Саллынан Әлмәткә бара торған автобуста урыным яулыҡлы ҡатын менән йәнәш тура килде. Үҙем дә диндә булғанлыҡтан, һүҙебеҙ тиҙ ялғанып китте. Һәм шул юлда ул миңә йән тетрәткес бер ваҡиға тураһында һөйләгәйне – ғибрәт өсөн, уны уҡыусыларға ла еткерәһем килә.
"Мин беренсе синыфҡа һуғыш алдынан керҙем, – тип һөйләп китте ул. – Элекке мәсет бинаһында уҡый инек, уҡытыусыбыҙ – ситтән килгән бер ҡатын. Беренсе көндә үк "А" хәрефен үттек.
"А" хәрефенә ниндәй һүҙҙәр беләһегеҙ?" – тип һораны уҡытыусыбыҙ. Балаларҙың ҡайһыныһы – "алма", ҡайһыныһы, "ат", тине, "аҙбар", "арыш", "ағай", тип әйтеүселәр ҙә булды. Мин – дини ғаиләлә үҫкән оялсаныраҡ бала инем, өндәшмәнем. Уҡытыусы апай минең янға үҙе үк килеп:
– Ә һин "А" хәрефенә башланған ниндәй һүҙ беләһең? – тип һораны.
– Аллаһ, – тинем мин. Быны ишеткәс, уҡытыусым, ҡорт саҡҡан кеүек, ҡапыл ситкә тайпылды ла, ыҫылдап:
– Был һүҙҙе башҡа телгә алаһы булма! – тине һәм:
– Йә, "А" хәрефенә ниндәй һүҙ беләһең? – тип һорауын тағы ҡабатланы. Ҡурҡыуымдан телем көрмәлеп, мин тағы ла:
– Аллаһ, – тинем. Өс тапҡыр шулай һораны, өсөһөндә лә шулай яуап бирҙем. Шунан уҡытыусым әсе тауыш менән:
– Совет мәктәбендә "Аллаһ" һүҙе була алмай, был – ҡоротҡослоҡ! – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Ә мин, әллә ҡайҙан үҙемдә көс табып:
– Апай, был бит мәсет, Аллаһ йорто, – тинем уға.
Был һүҙҙәрҙән һуң уҡытыусы апай асыуынан ҡалтырай уҡ башланы, дәрес онотолдо. "Тағы ла бер тапҡыр, "Аллаһ", тиһәң, мин һинең телеңде киҫәм!" – тип олоно. Шунан ул балаларҙы торғоҙоп, сафҡа теҙҙе лә, мине ҡаршыларына баҫтырып:
– Балалар, был мулла ҡалдығының битенә төкөрөгөҙ, Аллаһын оноторлоҡ булһын! – тип әмер бирҙе. Һәм уҡыусы балалар, берәм-берәм килеп, минең битемә төкөрҙө, күрше малай ғына төкөрмәне.
– Ә һин ниңә төкөрмәйһең?! – тип һораны унан уҡытыусы.
– Ҡурҡам, Аллаһ һуғыр, – тине күрше малай.
– Бында тағын бер дин ҡалдығы бар икән әле! Ҡайҙа Аллаһ, нишләп һуҡмай?! – тип, уҡытыусы апай, ҡотороноп, синыф буйлап йөрөп алып китте. Мин, битемдәге төкөрөктәрҙе еңем менән һөртөп, илай-илай баҫып торам...
Шул саҡ көтөлмәгән хәл булды. Уҡытыусы бер серек иҙән таҡтаһының бер яҡ башына баҫҡан, ахыры – ул, һайғағынан ысҡынып, икенсе яғы менән уҡытыусының башына килтереп бәрҙе. Апай, "аһ" итеп, таҡтаһы менән бергә мәсеттең иҙәне аҫтына йығылып төшөп китте. Беҙ, ҡотобоҙ осоп, йүгереп барып аҫҡа ҡараныҡ – тәрән баҙҙан уҡытыусы апайҙың: "Аллаһ... Аллаһ..." – тип ыңғырашҡаны ғына ишетелә ине...
– Аллаһ һуҡты, – тине күрше малай. Беҙ бер нәмә тип тә өндәшмәнек..."
#ғибрәт #тарих #Аллаһ
© t.me/dinigilem