Бөтә яңылыҡтар

Эске азатлыҡ нимәнән башлана?

Кеше һүҙенән ҡурҡып теге йәки был теләктәрен бойомға ашыра алмағандарҙы, үҙ-үҙҙәренә, хыялдарына, бәхеттәренә кәртә ҡуйғандарҙы йыш күҙәтергә тура килә. Былай эшләһәм, күршем ни әйтер? Ә ошолайтһам, әсәйемдең әхирәте ни уйлар һәм башҡалар...

Эске азатлыҡ нимәнән башлана?
Эске азатлыҡ нимәнән башлана?

Беҙ тыуғандан алып күңел то­рошобоҙ менән, бәлки, яңғыҙбыҙҙыр ҙа, әммә тирә-яҡта кешеләрҙең мыжғып тороуы, уларҙан бигерәк фекерҙәре ҡабат-ҡабат яңғырауы, төрлө кәңәш-нәсихәттәр ишетелеүе ғәҙәти хәл.

Шәхес тәүҙә ата-әсәһе ҡорша­уында йәшәй, үҙ фекере форма­лашҡансы, донъяға үҙен тәрбиәләү­селәр, үҫте­реүселәр күҙлегенән баға. Ә күп осраҡта ул ғүмеренең һуңғы көндәренәсә тәүге ғаиләһе ҡоршауынан сыҡмаҫҡа мөмкин. Һөҙөмтәлә – ата-әсә теләгәнсә кейенеү, ата-әсә теләгенән сығып һөнәр һайлау, ата-әсә теләгән кеше менән сәсте сәскә бәйләү, ата-әсә әйткәнсә тормош алып барыу.

Һәр баланың айырым шәхес булып үҫешеүендә ғаиләнең роле тураһында аңлатып тороу кәрәк­мәйҙер. Кеше нимә әйтер тип үҙҙәре ҡурҡып йәшәгән ата-әсә үҙ нәҫелен дә шуға көйләй. Баланың аңында кескәй саҡтан уҡ ҡайҙалыр кемдеңдер уның хаҡындағы, уның ҡылыҡтары тураһындағы фекере мөһим тигән ҡараш уйылып ҡала.

Күпме яҙмыш – шунса осраҡ. Кемдер был ҡоршауҙан ваҡытында ысҡына ала, кемдер үҙен мәңгелек бәхетһеҙлеккә дусар итә, кемделер ата-әсәһе барыһын да аңлап, айырым шәхес күреп, үҙ яйына ебәрә. Әлбиттә, кәңәш менән ярҙам итә, әммә был кәңәш сикте уҙмай, инде ҙурайған балаһына һайлау хоҡуғы ҡалдыра.

Был осраҡта ла шәхес тулы­һын­са йәмәғәтселек фекеренән азат тигәнде аңлатмай әле. Мәктәп, юға­ры уҡыу йорто, эш урыны... Кеше­ләргә ғүмер баҡый ниндәй ҙә булһа коллективта йәшәргә кәрәк. Бынан тыш, дуҫтар, таныш-тоноштар ҙа етерлек. Ауыл ерлегендә йәшәүсе­ләргә бөтөнләй “күңелле”, сөнки унда һинең һәр аҙымыңды күреп, һәр сөскөрөүеңде ишетеп йөрөгән­дәр бихисап. Ошо йәһәттән сит һүҙ­ҙәр­ҙән азат булыуы бигерәк тә ҡыйын.

Дөйөм азатлыҡ эске азатлыҡтан башлана. Ә кеше ғүмер баҡый, үҙен бел­гәндән, донъяның серенә тө­шөнөргә теләгәндән алып азат­лыҡҡа ынтыла, уны эҙләй. Асылда, яуап бик яҡында – барыһы ла беҙҙең күңел торошобоҙға бәйле.

Беҙ барыбыҙ ҙа кеше алдында хурға ҡалыуҙан оялабыҙ. Был – ғәҙәти күре­неш. Беҙ барыбыҙ ҙа үҙ хистәребеҙҙе, кәмселектәребеҙҙе һәм көсһөҙлөгөбөҙҙө йәмәғәт хөкө­мөнә сығарырға ҡурҡабыҙ. Был да ғәҙәти, әммә тап ошонда уйла­нырға ла, бәхәскә лә урын бар.

Ниңәлер ҡайһы берҙәр изгелек ҡылыуҙы, ғәфү итә белеүҙе көсһөҙ­лөк билдәһе тип һанай. Был теҙмәгә үҙ хистәреңде белдереү, яратыу ҙа инә. Әлеге лә баяғы күнегелгән ҡалып – тулы ҡанлы, көслө кеше ҡаяташтай ҡаты булырға тейеш. Уның хаталанырға ла, икеләнергә лә, хис-тойғоларын күрһәтергә лә хаҡы юҡ. Быларҙың башы шул уҡ йәмәғәтселек фекеренән азат була белмәүҙән килмәйме икән?

Беҙ хаталанырға ҡурҡабыҙ – сөнки күпселек тәнҡитләйәсәк. Беҙ хистәре­беҙҙе белдерергә оялабыҙ – сөнки бармаҡ төртөп көлөрҙәр һымаҡ. “Йомшаҡлыҡ күрһәтһәм, кеше ни уйлар?” тибеҙ ҙә, һаман үҙ-үҙебеҙҙән ҡасыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ.

Ә эске азатлыҡ тап үҙ-үҙеңде, тимәк, хаталарыңды, яҙа баҫыуҙа­рыңды, икеләнеүҙәреңде һәм хис-тойғоларыңды тулыһынса ҡабул итеүҙән башлана. Үҙ-үҙеңә ышаны­сың артһа, башҡалар ни әйтер, тип тормошоңдо ҡатмарлаш­тырыуҙан һаҡлап ҡала аласаҡһың.

Тәү ҡарашҡа ҡыйыу, баҫҡан ерендә осҡон сығарырҙай тойолған, һәр нәмәгә үҙ ҡарашы, үҙ фекере булған ҡайһы бер таныштарымдың “Кеше ни әйтер?” тип туҡтап ҡалы­уын йыш күҙәткәнем бар. Ә ул кеше ысынлап нимәлер әйтһә, бөтөнләй юғалып ҡалалар – артабан нисек йәшәргә?

Әгәр башҡа кеше фекере эш хаҡына, эш урынына, яҡындар ме­нән мөнәсә­бәткә, һаулыҡҡа, ғөмүмән алғанда, тормошоғоҙҙағы бер мө­һим күренешкә лә (нервы­ла­ры­ғыҙҙан башҡа) йоғонто яһамай икән, ни эшләп улай бөтөрө­нөргә? Бер­ҙән-бер, ике килмәҫ ғүмерегеҙ мәл­дәрен кемдеңдер урамда әйткән фекере менән боҙорға кәрәкмәйҙер, бәлки?

Беҙ йыш ҡына үҙ-үҙебеҙҙе ҡа­лып­тарға ҡуябыҙ, кемдер ҡайҙалыр уйлап сығарған, ҡағыҙға яҙылмаған ҡағиҙә­ләргә буйһоноп йәшәйбеҙ.

Ә үҙебеҙгә үҙ тормошобоҙ ҡағи­ҙә­лә­рен уйлап сығарырға кем ҡамасау­лай?

Йәшәү ҡатмарлашҡан һайын уны ябайлаштырырға кәрәк. Ултырған уры­ның оҡшамай икән – уны алмаш­тырырға, хистәр кисерәһең икән – был хаҡта әйтергә, ниндәйҙер теләгең бар икән – уны бойомға ашы­рырға кәрәк. Юҡ, бында тота­наҡһыҙлыҡ менән әҙәпһеҙлек тура­һында һүҙ бармай. Һәр кешенең кескәй саҡтан хыялы була, күп­селеккә ошо хыялын тормошҡа ашырырға тап күҙгә күренмәгән, йәмә­ғәтселек фекеренән ишелгән ҡалыптар ҡамасаулай. Үҙ бәхетең өсөн көрәшеп, яҡты тормош хаҡына ошо кәрәкмәгән бығауҙарҙан ысҡы­нырға кәрәклек хаҡында бара һүҙ.

Нисек кенә күңелһеҙ булмаһын, беҙҙең барыбыҙҙы ла бер үк финал көтә. Йәмәғәтселек фекере ҡор­шауында ҡалып, шул финалға тиклем көндәр һанарғамы, әллә бәхетле булырғамы – һәр кемдең үҙ ҡулында.

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: