Танһыҡ яҙҙар етеп һыуҙар ташҡан мәлдә ауылдашым Азаттың һөйләгән бер мәҙәге иҫкә төшә. Ғаиләлә иң кесеһе, иң иркәһе булғанғалыр инде, уның менән булған төрлө мәҙәктәр йыш булып торҙо. Шуларҙың береһен һеҙгә, уҡыусыларыма ла тәҡдим итәм әле. Азат үҙе һөйләй.
- Минең дүртенсеме, бишенсеме синыфтарҙа уҡып йөрөгән саҡ. Беҙҙең бала саҡта телефон булманы, интернет булманы. Уның ҡарауы, урам беҙҙеке ине, йә йылға буйҙары ,йә урман...
Дәрестән һуң шул өйҙәге эштәрҙе тиҙ генә бөтәбеҙ ҙә урам сығып саба торған инек. Шул йылы йәй, Рәшиҙә апай, йылға ныҡ ташты, күпер аша ағып ятты. Өҫтәүенә ямғыр туҡтамай.яуа ла яуа ине.
Бер көн кис әсәйем туғайҙан быҙауҙарҙы алып ҡайтырға ҡушты. Мин киттем быҙау артынан. Йылға буйына, туғай яғына төшөп барам. Күрәм, бер аҙ һуңлағанмын шул, йылғаның арғы яғында көтөү ҡайтып килгәне лә күренә. Көтөү ҡаршыларға сыҡҡан урамдаштар ҙа ап-аруҡ ҡына. Үҙебеҙҙең һыйырҙарҙы әллә ҡайҙан танып торам. Минең бурыс шул һыйырҙар ҡайтмаҫ элек быҙауҙарҙы алып ҡайтып ябыу ине, үкенескә ҡаршы өлгөрмәнем. Күпер аша сығыуы ла хәүефле ине. Башҡаларға ҡушылып мин дә көтөү ҡаршылап, был яҡ ярҙа көтөп торорға булдым. Беҙҙең һыйырҙар араһында бер быҙау йөрөй сабауыллап. Мин шундуҡ уйланым, бер быҙау әсәһенә ҡушылған икән, тип.
Ярай, шулай ҡарап торабыҙ, башҡаларға ҡушылып мин дә һыйырҙарҙы һәүкәләп саҡырған булам. Һыйырҙар яйлап ҡына бер-бер артлы йылға аша йөҙөп сығырға булдылар Ҡарайым,теге быҙау ҙа арттарынан йылғаға төштө. Бергә ҡушылып йылға аша йөҙә башланылар. Һыйырҙар йөҙөп сыктылар ул, быҙау аҡты ла китте бит. Мин яр буйлап тыш та пыш быҙау артынан йүгерәм. Тәрәндән тәрәнгә бара торғас, бер ваҡыт быҙау ағымдың көслө еренә тура килеп күпер аҫтына табан аға башланы. Күперҙең өҫтөнә ағып менмәҫ микән тип, күпер өҫтөндә көтөп торам. Юҡ, быҙауым ағып барып күпер аҫтына инде лә китте. Сыҙамай күпер өҫтөндә йүгереп йөрөйөм. Бер заман күперҙең түбәнге яғынан быҙауҙың ағып килеп сығыуы булды, тот та һикер теге быҙау янына. Киттек икәүләп быҙау менән бергә ағып. Ярҙа кешеләр ҡысҡырышалар, өлкән апайҙар-ағайҙар яр буйлап беҙҙең арттан сабалар.
Шулай итеп ағып бара торғас, быҙауҙың муйынсағына йәбешеп тегене һөрмәкләп, ярға яйлап йөҙә башланыҡ. Быҙауҙы күпер аҫтындағы Ҡумырыҡ тигән ерҙән һөйрәп сығарҙым, яр буйлап сабып килгән ағайҙар ҙа ярҙамлаштылар. Хоҙай тәғәлә насип иткәндер инде,имен аман ғына сыҡтыҡ.
Аҙағы ҡыҙыҡ бөттө ул, Рәшиҙә апай. Быҙауҙы алып ҡайтып барам, кешеләр миңә ҡарайҙар. Йылмайып, молодец, тип маҡтап та ебәрәләр. Тиҙ генә ҡайтып, кейемеңде алыштырып йылынып ал, тип аҡыл да өйрәтәләр... Өшөтөүен дә өшөттөрҙө, әммә ләкин мин ҡәнәғәт инем. Быҙауыбыҙҙы үлемдән ҡотҡарған кеше бит мин хәҙер. Шундай ҡәнәғәт төҫтә ҡапҡаға быҙауҙы алып ҡайтып инеүем булды, әсәйем:
- Әй, әттәгенәһе, ҡасан һин үҙебеҙҙең быҙауҙы таный башларһың икән? Тағы ла Зарифа еңгәйеңдең быҙауын алып ҡайтып ултыраң бит, - ти.
Шул йылы, Рәшиҙә апай, һеҙҙең быҙауығыҙ менән беҙҙең бер быҙау хәтәр ныҡ оҡшаш ине.
Шулай итеп, Азат ауылдашымдың яуын йылды беҙҙең быҙауҙы үлемдән ҡотҡарып йөрөгәнен бик күп йылдар үткәс кенә белдем. Рәхмәт инде. Зарифа еңгәһе, тигәне минең әсәйем була инде. Ә минең ул ваҡытта студент саҡ булғандыр ахыры.