Хәсән ағайға ҡағылышлы тағы бер лаҡап. Тик һуңғыһы булмаһын.
2005 йылдамы икән, Абдулхаҡ Игебаевтың юбилейын үткәрҙек. 50-се йылдарҙа беҙҙең гәзиттә эшләп киткән. Юбилей кисәһендә, тәнәфес ваҡытында, сәй ойошторорға ҡуштылар. Еренә еткереп эшләнек. Кисәһендә һүҙ әйтергә тейеш инем, Президент ҡайҙалыр сәфәрҙән һуңлап ҡайта, материалды мотлаҡ ҡуйырға, тигән күрһәтмә килде. Шуға күрә, кисәгә барыуҙан мәхрүм ҡалдым. Әҙәбиәт бүлегендә баш күтәрмәй эшләп йөрөгән Хәсән ағайҙы үтенергә тура килде. Тик ҡат-ҡат: “Алып барыусыны тап, сценарийға фамилияңды яҙҙыр, ҡотлап, бүләкте тапшыр”, – тинем.
Ике аҙна үттеме, юҡмы, йәкшәмбе кис үҙебеҙҙең телевидениенан Абдулхаҡ ағайҙың кисәһен күрһәтәләр. Ҡыҙыҡһынып, ҡарарға булдым. Бына, юбилярҙы республика гәзиттәре һәм журналдары ҡотлауы хаҡында иғлан иттеләр. “Сәхнәлә “Башҡортостан” гәзите баш мөхәррире Рәлиф Кинйәбаев, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Әмир Әминев, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Фаҡиһа Туғыҙбаева һәм башҡалар”, тип, йәнәһе, беҙҙе сәхнәгә саҡырҙылар.
Әлбиттә, иң тәүҙә “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире йөҙөндә Хәсән Назар һөйләй башланы. Үҙегеҙ беләһегеҙ, минең буй-һын да Хәсән ағайҙыҡынан ҡайтышыраҡ, уның һымаҡ оратор ҙа түгелмен, сибәрлек яғынан да уға алыҫмын, етерлек түгелмен. Шулай ҙа пеләш түгелмен, сәстәрем теүәл, тештәрем дә урынында.
Киске биштәр тирәһе, кешенең эшләй торған сағы, мин күрмәгәндәрҙер, тип өмөт иткәйнем. Күрмәй буламы һуң инде. Иң тәүҙә хәләл ефетемдең коллеглары, улар мине күргәне юҡ, мынауы бабай Филүзә Шәрифовнаның иптәше икән, тип аптыраныуын белдергән. Бер класташ Ҡыйғыла йәшәп ята, уның да күҙенә салынғанмын. Ул: “О, саҡ таныным. Әйтмәһәләр, белмәҫ инем, ҡартайған, бөткән, нисек йөрөй икән? Донъя шулай баҫтымы икән. Сәстәре ҡойолған, тештәре юҡ. Бабайға әйләнгән”, – тип әллә ҡыуанған, әллә ҡайғырған. Ауылға ҡайтҡас, бер нисә ауылдаш: “Нимә булды ул, һин тинеләр ҙә, бер бабайҙы күрһәттеләр?” – тип аптыраттылар.
Шулай, халыҡ шағиры менән һине бутаһалар, шул тиклем күңелле.