Бөтә яңылыҡтар
Фоторепортаж
7 Октябрь 2019, 10:00

ТӨНДӘЛЕКТӘР... Ҡасығыҙ, ауылға баба килгән! Урам тулы ҡыҙҙар күлмәге кейгән малайҙар...

Төндәлектәр... Ҡасығыҙ, ауылға баба килгән! Урам тулы ҡыҙҙар күлмәге кейгән малайҙар... Ауылға һирәк-мирәк баба килә торғайны. Ул теге осҡа килһә, был осҡа тиклем бер малай ҙа ҡалмай.

Ауылға һирәк-мирәк баба килә торғайны. Ул теге осҡа килһә, был осҡа тиклем бер малай ҙа ҡалмай.
Ауыл тып-тын, өлкәндәрҙән башҡа, берәү ҙә күренмәй. Иң аптыратҡаны шул, уларға ни ҡалғандыр, ҡайһы бер ҡыҙҙар ҙа беҙгә эйәреп ҡаса. Беҙгә ни ғүмер ҡәҙерле – тауға, туғайға, өлкәнерәктәр Ҡарсыға Бүләгенә тиклем йүгерә торғайныҡ. Ҡайтыуыбыҙға баба үткер сөннәт бысағын тоҡсайына һалып, ауылды ҡалдырған була, киләһе йәйгә тиклем юғала. Уның ҡарауы, урамда ҡыҙҙар күлмәге кейгән малай-шалай күбәйә. Эйе, ишетмәй-белмәй ҡалған мәмәй ауыҙҙар һәр ауылда бар бит инде ул.
Беҙҙең атай төп һөнәре буйынса ветфельдшер, ауыл советы рәйесе, партком секретары, хужалыҡ рәйесе булып эшләне. Эргәләге Раевка ауылынан (Әлшәйҙәге Раевка менән бутамағыҙ) Дугин исемле ветеринар беҙҙең ауылға килә. Уның да һөнәре әлеге бабаныҡы һымаҡ, тик үгеҙҙәргә, һарыҡ-кәзә тәкәләренә, айғырҙарға бәйле. Өҫтөндә һәр ваҡыт туҙып бөткән алъяпҡыс, үҙенең йөҙөнә ҡарағыҙ әле, ҡып-ҡыҙыл йөҙөн һаҡал-мыйыҡ баҫҡан, йоморо миңе һалынып тора, тамаҡ төбө менән уҫал итеп өндәшә. Беҙ белмәгән телдә – урыҫса һөйләшә. Һарай башындағы бесәнлектә ҡасып ятҡанда ҡатлап-ҡатлап һүгенеүен генә бер аҙ аңлайбыҙ. Ни өсөн ҡасып ятабыҙ инде үҙ өйөбөҙҙә? Ошо Дугин ҡарт тәкәләрҙе һәм үгеҙҙәрҙе көйҙөрөп бөткәс, шунда йөрөгән асыҡ ауыҙ малайҙарҙы ла барлап китә икән, тигән хәбәр йөрөй ине. Беҙҙең мәнфәғәттәргә ҡағылғас, беҙ ышана торғайныҡ.
Был ваҡиғаға ҡағылышлы мәшһүр яҙыусыбыҙ Талха Ғиниәтуллин бик оҫта һүрәтләгән. “Мине Талха урыҫ тип үртәй торғайнылар, – ти ул үҙенең “Тау артында ниҙәр бар?” әҫәрендә. – Сығарам да, барлай башлайым: мының нимәһен ҡырҡып ташлайһың инде”.
Ул йылды йәй бик йылы булды. Ауылға баба таң менән, беҙ иҙрәп йоҡлаған саҡта килеп ингән. Бәлки, берәйһе махсус алып килгәндер, кем белә. Мине уята башланылар. Фәсхетдин бабайым икән. Ул уятмай, минең ҡулдарымдан, аяҡтарымдан ныҡ итеп тота ине. Миңә уйынсыҡ машина, ялтыр ҡағыҙлы кәнфит, тағы әллә нимәләр вәғәҙә иттеләр. Башҡа малайҙарға бәке, ҡамсы үрергә ҡайыш алып биргәс, мин отолоуыма төшөндөм. Уның ҡарауы, апайымдың нисәнселер класта кейгән күлмәге миңә тап-таман булды. Һеҙ, әлбиттә, ышанмаҫһығыҙ, хәҙер мин алтмышты үткән олатай, ә үҙем шул көндө һағынам...
Читайте нас: