Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Сентябрь , 12:37

“Ата-бабаларым ерендә уҡыуы күңелгә рәхәтлек бирә”

Ырымбур ҡыҙы Өфөгә уҡырға килгән.

“Ата-бабаларым ерендә уҡыуы күңелгә рәхәтлек бирә”
“Ата-бабаларым ерендә уҡыуы күңелгә рәхәтлек бирә”

Аделина Ҡудашева Өфө дәүләт фән һәм технологиялар университетының абитуриенттары араһында БДИ-ла иң юғары (290) балл йыйған ҡыҙ булараҡ билдәле. Үҙе әйтеүенсә, был һөҙөмтәгә ул ныҡышмалылыҡ һәм көндәлек хеҙмәт ярҙамында ирешкән.

“Мәктәптә үҙаллы күп шөғөлләндем. Олимпиада һәм конкурстарҙы ҡалдырып торорға тура килде, берҙәм дәүләт имтихандарына бар иғтибарымды күсерҙем. Шулай уҡ, бында әсәйемдең дә өлөшө ҙур, ул һәр ваҡыт, айырыуса ҡыйын саҡтарҙа миңә терәк-таяныс булып торҙо”, - ти ул.

Аделина сығышы менән Ырымбур өлкәһенең Новотроицк ҡалаһынан. Милләте – башҡорт, шуға күрә ата-бабаларымдың ерендә уҡыуы күңелемә рәхәтлек бирә, ти ул. Ҡазандағы юғары уҡыу йорттарына ла иғтибар итә, әммә барыбер ӨДФТУ-ны һайлай, сөнки бында йәне ятҡан йүнәлеш буйынса белем алырға йыйына.

“Телдәрҙе өйрәнергә яратам. Рус теле һәм әҙәбиәте мәктәптә яратҡан фәндәрем ине. Сит телдәрҙе өйрәнгән филолог булырға ла хыялландым, әммә БДИ өсөн инглиз телен һайлауҙан ҡурҡтым. Үҙебеҙҙең филология буйынса уҡырға инергә әҙерләндем, әммә инглиз һәм ғәрәп телдәре буйынса ла йүнәлеш булыуын төп шарт итеп ҡуйҙым”, - ти Аделина.

Өфө милләттәшебеҙгә оҡшай, урамдар йәнле булһа ла, бик уңайлы һәм йәмле, тигән фекерҙә ул.

Аделинаға яңы ерҙә, яңы уҡыу йылында уңыштар ғына теләйек! Халҡыбыҙҙың лайыҡлы шәхесе булырға яҙһын Ырымбур башҡортона!

 

 

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: