Сөнки үҙем теләгән кандидатҡа тауыш биргем килә. Бәлки, бигерәк бер ҡатлымындыр, әммә битарафлыҡ тағы ла насарыраҡ сифаттыр тип уйлайым. Әгәр берәү бармай икән, икәү, йөҙ һәм мең кеше - шунан миллион йыйыла. Уларҙың һәр береһенә бюллетень өсөн ҡағыҙ киткән бит. Мин шуға ла һайлауға барасаҡмын.