Нисек әҙерләргә:
Тәүҙә эремсекте банан, ике йомортҡа һәм 80 грамм шәкәр менән ҡушабыҙ.
Һуңынан был ҡатышманы блендер менән бер төргә килгәнсе туғыйбыҙ.
Артабан эремсек массаһын йоҡа лавашҡа һалабыҙ, төрөү өсөн ситенән урын ҡалдырабыҙ. Өҫтәнә ҡабаҡты эре ҡырғыстан 300 грамм үткәреп һалабыҙ.
Лааштың ситтәрен бөгөп, рулет формаһында төрәбеҙ. Уға алтын төҫ биреү өсөн йомортҡа менән һөт ҡушабыҙ ҙа рулетты майлайбыҙ. Өҫтөнә сәтләүек, был осраҡта арахис һибелә.
Тәғәмде яҡынса 40 минут дауамында духовкала бешерәбеҙ. Һәм бына, беҙҙең тәмле рулет әҙер!
Ингредиенттар:
Творог - 400 г
Йомортҡа - 2 дана.
Шәкәр - 80 г
Ләүәш - 200 г
Таш ҡабаҡ - 300 г
Банан - 1 дана.
Арахис
Майлау өсөн:
Йомортҡа - 1 дана.
Һөт - 1 аш ҡалағы
Аштарығыҙ тәмле булһын!