Бөтә яңылыҡтар
Фоторепортаж
15 Октябрь 2019, 09:45

ТӨНДӘЛЕКТӘР... Бер фотоһүрәт ыңғайынан бер нисә һүҙ. Алексей Леоновты күрмәй ҡалыр инем.

Төндәлектәр... Бер фотоһүрәт ыңғайынан бер нисә һүҙ. Алексей Леоновты күрмәй ҡалыр инем.

2010 йыл. Санкт-Петербург. Васильев утрауы. Күргәҙмәләр залы. Гәзиттәрҙең баш мөхәррирҙәрен “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең сираттағы съезын яҡтыртырға ебәрҙеләр. Мөһим саралар алдынан ғына була торған күңелле шау-шыу һәм баштар диңгеҙенә күмелеп йөрөйбөҙ. Көтмәгәндә юлымда Украинаның шул саҡтағы президенты Виктор Янукович тап булды.
– Здравствуйте, Виктор Фёдорович! – тинем мин тауышыма мөмкин тиклем олпат төҫ бирергә тырышып.
Ишетте, суҡынған. Башын минең яҡҡа борҙо:
– Здравствуйте! А мы с вами знакомы?
– Конечно, знакомы. Помните, четыре года тому назад мы участвавали в таком же съезде “Единой России” в Красноярске. – тинем мин ҡыйыуланып.
– Вы уверены, что я вас помню?
– Нет, конечно. Можно с вами сфотографироваться?
– А ты кто?
– Я из газеты “Башкортостан”…
Ул арала булмай мин Януковичтың ҡулдарынан эләктереп тә алдым.
– А я вице-президент корпорации “Альфа-Банк”…
Бәй, халыҡ диңгеҙен йырып, ике тапҡыр Советтар Союзы геройы, лётчик-космонавт Алексей Леонов килеп сыҡты.
– Ладно, ладно, я вас знаю, – тип Виктор Янукович уң ҡулы менән космонавты ҡосаҡлап алды.
Бына шулай был фотоһүрәттең тарихы. Украинаның элекке президенты ҡайҙа йөрөйҙөр, белмәйем, ә лётчик-космонавт Алексей Леоновты бөгөн ерләйҙәр. Ауыр тупрағы еңел булһын…
Читайте нас: