– Генерал Шайморатов хаҡында публицистик әҫәрҙәр: Сабир Ҡадиров “Волганан Эльбаға ҡәҙәр”; Сәғит Әлибаев “Көндәлек биттәренән”, Рәүеф Насиров “Башҡорт һыбайлыларының фажиғәһе”, Рәшит Шәкүр “Миңлеғәле Шайморатов”, Фәрит Вахитов “Генерал Шайморатовтың триумфы һәм трагедияһы”, Э. Зәйнетдинов “Шайморатов генерал” һәм башҡалар.
Шайморатовтың образын художестволы яҡтан һүрәтләгән әҙәби әҫәрҙәр. Уларҙы, үҙ сиратында, жанр-стиль яғынан тағы ла бер нисә төркөмгә бүлергә мөмкин:
– Шайморатов хаҡында шиғырҙар һәм йырҙар: Ҡадир Даян “Шайморатов генерал”; Рәшит Ниғмәти “Үлтер, улым, фашисты”. Бөгөнгө шиғриәттә был образ тағы ла баҙыҡланды: Ирек Кинйәбулатов “Утлы йылдар, оҙон юлдар аша”; Лариса Абдуллина “Урал төҫө”, “Ожмах халҡы”; Ғәлиә Кәлимуллина “Шайморатов генерал”, Лилиә Һаҡмар “Шайморатов планетаһы”, Фәнил Бүләков “Асыҡ дәрес” һәм башҡалар. Халыҡ араһында йөрөгән бәйеттәр һәм йырҙарҙы ла ошо төркөмгә индерергә була.
– Данлыҡлы генерал хаҡында проза әҫәрҙәре: Яныбай Хамматов “Башҡорттар китте һуғышҡа”; Сабир Ҡадиров “Урал бөркөтө”, Әхтәм Ихсан “Саҡма тояҡ аттарҙа”, Тайфур Сәғитов “Аманат”, “Ҡаһармандар юлынан”, Рамазан Өмөтбаев “Генерал Күсимов”, Флүр Ғәлимов “Генерал Шайморатов”, Миләүшә Ҡаһарманова “Салауат вариҫтары” һәм башҡалар.
– Генерал тураһында драма әҫәрҙәре: Ибраһим Абдуллин һәм Шакир Насировтың “Генерал Шайморатов” героик драмаһы, Флорид Бүләковтың “Шайморатов генерал” драма-реквиемы, Зөһрә Бураҡаева “Ат уйнатып алдан бара” һәм башҡалар.
Ғөмүмән, генерал Шайморатов хаҡындағы тарихи, тарихи-биографик һәм художестволы-публицистик әҫәрҙәр етди тикшереүҙәрҙе көтә. Ә уның хаҡындағы хәрби мемуаристика үҙе бер айырым фәнни өлкәне талап итә.
Һай, батыр ҙа ир икән...
“Шайморатов генерал” йырын кем генә белмәй икән? Заһир Исмәғилевтең Ҡадир Даян һүҙҙәренә яҙылған “Шайморатов генерал” – башҡорт халҡының иң яратҡан патриотик йырҙарының береһе. Уны тәүге тапҡыр 1942 йылдың мартында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Ғабдрахман Хәбибуллин башҡара.
Ҡадир Даяндың “Шайморатов генерал” шиғыры 1947 йылда Башҡортостан китап нәшриәтендә шиғырҙар китабында баҫылып сыға (шиғырҙың яҙылыу датаһы ни өсөндөр 1945 йыл тип ҡуйылған). Бына ул юлдар:
Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды күк Урал;
Ат уйнатып, алда бара
Шайморатов генерал.
Ағиҙелдең һыуын эскән,
Туғайында көн иткән;
Утта янмай, һыуҙа батмай,
Һай, батыр ҙа ир икән.
Ватан өсөн йән ҡыҙғанмай
Һинең улдарың, Урал;
Шулар менән дошман ҡырҙы
Шайморатов генерал.
Халыҡ һәр ваҡыт, Ватан яҙмышы ҡыл өҫтөндә булғанда, батыр йөрәкле улдарының ауыр мәлдәрҙә ҡурҡып ҡаушап ҡалмауын теләгән. Тыуған илде һаҡлау – ир-егеттең иң изге, мөҡәддәс бурысы, күркәм һыҙаты. Сал тарихтан, быуаттар төпкөлөнән килгән был идея Ҡадир Даяндың шиғырында ла тәрән сағылыш таба: әҫәрҙең һәр юлында тиерлек халыҡ ижадындағы йырҙарҙың, мәҡәл-әйтемдәрҙең традициялары һиҙелә.
Ләкин Ҡадир Даянға шиғырҙы үҙгәртергә ҡушалар (был хаҡта тулыраҡ Йыһат Солтановтың “Башҡорт дивизияһы” китабында яҙылған). Билдәле булыуынса, һуғыштан һуңғы йылдарҙа әҫәрҙәрҙе идея-эстетик талаптар яҡтылығынан анализлау, уларҙың авторҙарын “зарарлы тенденциялар”ҙа, идеологик боҙоуҙарҙа ғәйепләү ныҡ таралған була. Һөҙөмтәлә Ҡадир Даян шиғырҙың икенсе һәм өсөнсө строфаларына үҙгәрештәр индерә, Совет илен һәм халҡын данлап ике строфа өҫтәй. Ни генә булмаһын, яугир ҡаһарманлығын һәм батырҙың еңелмәҫ рухын сағылдырған “Шайморатов генерал” йыры халыҡ күңелендә ныҡлы урын ала.
Рәшит Ниғмәтиҙең “Үлтер, улым, фашисты!” поэмаһының (1942 йыл, ноябрь) “Урал приказы” бүлеге данлыҡлы генералдың яу юлдарындағы эшмәкәрлеген һүрәтләүгә арналған.
Урал тәбиғәтенең сафлығын, еребеҙҙең байлығын, халыҡ күңеленең самимилығын, ябайлығын тасуирлаған юлдарҙан һуң антитеза алымдары менән һуғыштың дәһшәте, яуызлығы хаҡында һүҙ алып барыла:
Бер саҡ Берлиндағы шомло өйҙә
Әҙәм ите ҡурған шакалдар
Теләй Уралдағы йүкә балын,
Иҙел балыҡтарын ашарға.
Шайморатов исеменән алып барылған был юлдарҙа Тыуған илде, ерҙе яратыу кеүек изге тойғо дошманға нәфрәт һәм асыу менән үрелеп бирелә, фашист илбаҫарҙарына хөкөм фарманы сығарыла:
Приговор шундай:
Күпме йүкә,
Күпме шыршы булһа Уралда,
Урал һәм Дон өсөн һуғышҡанда,
Тап шул хәтле дошман турарға!
Рәшит Ниғмәтиҙең “Үлтер, улым, фашисты!” поэмаһында артабан һөжүм ваҡиғалары һүрәтләнә, Нафиҡов, Күсимов, Ниғмәтйәнов, Юлдашбаев, Әбсәләмов кеүек батырҙарға дан йырлана.
Һуғыш лирик тема түгел, Рәшит Ниғмәти поэмаһында ла уның ҡот осҡос фажиғәле яҡтары эске драматизм, хатта трагизм аша асыла. Бына Шайморатовтың ҡайғылы мәлдәре:
Майор Нафиҡовты күмгән саҡта
Дон һыуҙары туҡтап торғандар.
Һәм, дуҫының маңлайынан үбеп,
Шайморатов иптәш илаған.
Арғымаҡтар ерҙе сапсып торған,
Һәм ҡылыстар ҡындан һурылған.
Йөрәктәрҙә оло бер йыр тыуған
Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт турында.
Рәшит Ниғмәти реаль ваҡиғаларҙы поэтик юлдарға һалған…
Бөгөнгө башҡорт шиғриәтендә лә Шайморатов образы лайыҡлы урын ала. Ирек Кинйәбулатовтың “Утлы йылдар, оҙон юлдар аша” тигән шиғыры (2015) Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов ауылында легендар яҡташыбыҙ генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылыу айҡанлы яҙылған. Берсә шатлыҡлы ла, берсә моңһоу ҙа уйланыуҙарға бирелә лирик герой:
Ҡарашыңда, йөрәгеңдә бөгөн
Яҡташтарҙың яҡты ер уйы.
Мәңгелеккә ат өҫтөндә ҡайтты
Халҡыбыҙҙың халыҡ геройы.
Лилиә Һаҡмарҙың “Шайморатов планетаһы” шиғырында (2015) лирик герой данлыҡлы генерал батырлығының һаман да баһаланмағанына әсенә, халыҡ һөйөүенең сикһеҙлеген метафорик сағыштырыуҙар аша аса:
Күкрәктәге йондоҙҙан да
Сағыуыраҡ ялҡынланып,
Халыҡ күңелендә балҡый
Шайморатов планетаһы.
Лариса Абдуллинаның “Урал төҫө” шиғырында халыҡтың күңел көсө, ҡаһарманлыҡ тамырҙары лирик геройҙың эске кисерештәре менән бергә үрелә. Рух ҡото, иман, изге төйәкте сикһеҙ яратыу тойғоларының сығанаҡтары барлана, халыҡ, Ватан төшөнсәләре шәхес яҙмышы менән бәйле бирелә, ғорурлыҡ, илһөйәрлек хистәре беренсе планға сыға:
Башҡорт атлыларын беҙҙә халыҡ
Шайморатовсы тип йөрөтә.
Батырҙары булған милләт – изге!
Бәхетле ул халыҡ меңләтә!
Ғәлиә Кәлимуллинаның “Шайморатов генерал” шиғырының төп идея-тематик йөкмәткеһе халыҡтың үҙ батырҙарын бер ваҡытта ла онотмауына барып тоташа – лирик герой Шайморатов исеменең утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ әкиәт батырылай аңға һеңгән йыр булыуын раҫлай. Тарихи ваҡиғалар өйөрмәһе лә урын ала әҫәрҙә:
Буденныйҙан алған бүләк ҡылыс
Уң ҡулында – тоғро ҡоралы.
“Беҙ – Салауат тоҡомдары!” –
тигән
Анты булған һуңғы ораны.
Әгәр маҡсат итеп ҡуйһаң, башҡорт шиғриәтендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына бәйле мотивтарҙы күп табырға була. Был тәбиғи ҙә, сөнки бик күптәрҙең ата-бабаларының, олатайҙарының, яҡын туғандарының, ауылдаштарының, хатта башҡорт аттарының яҙмыш ептәре данлыҡлы дивизия тарихына барып тоташа.
Бөркөт саңҡыуына оҡшаш йыр
Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы хаҡында иң тәүге һүрәтләмәләр “Ҡыҙыл атлылар” гәзитендә донъя күрә. Дивизия яугирҙәре хаҡында фронтҡа, дивизияға бүләк алып барып ҡайтҡан Сәйфи Ҡудаш менән Сәғит Агиш юлъяҙма-очерктар ижад итә. Кирәй Мәргән “Беҙҙең поход” (1942), “Егеттәр” (1943), “Башҡорттар” (1944) китаптарын яҙа. И. Эренбург, бер туған Турҙарҙың, К. Симоновтың очерктарын телгә алыу ҙа урынлы. Улар барыһы ла Башҡорт кавалерия дивизияһының данын бар донъяға таратты.
Дивизияның данлы юлы хаҡындағы яҙмаларҙың һәм баҫмаларҙың авторҙары төрлө өлкәләге һөнәр эйәләре, төрлө йәштәге кешеләр булған кеүек, жанрҙары ла төрлө: фәнни монография (Т. Ахмадеев, “Башкирская гвардейская кавалерийская”); документаль очерк-китап (Г. Белов, “Путь мужества и славы”; Ә. Ихсан, “Саҡма тояҡ аттарҙа”; М. Докучаев, “В бой идут эскадроны”), тарихи-биографик хәтирәләр (С. Ҡадиров, “Урал бөркөтө”; Й. Солтанов, “Башҡорт дивизияһы”; С. Насыров, “Подвиг генерала”), художестволы-публицистик очерк (Ф. Вахитов “Триумф и трагедия генерала Шаймуратова”); фронт яҙмалары (С. Ҡадиров “Уттар-һыуҙар аша”); роман (Я. Хамматов, “Башҡорттар китте һуғышҡа”; Ф. Ғәлимов, “Генерал Шайморатов”), проза менән яҙылған поэма (Т. Сәғитов, “Аманат”), көндәлектәр (С. Әлибаев, “Көндәлек биттәренән”), публицистик очерк (Р. Насиров, “Башҡорт һыбайлыларының фажиғәһе”), тарихи-биографик очерк (Ф. Гумеров, “Мингалей Миназович Шаймуратов”; Р. Шәкүр, “Миңлеғәле Шайморатов”), тарихи-документаль яҙмалар (Р.Үтәғолов, “Ирәндек бөркөттәре”)... (Иҫкәрмә: китаптар ниндәй телдә яҙылған, атамалары ла шул телдә, тәржемә итмәйенсә килтерелде – авт.).
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 1941–1945 йылдарҙағы Ватан һуғышында күрһәткән ҡаһарманлыҡтары тураһындағы был хеҙмәттәр һәм китаптар күбеһе шәхси күҙәтеүҙәр, хәтирәләр һәм тарихи документтар нигеҙендә яҙылған. Уларҙың барыһында ла генерал Шайморатов хаҡында мәғлүмәттәр табырға була.
Мәҫәлән, Рәүеф Насиров дошман тылына яһалған рейд буйынса бик күп бәхәсле, асыҡланмаған һорауҙар барлығын билдәләй. Эҙәрмән-журналист матбуғаттағы һәр материалды, рейдта ҡатнашҡан яугирҙәрҙән йыйған аңлатма-белешмәләрҙе ентекләп өйрәнеп сыҡҡан, бик күп шайморатовсылар менән осрашҡан, һуғыш операцияһын хронологик тәртиптә күҙ алдына килтереп (“Гитлерсылар тылына”, “Ҡайтыу яғына”, “Юлино эргәһендә”, “Һуңғы ынтылыш”, “Генералдың үлеүе”, “Ҡайһы бер һығымталар” бүлектәре) бик күп һорауҙарға асыҡлыҡ индерергә тырышҡан.
Башҡа әҫәрҙәрҙән айырмалы рәүештә, Т. Сәғитовтың “Аманат”ы Шайморатовтың художестволы образын тыуҙырыуға ынтылышы, лиро-эпик сигенеүҙәре менән иҫтә ҡала. Автор “Ниндәй булған һуң ул Шайморатов?” тигән һорауға яуап эҙләй һәм яуабын да табырға тырыша.
Сабир Ҡадировтың “Урал бөркөтө” әҫәре идея-тематик киңлеге, сюжет-композицияһы менән тарихи-биографик романға ла тартым. Ретроспектив план, ваҡиғаларҙың эҙмә-эҙлекле үҫтерелеүе, төрлө жанрҙарҙың (йырҙарҙың, хәтирәләрҙең, хаттарҙың, документтарҙың, мәҡәл-әйтемдәрҙең һ.б.) һәм стилдәрҙең синтезы әҫәрҙең туҡымаһын байыта. С. Ҡадировтың “Урал бөркөтө” китабы – башҡорт халҡының легендар улы М.М. Шайморатовтың данлы тормош юлы тураһындағы тәүге китап һәм башҡорт әҙәбиәтендәге хәрби мемуаристиканың иң юғары өлгөләренең береһе.
Яныбай Хамматовтың “Башҡорттар китте һуғышҡа” романы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Бөйөк Ватан һуғышы фронттарындағы героик юлын һәм тыл хеҙмәтсәндәренең шул осорҙағы фиҙакәрлеген һүрәтләй. Художестволы алымдар, ижад фантазияһы менән эш итһә лә, әҙип тарихи дөрөҫлөктән ситкә тайпылмай, документтар һәм факттар етмәгән ерҙә лә төп хәл-ваҡиғаларҙы тормош логикаһына ярашлы бәйән итә.
Флүр Ғәлимовтың “Генерал Шайморатов” романы “Ағиҙел” журналында (2021, №8) тулыһынса баҫылып сыҡты. Әҫәр Шайморатов образын роман кимәлендә яҡтыртыуы менән әһәмиәтле. Ҡатмарлы проблематика, биографик роман сиктәренән сығып, киңерәк социаль-фәлсәфәүи яңғыраш ала. Ҡәһәрле һуғыштарға кәртә ҡуйып булмаймы ни? Йәшәйеш һәм тормош талап иткән ошо һорау менән кешелек донъяһына өндәшә автор.
Үрҙә әйтелгән бөтә был әҫәрҙәрҙә лә легендар батырыбыҙҙың ҡыҫҡа һәм яҡты ғүмере бөркөт саңҡыуына оҡшаш йыр булып һүрәтләнә.
Дан йырлай Тыуған ил...
Миңлеғәле Шайморатовтың яҡты һәм баҙыҡ образы башҡорт драматургияһында ла урын алды: Ибраһим Абдуллин менән Шакир Насировтың “Генерал Шайморатов”, Флорид Бүләковтың “Шайморатов генерал” драмалары героик драма жанры өлкәһендә яңы күренеш булды.
Драматургтар И. Абдуллин менән Ш. Насировтың дүрт шаршауҙан торған әҫәре 1959 йылда айырым китап булып баҫылып сыға. Әҫәрҙәге ваҡиғалар 1942 йылдың көҙөндә, 1943 йылдың ҡышында фронтта бара. Драманың образдар системаһында урын алған бар донъяны теҙләндерергә теләгән Гитлер, Прайс кеүек хаиндар, профессор исемен күтәреп йөрөгән, әсирҙәрҙе язалап тәжрибәләр үткәргән Фреттер-Пико кеүек палачтар, Староста, Нурулла кеүек хыянатсылар сюжет конфликтын тәрәнәйтә, фашизмға, һуғышҡа ҡарата протест идеяларын көсәйтә.
Шайморатов һәр яугир ғүмере өсөн үҙен яуаплы итеп тоя. Комкор, ашығыс ҡарар ҡабул итеп, приказ биргәс тә, ул ныҡ уйлана. Шайморатов, үлемгә барғанын белһә лә, дивизияны алып сығыуҙы үҙ ҡулына ала: гвардия байрағын һаҡлау, һалдаттарҙың именлеге өсөн барыһын да эшләй, әммә батырҙарса һәләк була.
Флорид Бүләковтың “Шайморатов генерал” драмаһында Шайморатовтың образы эске драматизм, көсөргәнешле психологизм аша асыла. Иҫ киткес ике тетрәндергес драматик ситуацияла һүрәтләнә ул.
Беренсе осраҡта Генерал үҙенең улы Мораттың ротаһын күрәләтә дошмандарҙың төп һөжүме булған бейеклеккә ебәрә. Улының һуңғы минуттары, үкһеп илаған ир тауышы драма-реквиемдың трагик аһәңен көсәйтә.
Икенсе осраҡ дивизияның яҙмышына бәйле. Полктар яңы ғына ойошторолоп, һалдаттарҙың күбеһе винтовканы ла тотоп ҡарамаған, ҡылыс менән генә ҡоралланған... Үҙең атылып үлергә риза булыу ҙа, партия билетынан ваз кисергә әҙер булыу ҙа – юл түгел...
“Шайморатов генерал” драма-реквиемының финалында танк гусеницаларының зыңлауы, автоматтан атыу тауыштары шым ғына “Саҡ-Суҡ” бәйетен йырлай. Әйтерһең дә, киләсәк үҙе һуғышта һәләк булған егеттәрҙең тыумаған балалары ауазы менән өндәшә...
Флорид Бүләков драманың башында уҡ шундай мөһим иҫкәрмә яһай: “Пьесаның исеме тырнаҡтар эсенә алынған, сөнки драманың нигеҙенә тормоштағы Генерал-майор М.М. Шайморатовтың яҙмышы түгел, ә халыҡ араһында киң билдәле һәм асылда, башҡорттарҙың Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуының күк күкрәтеп торған символына әүерелгән шул исемдәге йыр образы һалынған”. Ысынлап та, пьесаның һәр бер өнө тиерлек һуғыштың кешелек донъяһына килтергән афәте тураһында һөйләй. Флорид Бүләков “Шайморатов генерал” драмаһы аша ғүмер ҡәҙерен раҫлай, халыҡ күңеленең тәрәнлеген күрһәтә, кешелекте йәшәткән мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында һөйләй.
Халҡыбыҙ күңелендә урын алған бөйөк шәхестәребеҙҙең береһе, батырлыҡ һәм тоғролоҡ өлгөһө, милләтебеҙҙең рухи ҡаһарманлыҡ символы – генерал Миңлеғәле Шайморатов образы башҡорт әҙәбиәтендә лайыҡлы урын биләй. Ҡаһарман генерал хаҡында яңы әҫәрҙәр ҙә, һис шикһеҙ, яҙылыр…
Иң мөһиме – Еребеҙ һәм илебеҙ тыныс, имен булһын!
Луиза КИРӘЕВА
(Мәҡәлә 2022 йылдың февралендә "Башҡортостан" гәзитендә баҫылып сыҡты)