Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Ноябрь , 17:33

Ике өләсәйем бар ине...

Уларҙың мине бөтөнләй әрләмәгәнен, бар нәмәне лә рөхсәт иткәнен ярата торғайным. Теге өләсәй инде йыш ҡына ҡаршы төшә, берәй ергә барам тиһәм сығармай, ҡай саҡ тауыш та күтәрә... Ул мине яратмайҙыр, тип уйлай инем. Хәҙер килеп тап шул өләсәйемдең мине яҡын күреүен һәм хәстәрләүен аңланым.

Ике өләсәйем бар ине...
Ике өләсәйем бар ине...

Бер өләсәйем йылғала күпме теләйем, шунса һыу инергә рөхсәт итә торғайны. Бер мәлде шулай эҫе көндә өс сәғәт буйы һыуҙан сыҡманым да, эҫе тейеп дауаханаға эләктем, өс көн ни үле, ни тере көйө йөрөнөм. Ул өләсәй миңә төнгә тиклем йөрөргә лә рөхсәт бирҙе, йәштәштәрем араһында бер ун өс йәшлек миңә генә бындай бәхет татығас, минән олораҡ егеттәр менән аралаша башланым, бер мәлде быларҙың мәкер ҡорғанын аңғарып саҡ ҡасып ҡотолдом...

Ул өләсәй көнөнә ете ҡап чипсы ашаһам да әрләмәй торғайны, бер мәлде шулай ныҡ итеп ашҡаҙаным ауыртты.

Ә икенсе өләсәй.. Олораҡ егеттәр менән төнгә хәтле йөрөтмәне, ҡаты-ҡото ризыҡты аш, ит, салаттан һуң әҙ генә ашатты, һыуҙы ярты сәғәттән оҙаҡ индермәне, тыңламаһам әрләп тә алды.

Ул мине яратҡан бит, шуға ҡурсалаған. Минең алдымда яманатлы булырға ла ҡурҡмайынса, һаулығым һағында торған, уның өсөн минең хәүефһеҙлегемдән дә мөһимерәк нәмә булмаған донъяла. Ул өләсәйемде бик яратам, әммә был яратҡанымды һуңлап аңланым шул...

 

Интернет селтәренән тәржемә ителде.

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: