Беренсе рəттə һулдан беренсе Əхмəҙулла Əлмөхəмəт улы Бейешев (1896–1937 йй.) булһа кəрəк. Икенсе фотолары менəн сағыштырғанда, бында һүрəтлəнгəн кеше тап Ə.Бейешевкə оҡшаған. Арҙаҡлы милли хəрəкəт эшмəкəре, офицер. Тыумышы менəн Ырымбур өлкəһе Ҡыуандыҡ районы Иҙелбай ауылынан. 1918 йылда Башҡорт хəрби шураһының ирекле отрядтар бүлеге мөдире булып хеҙмəт итə. Артабан 2-се Башҡорт кавалерия полкы менəн етəкселек итə. Советтар яғына сыҡҡас, БашЧК рəйесе итеп тəғəйенлəнə. 1920 йылдан республиканың социаль тəъминəт халыҡ комиссары булып эшлəй, 1921 йылдың ғинуар-июль айҙарында БАССР хөкүмəтен етəклəй.
Фотографияла беренсе рəттə һулдан икенсе БАССР-ҙың беренсе һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары Ғүмəр Əбделғəлим улы Ҡыуатов (1893–1946 йй.) ултыра. Тыумышы менəн Ейəнсура районы ҠыуатБикбирҙе ауылынан. Ғ. Ҡыуатов был вазифала 1919–1928 йылдарҙа эшлəй. 1928 йылда уны Мəскəүҙə БАССР хөкүмəтенең РСФСР хөкүмəте Президиумы эргəһендəге вəкиле итеп тəғəйенлəйҙəр.
Фотографияла беренсе рəттə һулдан 3-сө ултырған кеше билдəһеҙ ине. Уның исемен быйыл Стəрлетамаҡ ҡалаһында йəшəүсе тыуған яҡты өйрəнеүсе Əсмəндиəров аша асыҡлай алдым. Баҡтиһəң был кеше – арҙаҡлы милли хəрəкəт эшмəкəрҙəренең береһе Муса Ғəтиəтулла улы Смаҡов (1885–1936 йй.) булып сыҡты. Уның турала мин үҙемдең китапта ла яҙғайным. Əммə фотографияһын осратҡаным булманы. Муса Смаҡовтың яңғыҙ төшкəн фотоларын сағыштырып, əлеге фотографияла тап Муса Смаҡов ултырғанын асыҡланым. М.Смаҡов тыумышы менəн Мəлəүез районы Смаҡ ауылынан. Автономия өсөн хəрəкəттең башынан уҡ əүҙем ҡатнашҡан шəхестəрҙең береһе. 1917 йылда Башҡорт мəркəз шураһының статистика бүлеген етəклəй. 1917 йылдың декабрендə Ырымбурҙа үткəн 3-сө Дөйөм Башҡорт ҡоролтайында Башҡортостан мөхтəриəтенең Кесе ҡоролтайы (предпарламенты) ағзаһы итеп һайлана. 1918 йылда Башҡортостан хөкүмəтенең Арғаяш кантонындағы хосуси вəкиле булып эшлəй. 1920 йылдан БАССР-ҙың мəғариф комиссариаты коллегияһы ағзаһы итеп тəғəйенлəнə. 1922–1924 йылдарҙа Башҡортостанды өйрəнеү ғилми-йəмғиəтенең рəйесе була. 1923 йылда “Йəш быуын” исемле беренсе башҡорт əҙəби теленең əлифбаһын яҙа. Артабан хужалыҡ эшендə була.
Был фотографияла беренсе рəттə һулдан 4-се Мөхəмəтдин Камаледин улы Əҙеһəмов ултыра (1892–1937 йй.). Шулай уҡ автономия өсөн көрəштə əүҙем ҡатнашҡан шəхестəрҙең береһе. Сығышы менəн Баймаҡ районы Юлыҡ ауылынан. 1918 йылда Башҡортостан хөкүмəтенең страховка бүлеген етəклəй. Советтар яғына сыҡҡандан һуң, БАССР-ҙың Эшсе-крəҫтиəн инспекцияһы халыҡ комиссариатында эшлəй. 1922 йылда инспекция халыҡ комиссары итеп тəғəйенлəнə. 1923–1925 йылдарҙа БАССР-ҙың социаль тəъминəт халыҡ комиссары булып эшлəй.
Һулдан 5-се ултырған кеше – шулай уҡ арҙаҡлы милли хəрəкəт эшмəкəрҙəренең береһе Һиҙиəтулла Сибəғəтулла улы Сəғəҙиев (1887– 1937 йй.). Тыумышы менəн Ишембай районы Тирмəнйылға ауылынан. 1917 йылда Юрматы кантонында эшлəй. Советтар яғына сыҡҡас, Петроградты һаҡлаған Башҡорт кавалерия дивизияһының сəйəси бүлеге мөдире итеп тəғəйенлəнə. 1920 йылда, фронттан ҡайтҡас, БАССР-ҙың халыҡ мəғариф комиссариатында эшлəй, 1921 йылдың декабрендə мəғариф халыҡ комиссары итеп тəғəйенлəнə. 1923 йылдан Башглавсудта эшлəй.
Фотографияла ултырғандарҙың араһында һулдан 6-сы шулай уҡ билдəле шəхес Сөлəймəн Ғəлəүетдин улы Ишмырҙин (1893–1941 йй.). Тыумышы менəн Ишембай районы Кинйəбулат ауылынан. 1918 йылда башҡорт армияһының 1-се Башҡорт полкына етəкселек итə. Ҡыҙылдар яғына сыҡҡандан һуң, 1919 йылдың йəйендə Көньяҡ фронтта генерал Деникин армияһына ҡаршы һуғышта ҡатнаша, Башҡорт бригадаһы менəн етəкселек итə. 1920 йылдың яҙынан Табын кантоны рəйесе була, шул уҡ йылдың көҙөндə БАССР-ҙың аҙыҡ-түлек комиссары итеп тəғəйенлəнə. Колчакта хеҙмəт итеүҙə ғəйеплəп, 1921 йылда партиянан сығаралар һəм эшенəн бушаталар.
Был фотографияла һулдан 7-се булып ултырған кеше – Хисаметдин Камалетдин улы Əҙеһəмов, Мөхəмəтдин Əҙеһəмовтың бер туған ағаһы. 1918 йылда Башҡортостан хөкүмəтенең юл-төҙөлөш бүлеге мөдире булып эшлəй. 20-се йылдарҙа ла хөкүмəт эшендə булһа кəрəк. Артҡы рəттə баҫып торғандар араһында һулдан беренсе бəлəкəй буйлы кеше күҙгə ташлана. Уны таныуы ҡыйын түгел. Билдəле милли хəрəкəт эшмəкəрҙəренең береһе Гəрəй Батыргəрəй улы Ҡарамышев (1888–1922 йй.). тыумышы менəн Ишембай районы Маҡар ауылынан. 1918 йылда Башҡортостан хөкүмəтенең ер ҡороу (землеустроительный) бүлеген етəклəй. Шул уҡ йылдың сентябрендə башҡорт йəштəренең “Тулҡын” ойошмаһы рəйесе итеп һайлана. Советтар яғына сыҡҡас, Башревком (БАССР хөкүмəте) рəйесе урынбаҫары итеп һайлана. Бер үк ваҡытта ул БАССР-ҙың Халыҡ хужалығы советына етəкселек итə. 1922 йылдың сентябрендə мəрхүм була.
Һулдан икенсе торған кеше Əҡсəн Баймырҙа улы Мөхəмəтҡолов (1895–1938 йй.) булыуы ихтимал (фотолар менəн сағыштарғанда уға оҡшаған). Тыумышы менəн шулай уҡ Ишембай районы Маҡар ауылынан. 1921 йылда БАССР-ҙың аҙыҡ-түлек комиссариаты коллегияһы ағзаһы була. Фотографияла ауылдашы Гəрəй Ҡарамышев, Башсовнархоз рəйесе менəн тороуы, ошо фекерҙе тағы бер тапҡыр нығыта. Ə.Мөхəмəтҡолов 1925–1931 йылдарҙа Башҡортостан хөкүмəтен етəклəй. Һулдан 3-сө кешенең шəхесен əлегə асыҡлап булманы. 4-се торған оҙон буйлы кешене 2017 йылда асыҡларға насип булды. “У истоков Башкирской Республики” китабым сыҡҡас, ошо китапҡа ингəн бер шəхестең ейəне китапта Яхъя Сəлихов исемле милли хəрəкəт эшмəкəренең улы Өфөлə йəшəй тигəн яңылыҡ менəн мине шаҡ ҡатырҙы. Тиҙ арала барып таныштым. Я. Сəлиховтың улында байтаҡ фотографиялар һаҡланған булып сыҡты. Шул фотоһүрəттəрҙе сағыштырып, 3-сө торған оҙон буйлы ир-уҙаманы Яхъя Шəриф улы Сəлихов (1893–1937 йй.) икəнлеген асыҡланым. Ул тыумышы менəн Ырымбур өлкəһе Тоцк районы Ҡыҙыл Мəсет ауылынан. Күгəрсен районы Мораҡ ауылы (элекке исеме Ҡыҙыл Мəсет) башҡорттары нигеҙлəгəн икəн был ауылды. Я. Сəлихов 1917 йылда Башҡорт мəркəз шураһының ағзаһы итеп һайлана. 1918 йылда Башҡортостан хөкүмəтенең Агрономия бүлеген етəклəй. 1919 йылдан БАССР-ҙың ер эштəре халыҡ комиссары булып эшлəй. 20-се йылдар башында комиссариаттың ауыл хужалығы идаралығы начальнигы була. 1924 йылда Махачкалаға күсеп китə. 1925 йылда БАССР хөкүмəте уны Госпланға эшкə саҡыртып ала. Һуңыраҡ ул Мəскəүгə китə.
Һулдан 5-се торған күҙлекле ир-уҙаманы арҙаҡлы милли хəрəкəт эшəмəкəре Нуриəғзəм Таһир улы Таһиров (1888–1938 йй.). Тыумышы менəн Араяш районы Ҡужа ауылынан. 1917 йылда Башҡорт мəркəз шураһы ағзаһы. 1918 йылда Арғаяш кантоны рəйесе, артабан 2-се Башҡорт уҡсы полкы муллаһы, һуңынан 1-се Башҡорт двиизияһы муллаһы. Ҡыҙылдар яғына сыҡҡас, Башҡорт кавалерия дивизияһы комиссары булып хеҙмəт итə. Петроградты һаҡлауҙа ҡатнаша. 1920 йылда фронттан ҡайтҡас, Арғаяш кантоны рəйесе итеп тəғəйенлəнə. 1921 йылдан БАССР халыҡ мəғарифы комиссаритында эшлəй. 1922 йылда Муса Смаҡовтан һуң Башҡортостанды өйрəнеү буйынса ғилми йəмғиəтте етəклəй. Башҡорт теле буйынса хеҙмəттəр яҙа, һүҙлектəр сығара. 1924 йылда юридик белем алып, Башглавсудтың юридик ярҙам коллегияһында адвокат булып эшлəй. 1929 йылда репрессиялана.
Һулдан 6-сы кеше шулай уҡ арҙаҡлы милли хəрəкəт эшмəкəрҙəренең береһе Хəбибулла Ғəбделҡаһир Ғəбитов (1884–1938 йй.). Тыумышы менəн Баймаҡ районы Əбделкəрим ауылынан. 1917 йылдың июлендə Сəғит Мерəҫов менəн бергə “Башҡорт” гəзитен сығаралар. Шул уҡ йылдың авгусында 2-се Башҡорт ҡоролтайында Х.Ғəбитов Башҡорт мəркəз шураһы ағзаһы итеп һайлана. 1918 йылдың авгусында Ырымбурҙа “Башҡорт тауышы” исемле гəзит сығара. Шул уҡ йылдың көҙөндə 1-се Башҡорт полкының муллаһы итеп тəғəйенлəнə. Советтар яғына сыҡҡас, БАССР-ҙың эске эштəр комиссариатында эшлəй. 20-се йылдарҙа БАССР-ҙың мəғариф комиссариаты янындағы Башҡортостанды өйрəнеү буйынса ғилми йəмғиəттə эшлəй. Бер үк ваҡытта “Белем”, “Сəсəн” журналдарын сығарыу менəн мəшғүл була.
Хəбибулла Ғəбитовтың эргəһендə уның яҡын көрəштəше, дуҫы, Башҡортостан автономияһы өсөн көрəште башлап ебəреүселəрҙең береһе Сəғит Ғөбəйҙулла улы Мерəҫов (1880–1932 йй.) тора. Ул 1917 йылдың майында Мəскəүҙə үткəн Мосолмандар съезында Зəки Вəлиди, Аллабирҙе Йəғəфəровтар менəн бергə Башҡорт өлкə бюроһына ағза итеп һайлана. 1917 йылдың июлендə Ырымбурҙа 1-се Башҡорт ҡоролтайын ойоштора. 1918 йылда Башҡортостан хөкүмəтенең дини бүлеген етəклəй. 1919 йылда Туҡ-Соран кантонында эшлəй. 20-се йылдар башында Башҡортостанды өйрəнеү буйынса ғилми йəмғиəттə эшлəй. “Башҡорт аймағы” журналын сығара. “Башҡорт тарихына бер ҡараш” исемле хеҙмəт яҙа. Мəҙəниəт, мəғарифты үҫтереүҙə ҙур өлөш индергəне өсөн Башҡортостан хөкүмəте С.Мерəҫовты 1922 йылда үҙенең махсус ҡарары менəн арҙаҡлы мəғариф эшмəкəрҙəре иҫəбенə индерə. Баҫып торғандар араһындағы һулдан 8-се кешене əлегə асыҡлап булманы. Шуға ҡарамаҫтан, был фотографияла башҡорт халҡының арҙаҡлы ир-уҙамандары һүрəтлəнгəнлеге күренə. Əммə ҡайҙа, ни сəбəпле ошо составта фотоға төшөүҙəре билдəһеҙ.
Фотоны төшөрөү ваҡытына килгəндə – 1921-1922 йылдар тип əйтергə була. Сөнки Һиҙиəтулла Сəғəҙиевтың (1-се рəт һулдан 5-се) түшендə БашЦИК ағзаһы тигəн значокты күрəбеҙ. 1921 йылдың декабрендə ул БАССР-ҙың мəғариф халыҡ комиссары итеп тəғəйенлəнгəс, автоматик рəүештə БашЦИК ағзаһы итеп һайланған. Был фотографияның оригиналын миңə Сөлəймəн Ишмырҙиндың туғандары тапшырҙы. Тағы шуны əйтеп үтергə кəрəк. Был фотографияла Башҡортостан хөкүмəте ағзалары ғына түгел, күренекле мəғариф һəм хужалыҡ эшмəкəрҙəре һүрəтлəнгəн. Шуға күрə лə “Башҡортостан хөкүмəте” тип яҙыу дөрөҫ түгел. “Башҡортостандың бер төркөм дəүлəт, хужалыҡ һəм мəғариф эшмəкəрҙəре. 1921–1922 йй.” тип яҙыу дөрөҫөрəк була. Был фотоһүрəт Башҡортостан тарихын һəм республикабыҙға нигеҙ һалған арҙаҡлы шəхестəрҙең биографияһын өйрəнеүҙə бик тə ҡиммəтле сығанаҡ булып тора.
Азат ЯРМУЛЛИН.
Ҡулланылған əҙəбиəт һəм сығанаҡтар: