Бөтә яңылыҡтар
Фоторепортаж
16 Октябрь 2019, 11:00

ТӨНДӘЛЕКТӘР... Кисә халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө булған... Ә беҙ, игелекһеҙҙәр, был хаҡта белмәй ҙә ҡалдыҡ.

Төндәлектәр... Кисә халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө булған... Ә беҙ, игелекһеҙҙәр, был хаҡта белмәй ҙә ҡалдыҡ.

Календарҙа шундай көн бар икән шул. Уйлауымса, уны бик аҡыллы, ауыл тормошон белгән, ҡатын-ҡыҙҙың хәлен аңлаған кеше уйлап тапҡандыр. Мең рәхмәт уға.
Ауылда һәм ҡалала көн итеүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың тормошон, йәшәү һәм эш шарттарын сағыштырыу урынһыҙ. Ҡалала йәшәүселәр цивилизация мөмкинлектәренән йышыраҡ файҙалана, тимәк, үҙен дә ҡарай ала.
Ни хәл итәйек, ауылда тормош еңелдән түгел. Ауылдағы хужалыҡтың һөтсөлөк фермаһында эшләүсе һауынсыларҙы ғына алайыҡ. Мал аҙығын ташы, һөт феләгтәрен күтәр, еүеш, ҡышын һалҡын, уңайлыҡтар бик самалы. Күпселек ауылдарҙа яҙын ирегән ҡар һымаҡ юҡҡа сыҡҡан мал ҡуралары ла ауыр ҡул хеҙмәтен күтәрә алмауҙан бөлөп бөтмәнеме икән?
...Һикһәненсе йылдар аҙағында тыуған яҡҡа ҡайтҡас, Табылдыға барып еттем. Урындағы хужалыҡҡа атайымдың дуҫы Вәғиз Мөхәмәтшин етәкселек итә ине. Яңы ғына ҡойоп ямғыр үткән, ер елләп тә бара, һауа саф, ел дә юҡ. Вәғиз Мәжит улы миңә: “Әйҙә, бында томорҡо, урман һыҙатына сығып ултырайыҡ”, – тине. Күләгәлә һөйләшеп ултырабыҙ. Эргәлә генә сөгөлдөр баҫыуы, ер кипкәс, ҡатын-ҡыҙ, тәпкеләрен тотоп, утауға килә. Ерҙән һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә ап-аҡ дым күтәрелә, танауға әллә дарыу, әллә дауахана еҫе килә. Вәғиз бабай баҫыуға күрһәтеп: “Гербецид индергәйнек, шул дымланып, күтәрелә. Беләһеңме, хәҙер ошо баҫыу эргәһенән үтеүе лә ҡурҡыныс, ә беҙ ҡатындарҙы утауға ҡыуабыҙ”, – тине әсенеп.
Былтыр көҙ генә Фәүзиә исемле класташты һуңғы юлға оҙаттыҡ. Фәүзиәне ерләгәндә мин Вәғиз бабайҙың һөйләгәндәрен иҫкә төшөрҙөм. “Орлоҡ ағыулағанда Фәүзиә гел алдан йөрөй торғайны, хәҙер кем эшләр инде?” – тип иҫкә төшөрҙө ауылдаштар.
Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнөн тәғәйенләүселәр был хаҡта ҡайҙан белде икән?
Читайте нас: