Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Апрель , 13:49

Тәҙрәләрегеҙ таҙа булһын, тиһәгеҙ

Был эштең дә үҙ нескәлектәре бар...

Тәҙрәләрегеҙ көлөп торһон өсөн хужабикәләргә түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалырға кәңәш итәбеҙ:

☀Тәҙрә йыуыр өсөн елһеҙ, болотло көндө һайлағыҙ. Сөнки ҡояшта быялала таптар ҡала, елдә ул тиҙ кибә һәм уны таҙартыу ауырға төшә.

🧽Быяланы таҙартыу өсөн етен йәки фланель туҡыма яҡшыраҡ.

💦Бер литр һыуға 2 аш ҡалағы һеркә һалынған һыу менән йыуығыҙ. 2 аш ҡалағы крахмал, бар аҙ синька, 100 мл нашатырь спирты, 100 мл аҡ һеркә, 4 литр бер аҙ йылы һыу - ошоларҙы бергә ҡушып яһалған ҡатнашманы тәҙрәне һиптереп йыуыу өсөн ҡулланғанда иң яҡшыһы һанала. Тәҙрәләр таҙарып, ялтырап ҡала.

💦Нишатыр спирты төрлө төтөн ултырған бүлмәне йыуыр өсөн бигерәк тә яҡшы. 2 стакан һыуға 2 - 3 ҡалаҡ нишатыр спирты ҡушыла.

💦Тәҙрәләрегеҙ оҙайлы ваҡыт таҙа килеш һаҡланһын һәм тирләмәһен өсөн глицерин һәм спирт (1:10) ҡатнашмаһы менән һөртөп алырға мөмкин.

❗Тышҡы яҡтан быялаға саң йыйылмаһын өсөн автомагазинда һатылған "антидождь" тигән шыйыҡса менән дә эшкәртергә була.

❗Һәр хужабикәнең үҙенә генә хас тәҙрә йыуыу серҙәре барҙыр. Бәлки, улар үҙ кәңәштәрен дә еткерер. Мәҫәлән, кемдер тәҙрәне гәзит менән таҙарта, икенселәре әҙер тәҙрә йыуыу швабраларын ҡулланыуға өҫтөнлөк бирә.

 

Мәғлүмәт: "Хәйбулла хәбәрҙәре"

Тәҙрәләрегеҙ таҙа булһын, тиһәгеҙ
Тәҙрәләрегеҙ таҙа булһын, тиһәгеҙ
Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: