Бөтә яңылыҡтар
Фоторепортаж
14 Сентябрь 2019, 05:00

ТӨНДӘЛЕКТӘР... Интернетҡа хәҙер кем хужа? Һине уҡыйҙар, тимәк, һин хужа.

Төндәлектәр... Интернетҡа хәҙер кем хужа? Һине уҡыйҙар, тимәк, һин хужа. Интернет менән ҡыҙыҡһына башлағас, үҙем өсөн өр-яңы донъя астым. Әле булһа зиһенем етмәй, бар донъяны нисек аймап алырға мөмкин?..

Интернет менән ҡыҙыҡһына башлағас, үҙем өсөн өр-яңы донъя астым. Әле булһа зиһенем етмәй, бар донъяны нисек аймап алырға мөмкин?
Нимәләр яҙҙыҡ икән? Аҙна һайын үҙебеҙ өсөн генә байҡау яһайбыҙ. Әле булһа ҡулланыусының нимәгә өҫтөнлөк биреүенә төшөнә алмайбыҙ.
Былтыр октябрҙә “Ағиҙел”дә Салауат Әбүзәрҙең “Кисенбикә юлы” повесы донъя күргәйне, шуны сайтҡа ла ҡуйҙыҡ. Журналда – ике меңдән ашыу дана таралһа, бөгөнгә сайтта – 4300-ҙән ашыу кеше уҡыған.
Үҙем өсөн фәһемле генә һығымталар яһаным. Кисенбикә һымаҡ башҡорт ҡатындары милләтебеҙҙең йөҙөн билдәләгән. Шундай әҫәрҙәр уҡыған халыҡтың рухы ныҡ булырға тейеш. Ә Салауат повесты яҙған саҡта ниндәй хис-тойғолар кисерҙе икән? Шулай ҙа “Кисенбикә юлы” һымаҡ әҫәрҙе баҫтырған журнал, уны уҡыған халыҡ, повесты яҙырға ҡыйыулығы еткән автор ҡайһылай бәхетле!
Читайте нас: