Ринат Рамаҙановҡа – “Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы”, Адель һәм Руслан Шәйхетдиновтарға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы” исемдәре биреләсәк.
– Өфөнән “Aй йола” этномузыка төркөмө “Һомай” хиты менән Рәсәй, тотош донъя чарттарында беренсе урынға сыҡты. Республикабыҙҙың мәҙәни тормошонда оло ваҡиға был, – тине Радий Фәрит улы. – Ҡотлайым, Башҡортостан мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм.