Бөтә яңылыҡтар
Фоторепортаж
8 Октябрь 2019, 01:00

ТӨНДӘЛЕКТӘР... Инәйҙәрем хәҙер йәннәттәлер инде. Ҡапҡа төптәрендә хәҙер беҙҙе берәү ҙә көтмәй.

Төндәлектәр... Инәйҙәрем хәҙер йәннәттәлер инде. Ҡапҡа төптәрендә хәҙер беҙҙе берәү ҙә көтмәй. Әле етмешенсе йылдарға тиклем ауылдарҙа һалам башлы бәләкәй генә тәпәш йорттар күп була торғайны. Ундай йорттарҙа, ғәҙәттә, кеше күп йәшәмәй, берәү, икәү, бик һирәктәрендә – өсәү.

Әле етмешенсе йылдарға тиклем ауылдарҙа һалам башлы бәләкәй генә тәпәш йорттар күп була торғайны. Ундай йорттарҙа, ғәҙәттә, кеше күп йәшәмәй, берәү, икәү, бик һирәктәрендә – өсәү.
Күбеһе яңғыҙ донъя көтөүсе инәйҙәр ине. Хәҙер исемдәрен дә хәтерләмәйем. Шул инәйҙәр эргәләренән үтеп китһәң: “Кем балаһы һин, улым? Кил әле, бер яратып ҡалам, мә, кәнфит бирәм”, – тип саҡыра инеләр. Беҙ, бәләкәй алйоттар, аптырыуҙан бигерәк, ҡурҡып, ары йүгерәбеҙ. Йә инде, әллә ни ҙә талап итмәгәндәр, арҡанан дөпөлдәтеп һөйөргә генә теләгәндәр.
Хәҙер килеп шуға төшөндөм, инәйҙәр, моғайын, Бөйөк Ватан һуғышы яуҙарында ирҙәрен, егеттәрен юғалтҡан тол ҡатындар һәм кейәү ҡосағы күрмәгән ҡыҙҙар булғандыр. Ә әсәлек инстинктын бер һуғыш та юҡҡа сығара ла, мәхрүм итә лә алмай. Шул инәйҙәр, күрәһең, урамдан үтеп барған малайҙы, йә ҡыҙҙы яратып ҡалып, үҙҙәренең танһыҡтарын ҡандырғандыр.
– Кил әле, улым, яратып ҡалайым...
Ошо саҡырыу ҡолағымда әле лә яңғырап торғандай. Әле ике ейәнсәремде һәм ейәнемде арҡаларынан еңелсә генә итеп яратҡанда, ауылдаш инәйҙәремде һирәк-мирәк иҫкә төшөрәм. Бала һөйөүҙән дә татлыраҡ хис-тойғо юҡтыр ул.
Ошо шатлыҡ-ҡыуаныстан мәхрүм ҡалмағыҙ!
Читайте нас: