Бөгөн Әнүәр Муллағәле улы Абдрахмановты яҡындары, ауылдаштары, хеҙмәттәштәре, дуҫтары һуңғы юлға оҙата. Ә ҡасан ғына уны 70 йәше менән ҡотлағайныҡ.
Кемдәрҙең ауыл сауҙаһына (сельпо, райпо, “Башпотребсоюз”) мөнәсәбәте бар, Әнүәр Муллағәле улын яҡшы белә. Иң тәүҙә Күндерәк сельпоһында эш башлағайны, аҙаҡ Стәрлебаш райпоһында эшләне, Раевка межрайбазаһында директор вазифаһын биләне, аҙаҡ “Башпотребсоюз” рәйесе урынбаҫары булып ике тиҫтә йылдан ашыуыраҡ эшләне. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре, БР Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, һуңғы йылдарында Башҡортостан кооператив техникумы директоры. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, йөкмәтелгән вазифаһын яуаплылыҡ, егәрлелек һәм намыҫ менән башҡарҙы.
Әнүәр ағайҙың атаһы Муллағәле бабай менән әсәһе Ғәзимә инәй ауылдың ябай кешеләре ине. Муллағәле бабай легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов менән һуңғы яуҙарҙың береһендә һуғыша, көс-хәл менән ҡамауҙан сыға, яуҙаштары менән дивизия штабының документарын ҡотҡарыуҙа ҡатнаша. Тик ҡаты яраланып, госпиталгә оҙатыла һәм уны наградаға тәҡдим итеү тураһында ҡағыҙҙар юғала. Ғәзимә инәй хаҡлы ялға сыҡҡансы колхозда төрлө эштәрҙә йөрөнө.
Ауылдаштарым балаларын тәрбиәләгәндә өлгө итеп Әнүәр ағайҙы килтерә: “Уҡығыҙ, әгәр Әнүәр һымаҡ уҡыһағыҙ, ҙур кеше булырһығыҙ”, – тиҙәр. Ауылыбыҙҙа өлкән ағайыбыҙҙың өлгөһөнә эйәреүселәр байтаҡ. Әнүәр ағай хөрмәтле еңгәбеҙ менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр, юғары белем бирҙеләр, икеһе лә яуаплы вазифаларҙа намыҫлы эшләй.
Тыныс йоҡо, хөрмәтле Әнүәр Муллағәле улы! Ҡараңғы гүрҙәрегеҙ яҡты, ауыр тупраҡтарығыҙ еңел булһын!
Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Хоҙай һеҙгә түҙемлек бирһен.