Бөтә яңылыҡтар

БӘХЕТЕҢДЕ СӘСМӘ!

Күптәр өсөн мөһим тойолмаған, йәки иғтибар итмәгән ҡайһы бер күренештәр ҙә элек ололарҙың тәрбиә һабаҡтарында телгә алынған. Бына, мәҫәлән, йәмәғәт урындарында ҡул йыуыу, киптереү тәртибенә ҡарата бер һабаҡ.

Ғәҙәттә, күп кеше йөрөгән урындарҙа ҡул йыуғыстарҙың тирә-яғына гел һыу сәсрәп бөткән була, ә иғтибарһыҙланып торһаң, үҙеңде лә баштан-аяҡ ҡойондороп китеүҙәре ихтимал. Сөнки күптәр ҡулдарын йыуғандан һуң яҡындағы һауа өрҙөргөс аҫтына ҡуйыр, йәки ҡағыҙ таҫтамалға һөртөр урынға, уларҙы һелкеп "киптерә". Ҡулда ҡалған тамсылар төрлө яҡҡа сәсрәп китә. Ошолай итеүселәрҙе күргән һайын өләсәйемдең: "Ҡулыңды һелкеп киптермә, бәхетеңде ситкә сәсәһең", - тигән һабағын иҫкә төшөрәм. Шунан бала саҡта ҡулымды йыуғандан һуң һелкеү түгел, тамсыһын иҙәнгә төшөрмәҫ элек таҫтамалға үрелергә тырышыуымды хәтерләп йылмаям. Ә бит өләсәйемдең был тыйыуы һис тә ниндәйҙер боронғо хөрәфәт түгел, ни бары тәрбиә-тәртип нигеҙҙәренән бер һабаҡ! Уны күптәр белһә, бәлки, йәмәғәт урындарында ҡул йыуған ерҙәр таҙараҡ та булыр ине...

Йәмилә ШӘРӘФЕТДИНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №21, 2024 йыл

Читайте нас: