Бөтә яңылыҡтар

Фытыр саҙаҡаһы

Фытыр саҙаҡаһын кемдәргә бирергә мөмкин? Быйылғы хаҡы күпме? 

Фытыр саҙаҡаһы
Фытыр саҙаҡаһы

Фытыр саҙаҡаһы –  (Зәкәт әл-фитр)  –  (ғәр. زكاة الفطر‎ — ураҙа саҙаҡаһы‎) — Рамаҙан айы аҙағында, йәки Ураҙа байрамы башланғанса фәҡирҙәргә, меҫкендәргә бирелә торған вәжиб саҙаҡа .

Ҡөрьән Кәримдә был хаҡта бына ни тиелә: “Хаҡ ки, саҙаҡалар хәйерселәргә, фәҡирҙәргә, зәкәт йыйыусыларға (махсус иҫәпкә), (Исламға) күңелдәрҙе йәлеп итеүгә,ҡолдарҙы азат итеүгә, бурыслыларға, Аллаһ юлында сығымдарға, ауыр хәлдә ҡалған мосафирҙарға тәғәйенләнә. Аллаһ тәғәлә шулай бойорған, Ул Белеүсе, Хикмәт Эйәһе!”

Фытыр саҙаҡаһын түләү барса хәлле мосолмандар өсөн дә мотлаҡ. Хәллеләр иҫәбенә үҙен, ғаиләһен,ҡул аҫтындағы хеҙмәтселәрен ризыҡ, көндәлек һәм кешелек кейемдәр, эске кейемдәр менән тәьмин иткәндән тыш мөлкәте булғандар инә.

Фытыр саҙаҡаһы үҙен, ғаиләһен, хеҙмәтселәрен көндәлек туйыныу һәм кейем-һалым менән тәьмин ителеүҙән артҡан мал-мөлкәтле мосолмандарҙың һәммәһе өсөн вәжиб ғәмәл. Ғаилә башлығы үҙ ҡарауында булған барлыҡ ғаилә ағзалары өсөн зәкәт бирә. Әгәр сабый рамаҙан айының һуңғы көнөндә ҡояш байығас тыуһа, уның өсөн фытыр түләнмәй.

 

Фытыр саҙаҡаһы кемгә бирелә?

Фытыр мәсеттә зәкәт йыйыусы вәкилгә бирелә ала,шулай уҡ мохтаждарға бирелә: хәйерселәр — бер мөлкәте лә булмаған, мохтаж кешеләр, мөлкәтһеҙҙәр — был төркәм дә мохтаж кешеләр, тик уларҙың матди хәле тәүгеләренә ҡарағанда яҡшыраҡ, имам тарафынан зәкәт йыйыу өсөн тәғәйенләнгән кеше, дин юлында дәғүәт алып барған, дингә мөхәббәт уятырға тырышҡан кешеләр, бурыстан сыға алмаусыларға: а) шәриғәт ҡанундары буйынса рөхсәт ителгән әйберҙәрҙе алған өсөн(кейем, дауаланыу, йорттар төҙөүгә һәм башҡа сәбәптәр) б) башҡа кешеләр өсөн бурысҡа алған осраҡта, йыһатта (Аллаһ ҡушҡанды үтәп, мәҫәлән Ватан өсөн) һуғыш алып барғандарға, мосафирҙарға — башҡа илдәрҙә тороп ҡалып, йәшәү саралары булмаған юлсыларға.

 

Фытыр саҙаҡаһының 2025 йылғы хаҡы

Аҙ тәъмин ителгәндәр, мөмкинлектәре самалы булғандар 250, урта хәллеләр 800, яҡшы хәллеләр 1300 һәм унан да күберәк саҙаҡа бирә ала.

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: