Шарлауыҡ күргәндәргә:
Һеҙҙә эмпатия тойғоһо көслө, башҡа кешеләрҙең кисерештәрен һәм хистәрен һиҙә алаһығыҙ. Әңгәмәсегеҙҙе тыңлай беләһегеҙ, кешеләр һеҙгә асыла һалып бара, хәйер, үҙегеҙ ҙә шулай, шуға күрә, дуҫтарығыҙ ҙа, яҡшы аралашҡан таныштарығыҙ ҙа күп.
Был, һис шикһеҙ, бик һәйбәт күренеш, әммә тирә-йүндәгеләр һеҙгә үҙҙәренең кире тойғоларын "тейәмәйме"?
Айыу күргәндәргә:
Һеҙ ситтән ҡарағанда бик алсаҡ һәм аралашыусан, ә ысынында, бик тыйнаҡ, ябыҡ кеше. Һәр кемде үҙегеҙгә яҡын юлатып бармайһығыҙ, хис-тойғоларығыҙҙы тышҡа сығарырға ашыҡмайһығыҙ. Бәлки, кемдер күңелегеҙ менән һаҡһыҙ ҡыланған осраҡтан һуң ошолай ҡыланыуығыҙҙыр...