Мөхәррир булып эшләүҙең өҫтөнлөктәре байтаҡ. Фатир, эш бүлмәһе, транспорт, абруй һәм исемдәр. Хатта мөхәрриргә яҙа белеү ҙә мотлаҡ түгел, тамаҡ төбө менән, бәхәсләшергә урын ҡалдырмай, яҙырға өйрәтһәң, шул еткән.
Онотҡанда бер яҙылған хикәйә, бәләкәй генә повесть етә, һине быға тиклем яҙыусы тип танынылар бит инде. Ҡулыңдан килһә, пьеса яҙып күрһәт, күтәреп аласаҡтар һәм ҡуясаҡтар.
Мәҫәлән, һин хикәйәңде яҙып бөттөң, ярандарың ауыҙыңа ғына ҡарап тора, яҙғаныңды күтәреп ала һәм уҡып та тормайынса, ауыҙ һыуҙарын ағыҙып, маҡтай башлай. Дөрөҫ маҡтайҙар, сөнки һин – мөхәррир, ә хужаны маҡтай белергә кәрәк. Хатта яҙа белмәһә лә. Шулай ҙа һуңғы яҙғаныңды көс-хәл менән булһа ла уҡып сығыуҙары мотлаҡ. Сөнки һәр уҡыған кеше хатаңды төҙәтә, телеңде яҡшырта, өр-яңы биҙәктәр өҫтәй. Шулай итеп, биш-алты әҙип кемуҙарҙан һинең яҙғандарыңды камиллаштырғас, хикәйә шыпа хикәйә төҫөн ала.
Һиңә килтереп һалалар, уҡыған һайын, башың күтәрелә, күкрәк кирелә, ҡулдар йомарлана, шайтан алғыры, быны кем яҙҙы, кемдең әҫәре был? “Һеҙҙеке”, – тиҙәр. Ярай, минеке булғас, минеке булһын. Ә күңелдә шик бар, күрерҙәрме, баҫырҙармы, уҡырҙармы? Ярай, уҡымаһындар ҙа, ти, мул ғына гонорарын түләһәләр, шул еткән.
Мөхәррир булып эшләүемә ошо көндәрҙә 20 йыл була. Уның өҫтөнлөктәре ижадсы мөхәрриргә лә ҡағыла. Улары – тамам башты әйләндерерлек, юҫығыңды буталдырырлыҡ.
Шулай итеп, һинең әҫәрең сыҡты. Гонорарын алдың, ҡотлауҙарын ҡабул иттең. Донъяға сығарҙылар һәм оноттолар, тип уйлаһаң, хаталанаһың. Дан һәм шөһрәт артынан арыу-талыу белмәҫ сәфәрең яңы башлана ғына. Һине алда китап, премия, маҡтаулы исемдәр көтә.
Тик бының өсөн һиңә арҡырыны буй ҙа һалырға кәрәкмәй, һин – мөхәррир, бөтәһе лә һинең күҙеңә генә ҡарап тора, әҫәрҙәреңде һорап алып баҫалар. Әгәр яҙғылаһаң инде, әлбиттә. Бына – хикәйә, тәүҙә башҡортса донъя күрҙе, татар баҫмалары ла етерлек, улар һорай. Урыҫ баҫмалары ла бар, уларҙы нисек мәхрүм итәһең. Ул арала булмай, бер-бер артлы эргәңдә йылы ҡарашҡа мохтаж тәнҡитселәр ишәйеп китә. Уларҙың да һинең хаҡта әйтер һүҙе күп. Улар ҙа маҡтай, башҡалар ҡушылып китә, шулай итеп, һинең эт телендәй генә ижадың ҡалын китапҡа, гәзитсә әйтһәк, юғары баһаға лайыҡ була.
Мөхәррир булыуҙан да еңеле юҡ икән! Хатта яҙа белеү ҙә кәрәкмәй, яҙырға өйрәтһәң, шул еткән. Ғәйебемде таныйым, үҙ ихтыярым менән прозанан баш тартам һәм пьесалар яҙырға тотонам.