Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Апрель , 16:52

Әгәр ҡартайһаң...

Бер заман мин ҡарт әбейгә әйләнермен. Бөгөн үк үҙем өсөн ун ҡағиҙә яҙып ҡуяйым әле. Нимәгә ул, тиерһегеҙ. Артымда “теге яман ҡарсыҡ, Мәскәй әбей, бупылдаҡ әвейүшкә” тип түгел, “йәтеш кенә, аҡыллы ғына, һәйбәт кенә инәй, өләсәй” тип әйтһендәр өсөн, балаларыма, ейәндәремә, йәштәргә яман күренмәҫ өсөн.

Әгәр ҡартайһаң...
Әгәр ҡартайһаң...

Шулай итеп, әгәр ҡартайһаң...

1.Бер ҡасан да бер кемгә лә аҡыл өйрәтмә. Хатта үҙеңдең хаҡлы, ғәҙеллек яғында икәнеңде белһәң дә. Заманында олораҡтарҙың аҡыл өйрәтеүе йәнеңде көйҙөргәнен онотма. Өлкәндәрҙең һүҙен тота инеңме һуң? Тормошта һәр кем үҙ тырмаларына баҫа-баҫа йәшәргә өйрәнә.

2.Һорамаған кешегә ярҙамға ташланма. Берәүгә лә үҙеңде көсләп таҡма. Яҡын кешеләреңде донъяның бөтә бәхетһеҙлектәренән араларға тырышма. Улар һинең яратыуыңа нығыраҡ мохтаж.

3.Мыжыма, зарланма! Һаулығыңа, ғаиләңә, пинсийәңә, президентҡа, күршеләреңә. Донъя ғәҙел түгел, әммә матур – шуны онотма!

4. Балаларыңдан рәхмәттәр көтмә! Һин уларҙы тапҡанһың икән, үҫтерергә, тәрбиәләргә тейеш булғанһың. Рәхмәтһеҙ балалар үҫкән икән, тимәк, үҙең тәрбиәләп еткермәгәнһең.

5.Ураған һайын көҙгөгә ҡарап, йыйырсыҡтарыңды һыйпама, ҡартайҙым тип уфтанма, йәшәртеүсе процедураларға аҡса түкмә. Ҡупшы күренергә тырышһаң етә. Ҡупшы йәш тигән һүҙ түгел.

6. Әгәр бар икән, иреңде һаҡла, хатта ул ярҙамға мохтаж, мыжыҡ, сырыш битле, көмөрө ҡартҡа әйләнһә лә. Уның ҡасандыр йәш, матур, көслө, шаян булғанын онотма. Моғайын, һинең дә йәш, матур, нәҙекәй билле сағыңды ул ғына иҫләйҙер. Һәм инде хәҙер һин уға, ул һиңә кәрәк булған берҙән-бер кешелер.

7. Замана артынан ҡыума, тормоштан артта ҡалмайым тип үҙ-үҙеңде ҡыуалама. Мөмкинлегең булһа, сәйәхәт итергә, донъя күрергә тырыш, тамашаларға йөрө. Күңелеңә нимә оҡшай – шуны эшләп йәшә. Берәү ҙә әле донъяны уҙып артына тибә алмаған.

8.Бер нәмәлә лә үҙеңде ғәйепләмә, ғәйеп тойғоһо кешене эстән ашай. Үҙеңдең, балаларыңдың тормошо нисек кенә килеп сыҡмаһын – һин ваҡытында хәлеңдән килгәнен эшләгәнһең, заманында шулай дөрөҫ тип тапҡанһың.

9.Тормош ниндәй хәлдәргә ҡуйһа ла, тыныс бул, абруйыңды төшөрмә, бәҫеңде, ҡәҙереңде һаҡла. Был бик мөһим.

10.Онотма: һин әле ерҙә йәшәйһең икән, тимәк, был кемгәлер кәрәк.

 

Рәхимә Мусина. 

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: