Уны иртәнсәк эсеү яҡшы, тәбиғи энергетик булып тора.
📌Был файҙалы эсемлектең рецепты бик ябай: 1 литр һөткә 25-30 финик һәм семтем тоҙ кәрәк. Финиктарҙы йыуырға, һөйәктәрен алып ташларға, теләһәгеҙ, ваҡ итеп ҡырҡырға мөмкин. Һөт һалып, утҡа ҡуйырға. Ҡайнап сыҡҡас, утты кәметергә һәм 6-7 минут бешерергә. Һөт бешереү ваҡытында төҫөн аҡтан һарыға үҙгәртә. Әҙер эсемлек бүлмә температураһына тиклем һыуынырға тейеш, ә һуңынан уны блендер менән иҙергә кәрәк. Теләһәгеҙ, эсемлекте һыуытҡысҡа ебәрергә мөмкин, йәки йылы эсергә мөмкин. Был эсемлектең ике ингредиенты бик файҙалы һәм Ҡөрьәндә һәм күп хәҙистәрҙә телгә алына.
📌Файҙаһы:
✅кешенең бөтә нервы системаһын нығыта, ✅ашҡаҙан-эсәк юлының эшен тергеҙә һәм көйләй, ✅Кальций һәм д витаминының тәбиғи сығанағы, ✅бөтә йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының эшен яҡшырта инсульт һәм инфаркт хәүефен 40 процентҡа тиклем кәметә, иммунитетты нығыта.
«Даирә» төркөмөнән.