Журналдың 6-сы һаны йәш яҙыусы Айбулат Сәсәнбаевтың “Ҡытай бабай” романы менән башлана.
Яҙыусы Фәниҙә Исхаҡова премияһына фантастик әҫәрҙәргә конкурсҡа был юлы яҙыусы Сәлимйән Бәҙретдиновтың “Күк ҡабағы асылыр төн ине” тигән мажаралы хикәйәһе тәҡдим ителә.
“Шиғриәт” рубрикаһында йәш шағирә Кристина Андриянова-Книганың шиғырҙары (Гөлнур Яҡупова, Фәрзәнә Аҡбулатова, Зарина Бағышаева тәржемәһендә) урын ала.
Ғалим-педагог Фәнзил Санъяровтың мәҡәләһендә яҙыусы, мәғариф эшмәкәре Салауат Кәримдең тормошо һәм ижадына байҡау яһала.
“...Әгәр һуғыш булмаһа... Ошо һүҙҙәр күңелдән китмәй, йөрәкте өйкәй. Бер беҙҙең нәҫелгә генә күпме ҡайғы-хәсрәт килтерҙе ул. Ә беҙҙең кеүек күпме ғаиләләр кеше күтәргеһеҙ ауырлыҡтар менән йәшәне. Әле һаман да хәтер төптәрендә өскөл хаттар, “ҡара ҡағыҙ”ҙар, һәйкәлдәр, мәңгелек уттар булып иҫкә төшөрөп тора...” Шағирә, публицист Зөһрә Ҡотлогилдинаның “Һуғыш балалары һөйләй” мәҡәләһе бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ.
“Ғүмеребеҙ әлегә йомаҡ булып ҡалған күренештәр тураһында төпсөнөп, уларҙың тәбиғәтенән үҙебеҙсә фекергә килеп үтә инде. Мостай ағай әйткәнсә, ут менән һыу ҡушылып аҡҡан заманда бәләкәй генә осраҡтың эсендә оло күренеш булыу касафатын, дәү тип һанап йөрөгәне беҙҙең ҡом бөртөгөнә лә тормаҫлығын үҙ аңыңа һеңдереү ҙә, өҫтә генә ятҡан шул хәҡиҡәткә башҡаларҙы ышандырыу ҙа анһат эш түгел. Мөмкин була ҡалһа әле. Ә ғүмер юлыңда тош-тош осрап, әле лә күҙгә эленеп, юғала торған хәл-ваҡиғалар, көнитмешебеҙгә юлдаш булған күренештәр һуң?” Билдәле публицист Марсель Ҡотлоғәлләмовтың “Хикмәтле донъя” мәҡәләһе лә бик уҡымлы.
“...Эйе, тәбиғәте менән Шағир булды. Дамир әҙәбиәт, юғары сәнғәт донъяһында йәшәүҙе оло бер мәртәбә, яҙмыштың оло бүләге тип ҡабул итеп йәшәне. Шиғриәткә нескә, һаҡсыл ҡарашта булды, шуға ламы икән, ул кемдеңдер ижадын мөкиббән китеп маҡтаманы, данламаны. Поэзия секцияһының ултырыштарында ул күберәк әрләй, йә тәнҡитләй ине. Үҙе Фетты, Рубцовты, Лермонтовты, Высоцкийҙы яратты. Күп шағирҙарҙың шиғырҙарын яттан һөйләр ине. Хәтере лә иҫ киткес ине. Уның кешегә бөтөнләй яуызлығы ла булманы, буғай” Яҙыусы Мөнир Ҡунафиндың шағир Дамир Шәрәфетдинов хаҡындағы иҫтәлектәре ихласлығы менән күңелде арбай.
Был һанда ғалим, тәржемәсе Фәрит Әхмәҙиевтең тәржемәһендә фәлсәфәүи фекер эйәһе Йософ Баласағуниҙың “Ҡотаҙғу белек” поэмаһынан өҙөк урын ала.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниева “Етене ете тапҡыр әйтһәң” мәҡәләһендә бөгөнгө шиғриәттең үҙенсәлектәре хаҡында һүҙ алып бара. Нәфис һүҙгә талапсан шағирә кемдәрҙең ижадына күҙ һала икән?
Рим Исхаҡовтың “Гонаһтарҙан таҙарынып буламы?” мәҡәләһендә яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡовтың яңы ғына журнал биттәрендә донъя күргән “Мәсет” повесына ҡараш ташланһа, Луиза Кирәеваның “Батыр хаҡында роман” мәҡәләһендә яҙыусы Рәлис Ураҙғоловтың һуңғы әҫәре хаҡындағы фекерҙәр урын ала. Салауат ҡалаһындағы 25-се башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Сәүиә Бикмөхәмәтова яҙыусы Гүзәл Ситдиҡованың “Антоновка еҫе” повесы тураһындағы тәьҫораттары менән бүлешә. Силәбе өлкәһенең Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмәһе етәксеһе, ғалим Ҡамса Мортазин ҡәләмдәше Рәшиҙә Рәйестең ижады менән таныштыра.
Ғөмүмән, төрлө жанрҙағы һәм төрлө күләмдәге ҡыҙыҡлы һәм уҡымлы әҫәрҙәр көтә һеҙҙе!
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, ни сәбәптәндер “Ағиҙел”гә яҙылырға онотһағыҙ, подписканы һәр ваҡыт дауам итеү мөмкинлеге бар, ул саҡта инде журнал һеҙгә киләһе айҙан килә башлаясаҡ. Ә инде редакциябыҙҙан килеп алып йөрөү шарты менән айына ни бары 105 һумға ғына яҙылырға була.
Берҙәм булайыҡ!