Беҙ Ринат Камал менән байтаҡтан аралашабыҙ. Уның егәрле булыуы, күп яҙыуы миңә оҡшай. Әгәр кемгәлер оҡшамай икән, был уның шәхси мәшәҡәте. Ҡулыңдан килһә, яҙып күрһәт.
Ҡыҫҡаһы, Камалды премияға күрһәттек. Былай шым ғына үтеп бара. Ләкин үҙе тулҡынлана, шылтыратмаған, һөйләшмәгән көнө юҡ.
Бер көн иртә менән килеп керҙе. Ҡултығында – китаптары, үҙе тулҡынлана. “Нисек уйлайһың, ошо китаптарҙы, үҙҙәренә барып, комиссия ағзаларына автограф менән таратып сыҡһам, нисек булыр икән?” – тип һорай минән.
Ҡәләмдәштең аҡыл һәм моң бөркөп торған ихлас йөҙөнә ҡарап, байтаҡ телһеҙ ултырҙым. Быға нимә тип әйтергә икән? Һағышлы һәм баҙнатһыҙ күҙҙәренә ҡарап: “Камал, һине комиссия ағзалары белмәй. Белмәүҙәре яҡшы. Был һинең иң отошло кәртең. Һин үҙең тирәләй ниндәйҙер серлелек, ҡыҙыҡһыныу уятаһың. Уҡыусыға авторҙың шундай булыуы оҡшай. Бәлки, һин Лев Толстой, йә Джек Лондон һымаҡ ихтыярлы йөҙлө, баһадир кәүҙәле әҙиптер. Әйҙә, комиссия ағзалары уйында һин билдәһеҙ әҙип булып ҡал. Әгәр улар һине күрһә, ысынлап тотоноп, бынау романыңды уҡыһа, һин уларҙың Камал файҙаһына тауыш биреренә ышанаһыңмы?” – тип әйтеп булмай бит инде.
Нескә генә күңелле әҙип, бушҡа ғына рәнйеп бара, үпкәләп ҡуйыуы ла бар. Шуға уның уйсан йөҙөнә ҡарап: “Йөрөмә! Китаптарыңды бирмә! Юғиһә, беҙ һиңә премияны гарантиялай алмайбыҙ”, – тип кенә әйтә алдым.
Ринат Камал күпселек тауыш менән Салауат Юлаев премияһына лайыҡ булды.