Сараны яҙыусының ҡыҙҙары Зөһрә менән Миләүшә ҡыҙыҡ һәм йәнле итеп алып барҙы.
Яҙыусылар, Динис ағайҙың замандаштары Ғәлим Хисамов, Зөһрә Ҡотлогилдина, Гөлфиә Иҙелбаева, Наил Ғәйетбаев, Лариса Абдуллина, Әхмәр Үтәбай, Ғәҙилә Бүләкова һәм башҡалар уның хаҡында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, балалар әҙәбиәте, бөгөнгө заманда әҙәбиәттең рухи тормошобыҙҙағы әһәмиәте кеүек ҡырҡыу мәсьәләләр хаҡында ла фекер алышты.
Китап бөгөнгө балалар өсөн дә бик тә ҡыҙыҡ һәм фәһемле, тигән фекергә килделәр.