1988 йылда тәүге китабым сыҡты. “Һыу юлында һылыу ҡыҙ”. Ун мең тираж, тиҙ арала һатылып бөттө. Рәшит ағай Солтангәрәевкә яҙып бирҙем. Һағынып, юҡһынып, түбәндәгеләрҙе һөйләне:
– Тәүге китабым сыҡҡас, үҙебеҙҙең яҡындар менән бәләкәй генә мәжлес ҡорҙоҡ. Ғаиләләр менән егермеләп кеше йыйылып китте. Бер мәл, китабы ҡайҙа, китабы, күрһәтегеҙ әле, ҡайҙа китабы, тип өндәштеләр. Сығарып тотторҙом, ҡулдан-ҡулға китте, һәр береһе ҡарап, үҙ һүҙен әйтә. Китабым иң түрҙә ултырған Рәмигә барып етте. Әле лә күҙ алдымда, Рәми китабымды йылмайып ҡулына алды, бала һөйгән һымаҡ, ҡулы менән һыйпай-һыйпай нимәлер әйтте...
Мин был хаҡта бәлки иҫкә лә төшөрмәҫ инем, әгәр ошо һөйләшеүҙән һуң ауылға ҡайтырға һәм китабымды әсәйемә бүләк итергә насип булмаһа. Әсәйем китабымды ҡулына алды һәм уң ҡулы менән һыйпай-һыйпай доғаһын уҡыны. Рәшит ағайҙың Рәми ағай хаҡында һөйләүен иҫкә төшөргәс, аптырап ҡалды. Шул тиклем дә оҡшаш һәм фәһемле күренеш булыр икән!
Үҙ дуҫың, үҙ улың өсөн ҡыуаныуҙан да көслөрәк тойғо бармы был фани донъяла?