Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Октябрь , 10:25

МОСТАЙ ҡушҡан исем

Мостай ҡушҡан исемҠояш кеүек һин –һәр кемдеке. Үҙең һүнгәндә лә, нурың тарта, Рухи донъябыҙҙың Кендеге! Шулай тип яҙған Салауат Әбүзәр. Ысынлап та, һәр кемдең үҙ Мостайы, үҙенсә генә уға булған һөйөүе йәшәй күңелендә. Мостай Кәрим шәхесенә ҡарата хөрмәтем тураһында булыр һүҙем.Исемем – Айгөл Игелекова. Миңә олатайым Камил Тайып улы Монасипов М. Кәримдең “Айгөл иле” драмаһы геройының исемен ҡуштырған. 7 ноябрҙә донъяға килгәс, ул революция көнө тип билдәләнә ине элек, атайым миңә исемде шул “революция” һүҙенән алып, Люциә тип ҡушмаҡ булған. Олатайым иһә, Мостай Кәримдең “Айгөл иле”ндәге геройының исемен ҡушығыҙ, тип тәҡдим иткән. Был әҫәр 1967 йылда яҙылған, ә мин 1971 йылда тыуғанмын. Айгөл исеме ул осорҙа бик популяр була. Атайым менән әсәйем олатайымдың тәҡдимен шатланып ҡабул итә. Ошо исемде 54 йыл йөрөтәм, үҙемә лә бик оҡшай. Кешене исем биҙәй, исемде – кеше, тибеҙ. Мәғәнәле исем булыуы ла мөһим бит әле. Шулай итеп, Айгөл булыуымда Мостафа Сафа улының да өлөшө бар.

Оло әҙип менән беренсе осрашыуымды ла яҡшы хәтерләйем. Мәктәптә уҡыған саҡта бик әүҙем уҡыусы булдым, көндәлектәремде лә тик яҡшы билдәләр биҙәне. Бер көн Баймаҡ районы Ҡаратал ауылының мәктәп директоры Миңлеғәле Хәйбулла улы Йәндәүләтов саҡырып алды ла, яҡшы уҡыған балаларҙың Баймаҡ ҡалаһына яҙыусылар менән осрашыуға барасағы хаҡында хәбәр итте. Шул бәхетлеләр араһында мин дә бар икән. Көткән көн килеп етте. Беҙ Баймаҡ ҡалаһына юлландыҡ. Осрашыуға Мостай Кәрим менән уның ҡәләмдәштәре лә килгән ине. Балалыҡ менәндер инде, бөтә яҙыусыларҙы хәтерләмәйем. Әммә Сафуан Әлибаевтың, Мостай Кәримдең сығыштарын оҡшатып ҡайттым һәм әле лә был турала уҡыусыларыма һөйләйем. Мостай Кәримдең шаян итеп аралашыуы, уҡыусыларға тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле кәңәштәре, үҙенең бала саҡ хәтирәләрен һөйләүе, Сафуан Әлибаевтың кәүҙәгә йәтешерәк, теремек кенә булыуы, осрашыу мәлендә сәхнә яңғыратып йырлауы иҫемдә ҡалған. Шул осрашыу иҫтәлеге булып Сафуан ағайҙың “Икеһеҙ саҡ” исемле автографлы китабы әле лә һаҡлана. Мостай Кәримдең китаптарына һөйөүем дә ошо саранан һуң яралды шикелле. Әйткәндәй, мәктәп йылдарында башҡорт әҙәбиәтенә һөйөүҙе уҡытыусыларым да һалды. Шулар араһында шағир Рәйес Түләк тә булды. Уның әҙәбиәт дәрестәре бик үҙенсәлекле, йәнле үтә ине.
Ҡаратал ауылы мәктәбен тамамлап, Сибай педагогия училищеһына уҡырға килгәс, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларынан тағы ла уңдым. Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы Ураҡсина менән Фирүзә Сәлихйән ҡыҙы Исҡужинаның дәрестәре үҙе бер оло һабаҡ булды. Әҙәбиәт уҡытыусыһы булып китеүемдә уларҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Улар әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләне, дәрес методикаһына өйрәтте. Педучилищеның һуңғы курсында уҡығанда башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән 4-се тапҡыр үткәрелгән республика олимпиадаһы призеры булып, Башҡорт дәүләт университетына имтиханһыҙ уҡырға ингәс, Мос-тай Кәрим менән тағы осрашырға насип итте. Баш ҡалала әҙәбиәткә, мәҙәниәткә киң офоҡтар асылды.
Унан һуң үҙем эшләгән 48-се башҡорт лицейына әҙипте 85 йәше тулыу айҡанлы осрашыуға саҡырҙыҡ. Уҡыусылар оло шәхес менән яҡындан танышһын тигән теләктән сығып ойошторолдо был сара. Ябай дәрескә ҡарағанда тере яҙыусы менән аралашыу бала күңелендә мәңгегә уйылып ҡала бит.
Был сара 2004 йылдың 29 сентябрендә үткәрелде. Уға беҙ бик ентекле әҙерләндек. Мостафа Сафа улының әҫәрҙәрен төплө өйрәнеп, өҙөктәр сәхнәләштерҙек. Уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы башҡарҙыҡ, әҙипкә һорауҙар әҙерләнек. Матур сараға бер юлы ике халыҡ шағирының – Мостай Кәрим менән Рауил Бикбаевтың килеүе үҙе бер һөйөнөс булды. Яҙыусылар союзының аҡ “Волга”һы 48-се башҡорт лицейы ҡапҡаһы янында туҡтау менән уҡыу йортобоҙ әйтеп бөтөргөһөҙ бер яҡтылыҡҡа сорналды. Беҙҙең сығыштар йәнле аралашыу менән үрелеп барҙы. Балаларҙың һәр сығышын Мостай ағай сабыйҙарса шатланып, ихлас ҡул сабып хупланы. Осрашыу иҫтәлеге итеп ҡыҙыл туҡыманан йөрәк-яҫтыҡ тектек, уға уҡыусылар менән матур теләктәребеҙҙе сигеп яҙҙыҡ. Ручка ҡуйырға органайзерҙы йәшмә таштан Башҡортостандың картаһы формаһында эшләттек. Ул саранан лицей уҡыусылары күтәренке кәйеф менән таралышты. Күпме матур фотолар һәм ғүмерлек иҫтәлек ҡалды. Миндә әле шул осрашыу иҫтәлеге булып шағирҙың автографы менән китабы һаҡлана. Унда “Айгөлгә аҡ бәхеттәр теләйем” тип яҙылған. Һуңынан фотоальбомды яҙыусының өйөнә алып барып тапшырҙыҡ. Ошо һуңғы күрешеү булған икән.
Мостафа Сафа улының вафат булыуы тураһындағы хәбәр йөрәкте телеп үтте. Лицейҙа матәм көнө иғлан ителде. Ҡайғылы хәбәр бөтә Ер шарын урап сыҡты. “Нефтсе” мәҙәниәт һарайы алдына шағирҙы һуңғы юлға оҙатырға йыйылдыҡ. Хушлашырға килгән халыҡтың иҫәбе-хисабы юҡ, улар эркелеп-эркелеп килә, баш ҡаланың киң урамына һыймайҙар. Әллә күпме тарафтарҙан, ҡитғаларҙан йыйылған улар. Халыҡ шағирына булған оло һөйөү сағылышы ине был. Ул арабыҙҙан китһә лә, яҡты рухы беҙҙең менән ҡалды.
Яҙмыш мине артабан Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһына алып килде. Бында балаларға белем һәм тәрбиә Мостай рухы аша һалына. Һәр йыл һайын оло шәхесебеҙҙе ҙурлап, тыуған көнөн, хәтер кисәһен уҙғарабыҙ, республика ғына түгел, хатта төбәк-ара кимәлдә “Мостай уҡыуҙары” ижади бәйгеләре гөрләп үтеп тора. Гимназия асылған йылда уҡ Әлфиә һәм Илгиз Кәримовтар ярҙамы менән Мостафа Сафа улы исемендәге кабинет-музей ҙа ойошторолған. Һәр кем унда килгәндә шағир тураһында йылы хәтирәләре менән уртаҡлаша. Музей асылыуы – оло шәхесебеҙҙең исемен мәңгеләштереүҙә ҙур аҙым. Бында килеп инеү менән күңелдә ниндәйҙер йылылыҡ уты тоҡана. Әҙиптең тормош юлын, ижадын сағылдырған материалдар, уның шәхси әйберҙәре, фотолары, китаптары бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Кабинет-музей – әҙиптең ижады менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн баһалап бөткөһөҙ ҙур бүләк. Килгән ҡунаҡтар хәтер китабына үҙ теләктәрен яҙып ҡалдыра. Йыл һайын гимназияның иң шәп ун уҡыусыһына М. Кәрим исемендәге фондтың гранты тапшырыла. Был сара ла ошо кабинет-музейҙа ойошторола. Үткәрелгән барлыҡ саралар гимназистар күңелендә тәрән эҙ ҡалдыра.
Белем усағындағы эштәр бының менән генә сикләнмәй. Уҡыусыларыбыҙ яңынан-яңы конкурстарҙа ҡатнаша, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа еңеп, Мостай тәғлимәттәренә тоғро икәндәрен иҫбатлай. Һәр йыл “Шаяниум” шаяндар һәм отҡорҙар бәйгеһендә “Кендектәр” командаһы көслөләр иҫәбенә инә. Эҙләнеү эштәре башҡарған уҡыусыларыбыҙ һаны арта. Шуларҙың береһе тураһында булыр артабанғы һүҙем.
Уҡыусым Сәлимә Ҡолдәүләтова уҙған уҡыу йылы башында яңылығы менән бүлешергә ашығып килеп инде. Уның олатаһы Мостай Кәримдең фронтташ дуҫы булған икән! Тиҙ арала улар тураһында мәғлүмәт туплай башланыҡ. Сәлимә менән Мостай ағайҙың тағы бер Айгөлө яҙмышына юлыҡтыҡ. Уның ейәнсәре лә Айгөл икәнен беләбеҙ. Сәлимә менән фәнни-эҙләнеү эшен башлап ебәреүебеҙ булды, яңынан-яңы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр килеп сығып ҡына торҙо, әйтерһең, Мостай ағай үҙе быға фатихаһын бирҙе. Уҡыусымдың эшенән өҙөк тәҡдим итәм.

Ҡолдәүләтова Сәлимә, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының 8-се класс уҡыусыһы:

“Минең олатайым Хөрмәтулла Ғиззәт улы Аманбаев 1925 йылда Хәйбулла районы Әбделнасир ауылында тыуған. Үҙҙәрендә башланғыс кластарҙы, унан ошо райондың Үрге Смаҡ ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай.
1943 йылда 18 йәшлек Хөрмәтте әрме сафына саҡыралар. Тәүҙә Тоцкиҙа хәрби лагерҙа әҙерлек үтә, шунан Тбилиси ҡалаһында радиотелеграфсылар курсына уҡырға ебәрелә. 1944 йылдың 8 ғинуарында элемтәсе булып 3-сө Украина фронтының 316-сы уҡсылар дивизияһына эләгә.
Хөрмәт олатайымдың фронт юлы Дунай йылғаһын аша сыҡҡанда ҡаты һуғышта башлана. Улар алдына шундай бурыс ҡуйыла: фашистар торған ярға етеп, совет артиллерияһы утын юлға һалырға. Яуаплы эште башҡарасаҡ биш элемтәсе-разведчик араһында Хөрмәт Аманбаев та була. Ҡараңғы төндә дошман урынлашҡан ярға сығып, иртә менән уларҙы юҡ итә башлайҙар. Көнө буйына ҡаты һуғыш дауам итә. Йөкмәтелгән эште тамамлап ҡайтыуҙарына биш элемтәсене лә юғары наградаға тәҡдим иткәндәре билдәле була. Олатайымдың беренсе наградаһы был. Ул шулай уҡ Сиваш йылғаһын аша сыға Балатон яуында, Венгрияны азат итеүҙә ҡатнаша. Австралияла еңеү көнөн ҡаршылай. Олатайым элемтәселәр менән дошман тылында әллә күпме тапҡыр була, уның ҡыйыулығы тураһында Ҡыҙыл Йондоҙ, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы, Будапешты, Берлинды азат итеү өсөн, Германиялағы еңеү өсөн бирелгән миҙалдары һөйләй. Хөрмәтулла Аманбаев һуғыштан 1948 йылда ғына ҡайта.
Олатайым Будапештта фронтта сағында Мостай Кәрим менән таныша. Мостафа Сафа улына кемдер яҡында Уралдан бер егет булыуы тураһында әйтә. Хәрби корреспондент Кәримов был егетте барып күрергә була. Яҡташтар осраша һәм дуҫлашып та китә.
Һуғыштан һуң 42 йыл үткәс, 1987 йылда, Хәйбуллала әҙәбиәт һәм мәҙәниәт көндәре уҙған ваҡытта ике фронтташ дуҫ йәнә осраша. Сараға килгән яҙыусылар, Сиҙәм ауылы халҡы өсөн тулҡынландырғыс осрашыу була. Мостай Кәрим үҙенең яңы сыҡҡан китабына автограф яҙып, дуҫына бүләк итә. Был ваҡиғаны күптәр хәтерләп ҡалған. Кинйәбикә инәй менән олатайым йыш ҡына был осрашыу тураһында һөйләр булған. Мин ул ваҡиғаны ҡартатайымдан ишеттем.
“Хөрмәт Аманбаев фрон­т­­­та­шыма 42 йылдан һуң осра­шыу иҫтәлеге итеп, тул­­­ҡын­ланып бүләк итәм был ки­та­бымды. Йәшәйек әле, Хөрмәт!” тигән теләктәр яҙылған был ҡомартҡы китап әле лә туғандарҙа һаҡлана.
Тыныс тормошта ла Хөрмәт олатай һәр ваҡыт алғы сафта булған. Үҙенең эшенә намыҫлы ҡараған элек­ке хәрби элемтәсегә “СССР-ҙың почетлы элем­тәсеһе” ти­гән исем бирелә. 1974 йыл­да ул “Иң яҡшы электромеханик” тип таныла. Был һө­нәргә Бөйөк Ватан һуғышы ваҡы­тында уҡыған олатайым әллә ниндәй ауыр схема­ларҙы, аппаратураларҙы айыра белгән, техника яратҡан һәм был эшенә ғүмер буйы тоғро ҡалған.
1987 йылда ике элемтәсе дуҫтың осрашыуын һөйләгән туғандарымдың хәтирәләрен бөгөн журнал уҡыусыларға еткермәксе булдым. Минең Гүзәл инәйем дә – ошо ваҡиға шаһиты. Ул ваҡытта пионерка булып, ҡулына сәскә тотоп, Хәйбуллаға килгән яҙыусыларҙы мәҙәниәт йорто алдында ҡаршы ала.
316-сы уҡсылар дивизияһы өлкән лейтенанты Мостафа Кәримов үҙенең дуҫы Хөрмәт Аманбаевта ҡунаҡта ла була. Тәүҙә “Таналыҡ”, “Матрай”, “Хәйбулла” совхоздарының киң баҫыуҙарын күрһәтәләр, баҫыу батырҙары менән таныштыралар. Социалистик Хеҙмәт Геройы, халыҡ шағиры Мостай Кәрим менән осрашыу һәр кемдең күңелендә оҙаҡ йылдар һаҡлана. Икмәк, тоҙ менән ҡаршылау йолаһын да онотмайҙар. Гүзәл инәйем иҫләүенсә, ҡунаҡтарға яҙғы матур ялан сәскәләренән, Хәйбулла далаһында үҫкән ҡылғандан матур гөлләмә әҙерләйҙәр. Совхоз ойошторолған мәлдә был ерҙәрҙә йәш шағир Сергей Чекмарев эшләп китә. Ошо матур төбәккә ул көндәрҙә халыҡ шағиры менән бергә КПСС өлкә комитеты инструкторы Ҡәҙим Аралбаев, Башҡорт АССР-ы телевидениеһы һәм радиоһы комитеты рәйесе Динис Бүләков, радионың әҙәбиәт бүлеге мөхәррире Тамара Ғәниева һәм шағир Александр Филиппов аяҡ баҫа.
Подольск ауылында ҡунаҡтар Сергей Чекмарев бюсына сәскәләр һалып, ҡәләмдәшен иҫкә ала. Аҙаҡ мәҙәниәт йортонда матур сара ойошторола. Ҡунаҡтар автограф ҡалдыра. “Хәйбулла” совхозының Сиҙәм ауылында В.И. Ленин һәйкәленә, Бөйөк Ватан һуғышында яу ҡырында ятып ҡалғандар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискка ла сәскәләр һалына. Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт көндәрендә Хәйбулла районында тыуып үҫкән шағир Ҡадир Әлибаев үҙенең яңы шиғырҙарын уҡый, шулай уҡ әҙәбиәткә аяҡ баҫыусы Зөлфирә Әблүзинаның ҡыҙыҡлы хикәйәләре менән танышалар.
Ошо ваҡиғаның шаһиты булған Зилә инәйем Аслаева-Ғәйнетдинова ла үҙ иҫтәлектәре менән бүлеште. Ул Хәйбулла районы Өфө ауылында йәшәй.
Яҙыусылар килер алдынан был ауылда ике ҡыҙ бала тыуа. Ҡунаҡтарҙан уларға исем һайлауҙарын һорайҙар. Рус милләтенән булған ҡыҙға Мостай Кәрим А.С. Пушкиндың Татьянаһының исемен тәҡдим итә. Ә башҡорт ғаиләһендә тыуған ҡыҙға ата-әсәһе Мостай Кәримдең “Айгөл иле” драмаһы героиняһының исемен һайлай. Ошо ике ҡыҙға Мостай Кәрим, тыуыу тураһында таныҡлыҡҡа ҡушып, теләктәр яҙылған хат та тапшыра. Тик был хатты балалар бәлиғ булғас ҡына асып уҡыһын, тигән теләк белдерә Мостай олатай.
Ул балалар үҫеп етә. Татьяна Мостай Кәримдең хатын асып уҡығас, уға рәхмәт йөҙөнән яуап хаты яҙа. Халыҡ шағиры балаға тағы хат яҙып ебәрә. Унда, матур теләктәргә ҡушып, ҡыҙҙың үҙенең уҡытыусыһына сәләм еткереүен һорай. Ошо ерҙә шағирҙың бәләкәй балаға ла иғтибарлы булыуы, уҡытыусы һөнәренә, һәр ваҡыттағыса, ихтирамлы, фиҙакәр хеҙмәтенә рәхмәтле булыуы һоҡландыра. Мостай Кәримдең үҙ уҡытыусыһы Нәби Усмановҡа арнап яҙған шиғырына Айрат Ҡобағошов көй һалып, матур йыр ижад итәләр. Мостай олатайҙың хәтирәләрендә лә уҡытыусыларға ҡарата ихтирамы сикһеҙ. Шулай булмаһа, яңы яуған ҡарҙан барып, эҙ ҡалдырған уҡытыусыһының юлына йылы килеш кенә баҫыу өсөн йүгереп барған уҡыусылар тураһындағы, көрөшкәнән һыу эсеп киткән уҡытыусыһының артынса барып, ошо уҡ көрөшкәнән һыу эсеүҙәре хаҡындағы юлдарын яҙыр инеме! Ул ваҡытта уҡытыусы абруйының ныҡ юғары булғанын аңлайһың. Усатая Татьяна Олеговнаны беҙ уҡытыусым менән эҙләп таптыҡ. Ул Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында йәшәй. Уҡыуҙы алтын миҙалға тамамлап, үҙенә оҡшаған һөнәр һайлаған, тормошта үҙ юлын тапҡан. Ике бала әсәһе ул бөгөн Татьяна Усатая. Тыуыу тураһындағы таныҡлығы ла, Мостай олатайҙың хаттары ла, китабы ла һаҡланған. Әллә ысынлап та Мостай олатай беҙҙең эшебеҙгә фатихаһын бирҙеме икән, тип уйлап ҡуябыҙ. Сөнки Татьянаны эҙләп тапҡас, бер нисә көндән Зилә инәйем уның менән Магнитогорск ҡалаһында осрашты, бергәләп фотоға төшөп, беҙгә ебәрҙеләр.
Ә Айгөл Ҡасҡынованы беҙ оҙаҡ ҡына эҙләнек, һәм, ниһайәт, мин эҙләнеү эшемде яҡлай торған көндө ул элемтәгә сыҡты. Әле Өфө ҡалаһында тормош көтә. Ике балаһы бар, яратҡан эше, ғаиләһе менән бәхетле. Ул да шағирҙың бүләктәрен ҡәҙерләп һаҡлай. Тормош юлыма Мостай ағай үҙе фатихаһын биргәс, бәхетлемен, ти.
Эҙләнеү эшен башҡарғанда беҙ Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев менән осрашып, был ваҡиға тураһында һораштыҡ. Әҙип ул көндө асыҡ хәтерләй, барыһын да ентекләп һөйләп бирҙе.
Мин әле олатайымдың фронтташ дуҫы Мостай Кәрим исемендәге гимназияла белем алам. Көн дә беҙҙе мәктәп ихатаһына ингәс, Мостай олатайҙың фотоһы ҡаршы ала, ул уҡыусыларға фатихаһын бирә кеүек. Бер ваҡиғаны юллап, күпме яңылыҡ белдем, һығымта яһаным. Был тормошта бер нәмә лә юҡтан ғына булмай шул. Минең был эҙләнеү эшемә тотоноуым да хатта юҡҡа түгелдер – Мостай Кәрим аҡылы, уның рухы һәр ваҡыт беҙҙе алға әйҙәй. Хеҙмәтемдең әһәмиәте шунда: мин туплаған материалдарҙа республика тарихы ла сағылып ҡала, уларҙы үҙемдең балаларыма һөйләй алам. Киләсәк быуын да тарихты белеп үҫергә тейеш”.

Сабыйҙың яҙмышына исеме лә, осраҡлы хәлдәр ҙә, уны уратып алған мөхит тә йоғонто яһай. Минең исемем – яҙмышым бүләге, Мостай бүләге тип ҡабул итәм. Бәхетемде, Мостай героиняһы кеүек, үҙ еремдә таптым. Яҙмышымдан ризамын. Әллә ҡайһы илдәргә бәхет эҙләп сығып китеп тә, кире ҡайта алмаған кешеләр бар. Булған бәләкәй генә бәхетте лә ҡулдан ысҡындырмаһаҡ ине.

Айгөл ИГЕЛЕКОВА,
Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы.

(Мәҡәлә 2025 йылда "Ағиҙел" журналының 10-сы һанында баҫылды).

Автор: Луиза Кирәева
Читайте нас: