
Сентябрь һаны сәсмә әҫәрҙәргә лә бай – яҙыусылар Флүр Ғәлимовтың “Башҡорт Монте-Кристоһы” ретро-романы, Раят Вәлиевтең “Майлы һүрәт”, Рәзилә Ырыҫҡужинаның “Бер үпкәм юҡ яҙмышҡа” хикәйәләре бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ.
“Шиғриәт” рубрикаһында шағирә Фирҙәүес Бәшированың “Һалдат”, шағир Сәрүәр Ғәләүетдиновтың “Беҙ – башҡорттар” тигән бер ҡайҙа ла баҫылмаған бик йөкмәткеле поэмалары менән танышырға мөмкин.
“Ҡәләмдәштәр төҫө” рубрикаһында Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Римма Ғәлимованың шағирә, йәмәғәт эшмәкәре Зөбәржәт Йәнбирҙина хаҡындағы мәҡәләһе, уның ҡабатланмаҫ шиғри өлгөләре донъя күрһә, “Беҙҙең юбилярҙар” рубрикаһында был юлы талантлы шағирә Флүзә Мырҙабаеваның шиғырҙары, Луиза Кирәеваның әҙибә менән әңгәмәһе урын ала.
Яҙыусы Мөнир Ҡунафиндың “Яралы тынлыҡ” махсус хәрби операция биләмәһендә булғанда күргән-ишеткән ваҡиғаларға нигеҙләнгән хикәйәттәре, йәш яҙыусы Айгөл Йәмилева- Манапованың “Һөйөү йөрөткән юл” яугир ҡатыны юлъяҙмалары реаль геройҙары, һүрәтләнеше менән күңелгә үтеп инә.
Был һанда МХО-ла һәләк булған яугир Азат Аҡбулатовтың шиғырҙары, яҙыусы, тәржемәсе Гөлфирә Ғәскәрованың уның хаҡындағы мәҡәләһе лә бик тетрәндергес.
Яҙыусы-публицист Тәлғәт Сәғитовтың иһә “Статуслы” йәшәйеш” яҙмалары йөкмәткеһе, “хиссиәт” тигән өр-яңы жанрҙа яҙылыуы менән күңелде арбай.
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, ни сәбәптәндер “Ағиҙел”гә яҙылырға онотһағыҙ, подписканы һәр ваҡыт дауам итеү мөмкинлеге бар, ул саҡта инде журнал һеҙгә киләһе айҙан килә башлаясаҡ. Ә инде редакциябыҙҙан килеп алып йөрөү шарты менән айына ни бары 105 һумға ғына яҙылырға була.
Берҙәм булайыҡ!