Бөтә яңылыҡтар
Фоторепортаж
15 Сентябрь 2019, 01:45

ТӨНДӘЛЕКТӘР... Сабир ағайҙың эш өҫтәле. Үҙе ҡайҙа йөрөй икән?

Төндәлектәр... Сабир ағайҙың эш өҫтәле. Үҙе ҡайҙа йөрөй икән? Сабир ағайҙан ҡалған бүлмәгә кергән һайын уның эш өҫтәленә күҙ һалам. Ағай ҡайҙалыр сыҡҡан ғына һымаҡ. Кемдең ҡулъяҙмаһын хәстәрләп, кәрәк булһа, үҙе яҙып, хатта һуңынан әрләнеп йөрөй икән?

Сабир ағайҙан ҡалған бүлмәгә кергән һайын уның эш өҫтәленә күҙ һалам. Ағай ҡайҙалыр сыҡҡан ғына һымаҡ. Кемдең ҡулъяҙмаһын хәстәрләп, кәрәк булһа, үҙе яҙып, хатта һуңынан әрләнеп йөрөй икән? Уның ауыҙынан бер кеше хаҡында насар һүҙ ишетмәнем. Баҫмаға бирерлек түгел, уҡырлығы ла булмаған әҫәрҙәргә йылы һүҙ тапты, ниңә шул күңел йомартлығы, йоғошло сир һымаҡ, башҡаларға күсмәй икән? “Башҡортостан”да, “Китап” нәшриәтендә, “Ағиҙел”дә саҡта уның фатихаһынан башҡа ҙур әҙәбиәт донъяһына аяҡ баҫҡан яҙыусы булдымы икән.
Сабир ағайҙы һағыныр көндәребеҙ алда әле. Ул тиклем күңел йомартлығы ҡайҙан килде икән? Һуңғы осор шуға иғтибар иттем, әгәр әҫәре бик эшкинмәһә лә авторҙы маҡтай, уныһының да һәләте самалы булһа, уның балаларын, һис юғы, ҡатынын маҡтап ҡуя һәм, барыбер, тегенең күңелен күрә.
Ана өҫтәле тора, шахмат таҡтаһы, Наил ағай менән Харис ағай, Сәлимйән ағай – кем менән уйнарға белмәй йөрөй. Йөрөйәсәктәр. Сабир ағай уларҙан көслөрәк ине.
Ошо көндәрҙә вафатына ла бер йыл үтеп китте. Ә беҙ һиҙмәй ҙә, доға ла ҡылмай ҡалдыҡ. Йәнең йәннәттә булһын, Сабир ағай!

Читайте нас: