Шәкәрһеҙ 21 көн:
Сәйгә лә, ҡәһүәгә лә һалмайбыҙ шәкәрҙе, шәкәрле тәмлекәстәр ҙә ашамайбыҙ. Шәкәрһеҙ бер көн дә түҙә алмайһығыҙ икән, был һеҙҙең уға етди ылығыуығыҙ хаҡында һөйләй. Юҡҡа ғына уны “аҡ үлем” тимәгәндәрҙер.
21 көн ваҡытында йоҡлайбыҙ:
Мөмкин икән, 23-00 сәғәткә тиклем үк. Телефонһыҙ, телевизорһыҙ. Оҙайлы эш көнөнән һуң интернетта берәй видео йәки фильм ҡарап ял итәбеҙ тиһәгеҙ, яңылышаһығыҙ. Был тик һеҙҙең ваҡытығыҙҙы, иғтибарығыҙҙы, көсөгөҙҙө урлай, һөҙөмтәлә, иртәнсәкүк арып уянаһығыҙ. Шуға күрә, тулы тынлыҡта ятып йоҡлайыҡ. Төн һәм йоҡо беҙгә ял өсөн бирелгән.
21 көн хәрәкәтләнәбеҙ:
Көн һайын. Ябығыр өсөн түгел, йәшәр өсөн. Көнөнә 20 минут хәрәкәткә ваҡыт бүлһәк тә, яҡшы: йүгереү, спортзал, йәйәү йөрөү, һәм башҡалар.
Был ысул беҙгә аҡылыбыҙҙан тыш көскә, ҡарауға мохтаж булған тәнебеҙ барлығын да иҫкә төшөрәсәк. Хәрәкәтһеҙ ултырғанда, тәнебеҙ генә түгел, йәнебеҙ ҙә ҡата. Аҙаҡ ни өсөн юҡ-барға йәнебеҙ көйә, ваҡытында йоҡлай алмайбыҙ, тип аптырайбыҙ. Хәрәкәттә – бәрәкәт, хәрәкәттә – йәшәү.
21 көн бер нәмәгә лә зарланмайбыҙ:
Хатта үҙ алдыбыҙға ла. Зарланғы, мыжығы килгәндә, нимәлер эшләйбеҙ. Берәйһе беҙҙе рәнйетә икән, йылмаябыҙ. Был – еңеү. Йәки 10 тапҡыр физик күнегеү яһайбыҙ.
Беҙ бит ҡорбан түгел, беҙ – үҙ тормошобоҙ хужаһы. Көн дә хис-тойғолар ҡамауына бирелгәнсе, шул хис-тойғолар менән үҙебеҙ идара итә алабыҙ.
Барыһы ла беҙҙең көндәлек һайлауыбыҙҙан тора.
Һәм шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: дисциплина – ул яза түгел, ә үҙебеҙгә һөйөү белдереү билдәһе. 21 көн, һәм ҡулыңдан барыһы ла килгәнен иҫбат ит.