Бөтә яңылыҡтар

Һеҙ ниндәй шәхес?

Күҙегеҙгә иң тәүҙә нимә ташланыуынан сығып, һеҙҙең хаҡта күп нәмә белергә була. Бының өсөн һүрәткә оҙаҡ ҡарап торорға кәрәкмәй, ҡапыл ҡараш һирпеү ҙә етә.

Һеҙ ниндәй шәхес?
Һеҙ ниндәй шәхес?

Йөҙ:

Иң тәүҙә кеше йөҙөн күрәһегеҙ икән, тимәк һеҙ бар эшегеҙҙе лә бирелеп эшләйһегеҙ. Һеҙ аҡыллы, аралашыусан да, һеҙгә ҡарата иғтибар етерлек. Һеҙгә яңы дуҫтар табыуы, таныш түгел кешеләр менән әңгәмә ҡороуы бер ни тормай. Һеҙ ғүмер бер генә һәм уны лайыҡлы йәшәргә кәрәк, тигән фекерҙә. Күп кешеләр һеҙгә ҡарап илһамлана. Шулай ҙа, ҡайһы ваҡыт һеҙ йәмғиәт тарафынан тәнҡиткә дусарһығыҙ.

Кеше эшенә тоғро икән, тимәкул яҡшы, тырыш кеше. Үҙегеҙ менән ғорурланығыҙ һәм сит-ят фекерҙәргә иғтибар итмәгеҙ!

 

Ай:

Күҙегеҙгә тәүҙә ай сағылһа, тимәк, һеҙ хыялланырға яратаһығыҙ. Шулай уҡ гел генә башҡалар алдында насар күренеп ҡуймайым, тип  борсолаһығыҙ. Һеҙгә берәйһенә “юҡ” тиеп әйтеүе лә ауыр. Һеҙ бик йомарт  һәм изге күңелле, ялағайлыҡты, ғәҙелһеҙлекте енегеҙ һөймәй. Һеҙ үҙ һүҙегеҙҙ        ә тораһығыҙ, һәр нәмәгә тоғро һәм яуаплы ҡарайһығыҙ. Һиҙемләү тойғоһо ла көслө һеҙҙә, кәрәк мәғлүмәт һеҙҙе  үҙе эҙләп таба. Барыһына ла шөкөр итегеҙ.

 

 

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: