Бөтә яңылыҡтар
Фоторепортаж
12 Октябрь 2019, 00:40

ТӨНДӘЛЕКТӘР... Төндәлектәр Бабич, Хоҙайбирҙин, Нобель лауреаттары билдәле.

Төндәлектәр... Бабич, Хоҙайбирҙин, Нобель лауреаттары билдәле.

Кисә һәм бөгөн донъялағы иң абруйлы премияларҙың лауреаттары иғлан ителде. Шуға иғтибар иттем, лауреат исеменә лайыҡ булғандарҙың икәүһенән башҡа барыһын да яҡшы беләм, ижадтары менән танышмын, уларҙың еңеүен шик аҫтына ҡуйыу уйымда ла юҡ. Ҡәләмдәштәр тураһында әйтеп тә тормайым, дүртеһе лә көнө-төнө бары тик үҙҙәренең эшен генә уйлап, ҡайһы ваҡыт хатта ял тураһында ла онотоп ижад иткән егәрле хәбәрселәр. Ә инде Бабич премияһына лайыҡ булыусыларға килгәндә, талантлы йәштәребеҙҙең күплегенә хайран ҡалдым. “Ҡоштар нимә хаҡында һайрай?”ҙы күрҙем, “Бабич” фильмын ҡараным, “Арғымаҡ”тың концертына күп тапҡыр һоҡландым.
Дәғүәселәр ҙә күп һәм көслө ине, жюриға улар араһынан иң-иңдәрҙе һайлап алыуы һис тә еңел булмағандыр.
Ә кисә генә “Ағиҙел”дең йыллыҡ лауреаттарын барлап ултырҙыҡ. Аллаға шөкөр, конкуренция республиканың төп әҙәби журналында ла көслө генә булмаҡсы. Беҙ иһә журналдың йыллыҡ лауреаттары исемен халыҡ яҙыусылары, халыҡ шағирҙары, күренекле әҙиптәр араһынан эҙләрбеҙ, тип уйлайым. Быйыл, мәҫәлән, журналдың йөкмәткеһен байытыуҙа ҡатнашҡан Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Салауат Әбүзәр, Шәйехзада Бабич премияһы лауреаты Гөлназ Ҡотоева, “Әҙип тормошо” рубрикаһын алып барыусылар Нияз Мәһәҙиев (үлгәндән һуң), Зөһрә Ҡотлогилдина һымаҡ ҡәләм оҫталары араһынан эҙләрбеҙ, ахыры. Быйыл социаль селтәрҙәрҙә, “Ағиҙел” һәм “Һәнәк” сайттарында әүҙем ҡатнашҡан Баймаҡтан Гөлдәр әбей (сәсән, шағир-импровизатор, һәр мәсьәләгә үҙ ҡарашы бар) менән Ғәҙилә Бүләкова еңеүсе булырлыҡ түгелме ни?
Шулай, тормош дауам итә, лауреат итеп иғлан итерлек әҙиптәребеҙҙең байтаҡ булыуы күңелде тынысландыра.
Читайте нас: