Бөтә яңылыҡтар

Олатай. Гөлназ Ҡолһарина

Мин үҙемде иҫләгәне бирле уның фотоһүрәте түр башында эленеп торҙо. Буденовка кейгән матур йәш егеттең минең Олатайым икәнен ҡасандан башлап аңлағанымды әйтә лә алмайым.

Автор фотолары
Автор фотолары

 Беҙ бәләкәй саҡта Атайым һөйләгәне хәтерҙә: "Бер генә хаты килде лә, Украина фронтындабыҙ, тип, хәбәрһеҙ юғалды. Һуғыш бөткәс, фронтовиктар ҡайта башланы. Беҙ, ауыл балалары, йүгерешеп һалдат күрергә барабыҙ. Мин, билдәле, атайымды күрмәнегеҙме, тип һорашҡан булам. Юҡ шул, тиҙәр, ҡайтып килер әле, тигән булалар, күстәнәс һуҙалар. Мин күстәнәсте усҡа йомам да ауыл осона йүгерәм. Әрем араһына ятып һығылып-һығылып илайым"... Шуға миңә һуғыштан әрем еҫе сыға кеүек тойола ине...
Стенанан ҡарап торған утыҙ йәшлек Олатайымды табырға ла етем генә Атайымды атайлы итергә, тигән хыял ҡасан зиһенгә инеп оялағанын да өҙөп кенә әйтә алмайым...

Үткән йыл "Китап-Байрам"да табылды Олатайым. "Ватандаш" журналы баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева эҙәрмән Елена Вязовцеваны саҡырған.
— Гөлназ, Бөйөк Ватан һуғышында юғалған яҡындарың юҡмы? — тип һорай Рәшиҙә Рәфҡәтовна.
— Бар! Олатайым!
— Әйҙә, эҙләтеп ҡарайыҡ.
— Әллә... Күп эҙләп ҡараныҡ инде ул...
Шулай ҙа күңел төбөндә өмөт емелдәп ҡуйҙы. Байтаҡ булышты Елена Вязовцева. Бөтә ерҙә лә бер яҙыу: "хәбәрһеҙ юғалған". Фамилияһын төрлөсә үҙгәртеп ҡарай башланыҡ: Кулсарин, Гулсарин... Юҡ.
— Вы мне оставьте данные, я поищу ещё потом, — тине Елена Александровна ҡағыҙ һуҙып.
— Стойте, кликните вон ту фамилию!

Кулисарин Сафа Сахеевич. 1943 йылдың 5 октябрендә һәләк булған. Тыуған йылы тап килә — 1911. Первичное место захоронения:  Белорусская ССР, Гомельская обл., п.им. Калинина. Жена Залифа...
Зәлифә өләсәйем. Мин бер ҡасан да күрмәгән, ҡырҡ бер йәшендә генә донъя ҡуйған иҫ киткес һылыу өләсәйем. Илап ебәрҙем:
— Это он — минең олатайым...
— Я очень рада. И хорошо, что он в Беларуси, там очень бережно относятся к памяти, — тине Елена Александровна.

Туғандарыма хәбәр иттем. Барып күрер кәрәк, тине Фәтих туғаным.
Шул осорҙа Дима Каретко Беларусь ерендә "Башкирские каникулы" проектын төшөрөп ҡайтты. Уға һөйләнем, урында ярҙам итергә берәй танышың юҡмы, тип үтендем. Һөйләштем, ярҙам итәм тине, тип Беларуста Башҡортостан вәкиле Константин Климиндың телефонын бирҙе. Шулай итеп, Беларус эҙәрмәндәре ҡушылды.

Стәрлебашта "Атайсал" форумы үткәндә Миәкәнән Вильсур Нафиҡовтың эҙәрмәнлек хаҡында сығышын ишеттек. Фәтих туғаным Вильсур Маратовичтан Олатайҙың ҡайҙа, нисек һәләк булғанын эҙләп ҡарарға үтенде. Шулай итеп, мәғлүмәт туплап, Олатай һәләк булған Гомель районы Калинино ауыл советы менән элемтәгә инеп, Фәтих туғаным, Ҡәҙим авзый, Рөстәм туғаным юлға сыҡты. Олатай тигән чат төҙөп, изге сәфәргә юлланған туғандарыбыҙҙы ҡарап, ҡеүәтләп торҙоҡ. Шул тиклем матур ыңғай йөрөп ҡайттылар. Беларустар, ысынлап та, тарихи хәтерҙе ныҡ ҡәҙерләй. Ҡулдарынан килгәнсә ярҙам иткәндәр.

Олатайҙың тыуған нигеҙенән тупраҡ алып барып, ул ерләнгән туғандар ҡәберлегенә һалдылар. Тыуған тупраҡ кәҫендә бешкән ер еләген абайлап тетрәндем.  Шунда уҡ күңелдә Рәми Ғариповтың юлдары яңғыраны:
Ер еләккәйҙәре беште инде,
Өҙөлөп тә төшмәҫ, тимәгеҙ...

Беларустар ебәрелгән документтар нигеҙендә Туғандар ҡәберлегенә Олатайҙың исем фамилияһын яҙып ҡуйғандар. 1943 йылдың октябрендә ошо тирәлә яман ҡаты яу булғанын, меңәрләгән яугир һәләк булғанын беләләр, хәтер һағында уяу торалар.

Ҡәҙим авзый менән Фәтих, Рөстәм ҡайтышлай миңә инделәр. Уларҙың рух күтәренкелеге, ҡыуанысын һүҙ менән генә әйтеп аңлатырлыҡ түгел! Ҡәҙим авзый түҙмәй ҡурай тартып ебәрҙе. Башҡортлоҡ...
— Кемегеҙ ер еләген алып барырға ниәт итте? — тип һораным.
— Әлләсе, улай еләк апарабыҙ, тип уйламағайныҡ. Олатай нигеҙенән тупраҡ алырға барғансы эңер төшөп киткәйне, ҡараңғыла абайламағанбыҙ. Еләк үҙе эйәреп барған, — тиештеләр.

Белорус еренән алып ҡайтылған тупраҡты ауыл зыяратына алып барып ерләнек. Зариф менән Олатай рухына таш эшләтеп алып ҡайттыҡ. Кисә генә ҡуйҙыҡ. Мулла ясин сыҡты. Шулай итһәң, шәһит булғандың һөйәктәре тыуған еренә ҡайтып ятҡан кеүек була, тинеләр. Сәфиулла олатайҙың һуғышҡа киткәндә ҡарында ҡалған ҡыҙы Фәйрүзә апай ғына иҫән. Атайым, Биби апай, Нәғим авзый — гүр эйәләре. Һикһәнде уҙған Фәйрүзә апайҙың бала кеүек ҡыуаныуы! "Рәхмәт! Атайымды апҡайттығыҙ. Атайлы булып, тағы йәшәйем әле, Алла бирһә!"
Олатайҙың рухы риза булғандыр. Тымыҡ, тыныс, ҡояшлы булды көн. Атайым янында байтаҡ торҙом.
— Атайыңды апҡайттыҡ, Атай. Яныңда ғына ята хәҙер, — тип өндәштем эстән генә. Ишеткәндер Атайым. Ул мине гелән ишетә, аңлай, тыңлай торғайны...

Бына шулай. Ни тип йомғаҡлап ҡуйырға ла белмәйем...

Ваҡыт тигән төшөнсәнең шартлы булыуы уйландырҙы. Олатай, һәләк булыуына һикһән йыл үтһә лә, уны ғүмере күрмәгән ейән-бүләләрендә шул тиклем тәрән тойғолар уятты. Әллә ниндәй нур — хәтер нуры менән солғаны.

Хәтер көсө хаҡында уйландырҙы. Кешене кеше иткән нәмә хәтер икәнде тағы бер кисертте. Көнкүреш мәшәҡәттәре менән генә ғүмер үткәреү етмәй кешегә. Хәтер, рух, туғанлыҡ тойғолары көс, йәшәүгә мәғәнә бирә.

Хәтер бар кешелек өсөн уртаҡ ҡиммәт икәне хаҡында уйландырҙы. Сәфиулла олатайҙы эҙләгәндә төрлө милләт кешеләре берҙәй булып ярҙам итте — был бигерәк ҡәҙерле.
Хәтерҙең берләштереү көсө белеп, тойоп йәшәйек.

Читайте нас: