәрәевтың ҡәләмдәш депутаттарының Юғары советтағы мажаралары хаҡында көләмәсе әҙер һәм уны барлыҡ Өфө һөйләй ине.
Өс өлкән ҡәләмдәшемдең дә миңә мөнәсәбәте бар, сөнки мин Ишембайҙа йәшәйем һәм “Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып эшләйем. Ноғоман ағай бик әүҙем агитация алып барҙы. Беренсе турҙа икенсе урынды алған Барсуковтан, ике тапҡыр тип әйтерлек, күберәк тауыш йыйҙы һәм икенсе турға сыҡты.
Салауаттан ҡайтып киләм, ҡараһам, автовокзалда Ғәзим ағай осраны. Ишембайға һайлаусылар менән осрашыуға бара икән. Һуңлап бара, киске алтыла урындағы мәҙәниәт һарайында булырға икән. Тиҙ генә автобусҡа ултырып, Ишембайға елдерҙек, алты тулыр-тулмаҫ мәҙәниәт һарайына барып индек. Ишек алдында ҡыҙыу бәхәс бара. Мәҙәниәт һарайы директоры Ғәзим ағайҙың осрашыуын үткәреүгә рөхсәт бирмәй. Тегендә шылтыратабыҙ, эш сәғәте бөткән, берәү ҙә юҡ. Булыр ине, Ҡала советы рәйесе үҙе лә кандидат, шуның ярандары тырыша. Әйткәндәй, рәйес икенсе турға үтә алманы.
Ғәзим ағай аптырап торманы, беҙ бындай мөнәсәбәткә өйрәнгән инде, тигән ҡиәфәт менән һайлау алды агитацияһын аяҡ өҫтө генә башлап ебәрҙе. Халыҡ йыйылып китте, беҙ ишек алдынан фойеға бәреп индек һәм һөйләшеүҙе дауам иттек. Бик ҡыҙыҡлы, фәһемле, асыҡтан-асыҡ һөйләшеү булды. Ғәзим ағай барлыҡ һорауҙарға бик ҡыйыу һәм ентекле яуап бирҙе. Аҙаҡ һөйләшеү урамда дауам итте.
Йәйәүле кандидатҡа ҡунаҡханала ҡайҙан урын булһын, Ғәзим ағайҙы фатирыма алып ҡайтып, ҡунаҡ итеп, икенсе көнөнә Мәләүезгә оҙатып ебәрҙем. Был һайлауҙарҙа Гөлфиә апай Иҙелбаева еңеп сыҡты, Ғәзим ағай икенсе урын менән бик ҡәнәғәт ине.
Ноғоман ағайҙың еңеп барыуын Ғафури һәм Ишембай партия аппараттары, аҫтыртын рәүештә әүеш-тәүеш итеп, юҡҡа сығарҙы.
Вил Ғүмәров. Ул һайлау кампанияһын үҙенә генә хас афоризм менән баһаланы: “Мин бер ай буйына ҡунаҡханарҙа бушлай ҡунып, башҡа кандидаттар менән бергә туйғансы бушлай ашап йөрөнөм”.
Ғәзим ағайҙың бер һүҙе иҫтә ҡалған, йылдар буйы уйлағандарымды ай буйына һөйләп йөрөнөм, бер тыйыусы булманы. Халыҡ хаҡиҡәткә һыуһаған икән, тине.