Йәшләй генә иҫ китерлек ижад өлгөләре тыуҙыра алған, дәү шәхестәр булған Салауат Юлаев, Шәйехзада Бабичтар рәтендә Рәшит Назаров исеме лә бар. Уның ижадын тулыһынса аңлап айҡар өсөн дә әҙерлек кәрәк, кәм тигәндә, туған телеңде камил белеү шарт. Назаровтың һәр шиғыры хазина. Башҡортсаһы икмәк-тоҙлоҡ ҡына булған әлеге йәш быуын уның сөңгөлдәренә сумып ләззәт кисереүгә һәләтлеме, уның матурлығын шәйләр хәлдәме? Уйлаһаң – ниндәй үкенес! Ә бит ул әҫәрҙәрҙе шағир 15-22 йәш арауығында яҙған. Юҡ, был һүҙҙәрҙе төңөлөү тип ҡабул итергә кәрәкмәй, факттар констатацияһы ғына ул. Әҙ булғанмы ни тарихта бындай эс бошорғос дәүерҙәр? Үлән үҫкән ерендә үҫә, Рәшит Назар, Шәйехзадалар йәнә лә тыуыр, тағы балҡып, йондоҙ булып атылыр...
Рәшит Назаровҡа, иҫән булһа, быйыл 80 йәш тулыр ине. Инде арабыҙҙа уны шәхсән күреп белгән кешеләр ҙә һанаулы ғына ҡалып килә. Шуларҙың береһе – даһи шағирҙың дуҫы, ике китабының мөхәррире булған яҙыусы Әсхәл Әхмәт-Хужаның тормош юлдашы Лүзә Сәхип ҡыҙы.
“Байтаҡ йылдар уҙҙы бит инде, хәтерләүҙәр ҙә урыҡ-һурыҡтыр, үпкәләмә! Үтә ипле, бүтәндәргә һалаҡаһын һалыуҙан өркөп торған кеше булып иҫемдә ҡалған Рәшит Назар. Зорге урамынан фатир алғас, бер килгәне иҫтә, әрмегә китеп барған сағы булдымы икән, яңы диванға урын йәйеп биргәйнем, иртән уянһаҡ – иҙәндә йоҡлап ята. Яңы йыһазға уны һалып, үҙебеҙ ҡыҫынҡылыҡ кисергән тип уйлап, уңайһыҙлыҡ кисергән икән. Бына шулай ине инде ул. Сәй эскәндә лә тартынып ҡына... Ул бик һирәк кешеләргә генә асылған. Әсхәл шуларҙың береһе ине. Рәшит Назарҙың иптәшемә әрменән яҙған ҡырҡҡа яҡын хатын Милли әҙәбиәт музейына тапшырҙым. Рәшитте мин хөрмәт иттем, өндәшмәҫ булһа ла, көслө бер ипкенен тойҙом. Әҙәбиәт теорияһын Ким Әхмәтйәновтан кәм белмәй ине ул. Әҙәбиәтте генә түгел, донъяны танып-белеүе, тәрән аҡылы менән үҙенә бер кеше ине. Шуға ла, һәр өлкәлә лә башҡаларҙан күберәк белгәс, бүтәндәрҙе уңайһыҙ хәлгә ҡуймаҫ өсөн дә шымғандыр, тип уйлайым мин. Кешеләр белә торғандан да, әҙәм балаһына рөхсәт ителгәндән дә күпте белгәнгә... Кемдер уның ысынлап та ауырыуына ышана ине, ә мин ул бары тик үҙенсәлекле булғандыр тип инанам.
Әсхәлдең бер хәбәре иҫтә. Дуҫтары бер мәл уға бесән эшләшергә барған. Көн төшкә ауғас, шунда ғына торған егетте сәй эсергә саҡыралар, ә ул күҙ алдында юҡ була, фуражкаһы ғына ята, үҙен тапмайҙар. Назар ағай Нәжмиҙең ул саҡта Совет майҙаны янында урынлашҡан “Ағиҙел” журналы редакцияһы коридорына сығып, “Талант табылды, талант!” тип ҡысҡырғанына ла осраҡлы рәүештә шаһит булыуым менән бәхетлемен. Назар ағай уны шағир булараҡ донъяға асһа, Әсхәл Әхмәт-Хужа, Рауил Бикбай, Рәми Ғарипов, Риф Мифтаховтар – һуңынан уның ижадын халыҡҡа еткереү өсөн ҙур эштәр башҡарған шәхестәр. Әсхәлдең “Ағиҙел”дә яуаплы секретарь булып эшләгән сағында төрлө авторҙарҙың ҡосаҡ-ҡосаҡ шиғырҙарын алып йөрөүенә, һәр юл аҫтына ҡыҙыл ручка менән һыҙып, мөхәррирләү менән булыуына асыуым килгән саҡтар ҙа була ине, йәнәһе, үҙ ижады менән булмай, башҡаларҙы ғына күтәрә. Ә бит уның таланттарҙы күреп алып, уларға хәлдән килгәнсә ярҙам итергә тырыша торған матур ғәҙәте булған ул. Рәшит Назар ижадына айырыуса иғтибарын бүлде, ижадын юғары баһаланы, ике китабының мөхәррире булды. Уның шул мөнәсәбәте миңә лә күсте. Төрөмбәткә, һуңынан махсус интернатҡа барып даһи шағирҙың хәлен белеп йөрөнө иптәшем. Илле йәшлек юбилейын үткәрергә ярҙам итешкән дә хәтерҙә. Бер тапҡыр интернатҡа барғанда мин дә эйәреп бүлмәһенә ингәйнем. Ятһынды ла ҡуйҙы бит, ярты көн булдыҡ, бер ауыҙ һүҙ өндәшмәй, Әсхәлде генә тыңлап ултырҙы ла, ҡайтыр саҡта “бүтән еңгәйҙе алып килмә, яңғыҙың кил”, тине. Шундай саф йөрәкле кеше ине ул, мин уның әйткәненә һис кенә лә үпкәләмәнем, артабан да йыш ҡына бергә барһаҡ та, эскә инмәй, тышта көтөп ултырыр булдым.
“Ҡара кеше” поэмаһына тәржемәсе эҙләгәнебеҙ ҙә иҫтә, сөнки ул ҡулъяҙмала почергын һис танырлыҡ түгел ине, тәү ҡарашҡа ғәрәп яҙмаһы икән тип торорһоң. Тағы нимә һөйләргә? Әллә ҡасан булған кеүек быларҙың барыһы ла, Рәшит Назарҙы иҫләтеп берәй нәмә яҙып сығарыр булһағыҙ, тик яҡшы яҡтан ғына телгә алығыҙ, уның рухына тап төшөрөрлөк булмаһын, теләгем шул ғына”, – тип тамамланы һүҙен Лүзә ханым. Күреү һәләтен юғалтып, бик ауыр көндәр кисергән Лүзә инәйҙең ошо һөйләшеүгә риза булып, буйтым ваҡытын бүлеүе, унан бигерәк, Рәшит Назарҙың исеменә гәлсәрҙәй һаҡ, ҡәҙерләп кенә ҡағылыуы үҙе бер тетрәнеү булды миңә. Баш мөхәрриребеҙ Мөнир Ҡунафин шәхси китапханаһынан эшкә алып килгән Рәшит Назарҙың китаптарын йотлоғоп уҡып сыҡтым да, үҙем өсөн шағирҙы өр-яңынан астым. 18 йәшлек егеттең шундай тәрәнлектәрҙе, киңлектәрҙе иңләй алған феноменаль зиһененән йәнә берҙе шаңҡыным. Фекерләү кимәле, баҡтиһәң дә, кешенең йәшенә һис бәйле түгел! Ул, ысынлап та, Хоҙайҙың инәүле бер бәндәһе булғандыр. Иң күҙгә салынғаны – образдарҙың ҙурлығы, мөһабәтлеге, әйтерһең дә, шағир һәр ваҡыт был донъяға әллә ҡайҙан, ситтән баҡҡан һәм уны усындағылай күргән. Ул Ер шары масштабында уйлаған, шулай яҙған. Шуға ла ижадындағы иң йыш осраған, төп образ, был ғәжәп тә түгел, – Ер үҙе.
Тәү ҡарашҡа, Рәшит Назаров шиғырҙан шиғырға күсеп, шул бер үк нәмә хаҡында сурыта ла кеүек, ер улы ер хаҡында яҙа. Әммә яҙыусы уға нисә әйләнеп ҡайтһа, ҡабатлаһа, шунсама төрлө итеп бирә, уны тәрәнәйтә, киңәйтә генә барып, ерҙәге бөтә нәмә, күренеш, сифаттар тураһында ла бәйән итә. Ысын оҫта, ысын һөнәрсе генә шулай яҙа ала. Лүзә инәйҙең шауҡымлы, башҡаларҙан күберәкте күрергә һәләтле кеше тигән һүҙҙәрен шағирҙың яҙғандары ла ҡеүәтләй:
“Алыҫта!.. Алыҫта!.. Офоҡ ситендә
Бер генә секунд ҡабынып ҡуя,
ҡағынып ҡуя,
Тылсымлы нәжәғәй, ә уның битендә
Тылсымлы яҙыу бар – сағылып ҡуя
Ялт итеп...
Һәм тиҙ үк ябынып ҡуя
Өҫтөнә аҡ томан – юғала...
Кем уҡый алһа шул тылсымлы яҙыуҙы,
Ул – шағир!
(“Алыҫта”).
Бөгөн кешенең төпкөл аңын, халәтен өйрәнеүсе фәндәр боронғо дини китаптарҙағы, атап әйткәндә, “Инжил”, “Тәүрат”тарҙа ҡабатланған бер фекергә кире әйләнеп ҡайта, йәғни: кешеләр тик ике төргә бүленә, уянғандар һәм серем итеүселәр, уянғандар – “көтөүсе”ләр, йоҡлағандар – “һарыҡ көтөүе”, “уйынсылар” һәм “ҡурсаҡ”тар (русса: игроки и игрушки, ведущие и ведомые). Гений шағир ҙа тап шул хаҡта яҙа:
Мин ҡурсаҡтар ауылында яңғыҙ,
Мин яңғыҙмын, ә ҡурсаҡтар – һанһыҙ,
Мин уйлайым – ә ҡурсаҡтар аңһыҙ...
(“Ер аҫтынан һеҙгә хаттар яҙам”).
Һәм бөгөн донъяла иң күп һатылған, уйҙар материаль булыуын иҫбатлаған психологик китап авторҙары Дейл Карнеги, Джон Кехи һәм башҡаларҙың бестселлерҙарын шағир ике генә юлға һыйҙырған, башҡорт шиғриәтенең йөҙөк ҡашы булырлыҡ ике юлға:
Буй етмәһә – уй етә,
Ә уй етһә – буй етә.
(“Әсә хаттары”).
Хәтәр бит, донъя табынған коучинг һәм психологияның барса йөкмәткеһен, асылын шағир тик ошо ике генә әҫәренә һыйҙырған да ҡуйған. Әгәр уның шәхесен берәй психологик сессияла тикшереүгә ҡуйһалар, һис һүҙһеҙ, был кеше һирәктәрҙән булған “уйынсы”, “көтөүсе” булған, ул “ҡурсаҡ” булмаған, бик ҙур рухи үҫеш юлы үткән гуру тиерҙәр ине.
Рәшит Назарҙың ижадында үҙәк образ булған Ергә әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Шиғырҙарында аҡ та, ҡара ла, тыуҙырыусы ла, йотоусы ла, юғарылыҡ та, түбәнлек тә ғәжәп бер сәбәптән шул бер образ аша асыла. Бына Ер – аҡһаҡал:
Ерем уйсан,
Уның киң маңлайын
Бураҙналар япҡан...
(“Уйсан ер”).
Атай:
Өҙәңгегә өҙә баҫтым,
Ер китте сыңлап,
Эйәргә үҙе күтәреп
Ултыртты һымаҡ.
(“Өҙәңгегә өҙә баҫтым”).
Әлбиттә, йәшәү бүләк итеүсе әсә образын да Ерҙә күргән шағир:
Һәр һылыуҙың һин бит – әсәһе,
Көндән нурлы ҡара тупрағың,
Шул тупраҡҡа шытты һөйөүем,
Шул тупраҡҡа ҡойор япрағын!
(“Һылыуҙары аҙмы донъяның!”).
Ауыл егетенең ҡара тупраҡта үҙен күреүе лә шулай уҡ тәбиғи яңғырай:
Мин – игенсе улы – игенсемен.
Өлөшөм – ер, мин – ер өлөшөмөн.
(“Мин игенсе улы”).
Һәм ижадсы өсөн ерҙең ҡайһы өлөшөндә баҫып тороуы ла мөһим түгел, уға ул бөтәүләй ҡәҙерле:
О, ҡырҙарым! Юлдар ҡайҙа илткәндә лә,
Мин берҙәй үк яҡын Ерем үҙәгенә.
(“Ерем минең”).
Бабич халҡыбыҙ хаҡында яҙғанда “Тупраҡ – беҙҙең атабыҙ”, тиһә, Назаровса ул ошолай яңғырай:
“Уралым”, – тип оран ташлап ауһа,
Күмгәндә лә тупраҡ – ер үҙен,
Йөрәгенән сығып эйәрле ат
Сапҡан яуға,
Ир данына биреп теҙгенен.
(“Башҡорт”) – асылыбыҙҙы нисек нескә тотоп алған бында шағир. Үҙенең, башҡорттоң булмышы менән тәбиғәт балаһы икәнен ошолай күрһәтә:
Бөтәһе лә улар – ер бүләге,
Уты, һуты минең күңелдең.
(“Ил хаҡында күптәр йырҙар яҙған”),
Мин һаман да талдар, гөлдәр һымаҡ
Ергә генә эйәм башымды.
(“Ҡырҙарыма сығам”).
Ер образы бигерәк тә шағирҙың “Әсә хаттары” шиғырҙар циклында күп ҡырлы һында төҫмөрләнә, һәм уларҙың һәр береһе бик тәрән фәләсәфәне асып һала, яуаплылыҡ та булып яңғырай:
Һәр кем ниҙер һалып бара иңенә:
Кем төйөнсөк, ә кем – бөтә Ер шарын.
Йыһан ҙурлыҡ төшөнсәләрҙе сағылдырыр көҙгө лә ул:
Булмағанда ҡунып балҡыр төйәк,
Күренмәй бит
Ҡояштың да хатта нурҙары.
Намыҫ һәм ихтыяр көсө кеүек төшөнсәләрҙе лә яҙыусының әлеге лә баяы Ер аша биреүе ғәжәпме инде:
Бер илегә башың эйелдеме,
Ергә тиклем бөгөү – ни тора!
Ергә тейгәс башың – юл бер генә,
Тик ҡәбергә генә – туп-тура!
(“Даулы бәхет”).
Кешене кеше иткән хистәр донъяһы, уларҙың төрлөлөгө, хатта әҙәм балаһы үҙе лә Ер булып күҙ алдына баҫа:
...Һалҡындыр минең йөрәгем Ерҙәй,
Тик эсендә ут бит, ут дөрләй.
(“Вулкан”).
Батырҙар, баһадирҙар нәҫеленән булған, азатлыҡ һөйгән шағир ғына ҡаһарманлыҡты ошолай һүрәтләүгә һәләтле:
Баҫып торам. Оса Ер ҙә,
Мәңгелек һәм сикһеҙлекте
Күкрәк менән яра-яра.
(“Торам донъя уртаһында”).
Ерҙе һалдат итеп ҡуйыуы менән шағир бөгөн дә көн ҡаҙағына һуға бит. Бындай образды тик яугир халыҡтың уланы ғына тыуҙыра алалыр:
Каска аҫтынан,
Каска аҫтынан,
Каска аҫтынан...
(“Өнһөҙ күк тауҙар”).
Әҙәм ғәмәлдәрен үлсәр бизмәндәге гер ҙә була ала икән ул Ер:
Яҡшылыҡ һәм яманлыҡ бизмәнендә
Намыҫ-хаким үлсәй мәңге Ерҙе.
(“Мин тыуғандан бирле әллә мәңгелек”).
Миҙгелдәрҙе миҙгелдәргә ялғап әйләнгән ғүмер сәғәте лә ул:
Аҙмы йылдар еткән сәтләүектәй
Ярылғандар Ергә бәрелеп.
(“Ғүмер”).
Ер образы Рәшит Назар ижадында батырлыҡ һәм изгелекте генә һынландырып ҡалмай, ул хатта Ҡатил, баҫыусы, ҡол биләүсене лә һүрәтләгәндә уңышлы ҡулланыла, йәғни бизмәндең ике яғына ла һалып була торған нәмә булып баҫа:
Оҙаҡмы һуң ташлы ҡатламдарҙың
Ауырлығын тойор яурыным?..
...Ер аҫтынан мине сығарығыҙ!
Өмөт һәм уның ҡыйралып төшөүен дә аңғарта ала:
Ә мин аҫта, тәрән ер аҫтында,
Көлмәй нурҙар, иҫмәй елдәре.
(“Ер аҫтынан һеҙгә хаттар яҙам”).
Шағирҙың, үҙе лә теләмәҫтән, ҡайһы әҫәрҙәрендә сағылып киткән әүлиәлеге, күңел һәм аҡыл тәрәнлеге лә шул бер үҙе күнеккән дәүмәл менән үлсәнә ләһә:
Минең ҡатламдашым булһа булыр
Девон нефтенең күлдәре.
(“Ер аҫтынан һеҙгә хаттар яҙам”).
Һәм, ниһайәт, “Гөлбикә” драматик поэмаһында Ҡолбайҙан, ижад – Ер һәм күк араһындағы илһам ҡошо, тойғо – Ергә төшкән нурҙың шәүләһе ул, тип әйттереп, был образды иң көсөргәнешле юғарылыҡҡа күтәрә автор. Ошо уҡ поэмала әҙәм күтәрер иң ҙур хурлыҡты ер гонаһы тип атай. Һәм кешелекте иманға ҡайтыуға, экологик һәм рухи катастрофанан ҡотолоу өсөн кисекмәҫтән аңына килергә саҡырып:
Мин әйтәм: Ер – тормош дәфтәрендә
Һуңғы нөктә!
Һуңғы ҡара нөктә! – тип киҫәтә.
(“Гөлбикә” поэмаһы).
“Гөлбикә” поэмаһы – Рәшит Назаров ижады тигән гөлләмәнең иң сағыу гөлдәренең береһе. Ул – аңды шартлар хәлгә килтерерҙәй фәлсәфә һөҙмәһе.
Ике игеҙ. Тик кемгәлер ҡайғы – өлөш,
Бүтәненә бәхет һаман.
Шар түңәрәк Ер өҫтөндә Бәхет ниңә
Уның кеүек түп-түңәрәк яралмаған? – тип йәшәү ҡиммәттәрен үлсәр оло бер үлсәүгә әйләндерә ул бында Ерҙе.
Сүптән һаҡлай күҙҙе керпек,
Төшһә күҙгә үҙе сүп тик, – тип Ерҙең үҙен ни тиклем яратһаң да, ерҙәге бөтә нәмәне лә һөйөү ахмаҡлыҡ икәненә лә инандыра.
Кем теҙ сүгә,
Ер ярылһын
Уның тубыҡтары тейгән урында, – поэманың эпилогында кешеләрҙе принциптарына тоғро ҡалырға саҡырғанда ла шағир үҙенә тоғро ҡала, йәнә лә ер убыу, ер йотоуҙан – юҡҡа сығыуҙан ҡурсалап милләттәштәренә сәм ырғыта.
Рәшит Назаров шиғриәте йылдар үткән һайын ҡиммәте асыла барған аҫыл мәғдән кеүек. Баҡыр өҫтә, алтын тәрәндә ята тип әсенеп яҙғанда, ваҡыт елдәре шул ҡара ер ҡыртышын ашап, бер ваҡыт уның да ижадын көнгә асыр мәл етеренә ышандымы икән шағир?
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
(Мәҡәлә 2024 йылғы "Ағиҙел" журналының 11-се һанында баҫылды).