Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Март 2025, 13:49

ИФТАРҒА НИМӘ АШАРҒА?

Ураҙа мәлендә беҙҙең нимә тиһәң дә таҙарыныу процессы бара. Быны инҡар итеп булмай. Шуға күрә, беҙ организмға тағы ла ярҙам итергә бурыслыбыҙ! Нисек? Ашау менән! Һыу эсеү менән! Һәм хәрәкәт менән!

ИФТАРҒА НИМӘ АШАРҒА?
ИФТАРҒА НИМӘ АШАРҒА?

Ифтарҙы нимәнән башлайбыҙ?

1. Ике стакан эҫерәк һыу эсеүҙән. Ни өсөн эҫе һыу? Сөнки ашҡаҙан һыуҙы тәғәйен температураға тиклем йылытмай, ә  организм эҫе һыуҙы шундуҡ һеңдерә. Һәр ағзаға, һәр күҙәнәккә, лимфаға һыу тиҙ барып етә. 

2. Бер-ике финик ашайбыҙ. Организмда глюкоза кимәле төшөү сәбәпле, уны күтәрәбеҙ.

3. Намаҙ уҡып алғас, инде ашарға ултырабыҙ. Нимә ашайбыҙ? Көнө буйы ял иткән организмды йәшелсә менән ҡыуандырабыҙ. Йәшелсәне быҡтырып та ашарға була. Туҡлыҡлы булһын тиһәгеҙ,  әҙерәк ярма (ҡарабойҙай, дөгө, тары, һоро), һыуҙа бешкән балыҡ ашарға мөмкин. Емеш-еләк менән дә һыйланабыҙ!

4. 20-30 минуттан һуң эремсек, курага, й