Бөтә яңылыҡтар

КИТАПТА – ТОРМОШ АҒЫШЫ, КЕШЕЛЕК ТАРИХЫ

“Ағиҙел”дең сираттағы һаны бик тарихи. Ул “Китап байрамы” һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзына 90 йыл тулыуға арналған. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров былтыр Өфөлә “Китап байрамы” халыҡ-ара йәрминкәһендә: “Өфө илебеҙҙең китап баш ҡалаһы тип аталырға тулыһынса хаҡлы”, – тигәйне. “Ағиҙел” журналының май һанында урын алған изге китаптар, боронғо сығанаҡтар, ҡулъяҙма баҫмалар тарихы, күренекле кешеләрҙең фекерҙәре, әңгәмәләр, уникаль һәм эксклюзив материалдар – был һүҙҙәрҙең нигеҙле булыуын тағы бер тапҡыр раҫлай. Был һанда баҫылған мәҡәләләрҙән айырым юлдарҙы килтереп үтәйек.  Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал КИЛСЕНБАЕВ: “Мин үҙем яҙыусы түгел. Әлбиттә, мәктәп йылдарында шиғыр яҙып маташтым мин дә. “Йәншишмә” гәзитендә баҫылып сыҡҡандары ла булды. Шулай ҙа... ике китап сығарҙым мин. Беренсеһе – минең беренсе уҡытыусым, остазым, Ирек Ишмәтовтыҡы. Шөкөр, ул бөгөн дә иҫән, юл төшкәндә хәлен белешеп торорға тырышам, байрамдарҙа мотлаҡ ҡотлашабыҙ. Ғүмер буйы ижад менән йәшәне ҡәҙерле кешем. Матбуғатта баҫылған бар хикәйә-мәҡәләләрен йыйып, бер йыйынтыҡҡа туплап, 80 йәшенә китап итеп сығарып һөйөндөрҙөм мин уны. Оло бүләк итеп ҡабул итте автор, күҙенән йәштәре атылып сыҡты... Ирек ағайҙың яҙғандары беҙҙең өсөн һәр саҡ ҡәҙерле һәм әһәмиәтле булды. Шуға китап итеп сығарып бар ауылдаштарыма ла күрһәткем килде. Бер хикәйәһе бигерәк тә иҫтә ҡалған. Ҡалмаҫлыҡ та түгел шул. Бөйөк Ватан һуғышының ҡыҙған мәле, 1943 йылдың һыуыҡ ҡышы. Аслыҡ. Атай кеше фронтта, күп балалы әсәй ни эшләргә белмәй. “Асыҡтым, әсәй”, – тип дүрт йәшлек ҡыҙы дүрт көн инде урынынан тора алмай ята. Ризыҡ табырлыҡ бер сара ҡалмағас, әсәй ғаилә ятып йоҡлап йөрөгән ике мендәрҙе төйнәп ала ла, һатырға тип Ырымбур яҡтарына сығып китә. Буранға эләгеп, әсә көскә биш көндән генә әйләнеп ҡайта, ҡулында икмәк, ярты күнәктәй он була. Тик... ул киткәндең өсөнсө көнөнә бәләкәс бала күҙен мәңгелеккә йома. Аптырап өлкән балалар уны, мәйетте, еҫләнмәһен тип, тышҡа, соланға сығарып ҡуя. Юлым уңды, тип ҡабаланып ҡайтып килгән әсә ишекте асып ебәргәс, сабыйының кәүҙәһен күреп быуынһыҙ ҡала...” (“Китап – тормош мәктәбе”).

КИТАПТА – ТОРМОШ АҒЫШЫ, КЕШЕЛЕК ТАРИХЫ
КИТАПТА – ТОРМОШ АҒЫШЫ, КЕШЕЛЕК ТАРИХЫ

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы – йәмәғәт ойошмаларының Халыҡ-ара берлеге рәйесе Президиумы рәйесе Эльвира АЙЫТҠОЛОВА: “Өйөбөҙҙә атайым йыйған бик ҙур китапхана булды. Китап буйынса тәүге әхирәтем ул – Пеппи. “Ололарға бер ҡасан да ысынлап күңелле булмай” – “Взрослым никогда не бывает по-настоящему весело”. Иҫләйһегеҙме, бала сағында Пеппи Оҙонойоҡ (Пеппи Длинныйчулок)  шулай тип әйтә? Шул тәүәккәл ҡыҙыҡай оҡшай ине миңә. Ул бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәй һәм нисек йәшәргә икәнен белә: көсһөҙҙәрҙе рәнйетмәҫкә, кәрәк булғанда ярҙам ҡулы һуҙырға, яҡшы һәм шат күңелле булырға. Ҡыуана һәм ҡыуандыра. Был китапты үҙебеҙҙең ауыл китапханаһынан әллә нисә тапҡыр алып уҡыным.

Унан һуң китаптар минең ныҡлы дуҫыма, серҙәшемә әйләнде. Пеппиҙан тыш, Белмәҫйән, Элли менән Тотошка үҙҙәре менән мажаралары донъяларына алып инеп киттеләр. Был китаптарҙы тәржемәлә, башҡорт телендә уҡый инем. Уйлаһаң, ул осорҙа тәржемә мәсьәләһе юғары кимәлдә булған түгелме?! Мостай Кәрим әҫәрҙәре, бигерәк тә “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәре әсир итте. Ундағы геройҙар беҙҙең ауылда йәшәйҙер кеүек тойола ине” (“Тормош ағышы, кешелек тарихы”).

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы рәйесенең урынбаҫары, күренекле спортсы Тамара ТАНҺЫҠҠУЖИНА: “Башҡорт әҙәбиәтенән Мостай Кәрим, Ноғман Мусинды яратам. Зәйнәб Биишева әҫәрҙәрен оригиналда, башҡортса уҡығанғамы, бер аҙ ауырыраҡ тойолдо. “Яҡтыға” трилогияһын бала сағымда яйлап-яйлап, бер-ике йыл дауамында, әсәйемә ҡысҡырып уҡыным. Яңылыш әйтеп китһәм, туҡтатып ниндәй һүҙ ул тип,ҡабатлап уҡыта ине, мәғәнәһен дә бер юлы аңлатып барҙы, шул рәүешле тел байлығымды ла арттырған ул. Әле  өҫтәлемдә Динис Исламовтың әллә ҡасан донъя күргән, таушалып, һарғайып бөткән ике томлыҡ “Мәскәү юлы” китабы ята. Әхирәтемдең әсәһенән уҡырға берәй ҡыҙыҡ китап бирә алмаҫығыҙмы тип һорағайным, һәйбәт тип, шуны тотторҙо. Уны башта йүнәтеп, ремонтлап алайым да, шунан уҡый башлармын тип торам” (“Яҡтыға” трилогияһын ҡысҡырып уҡыным”).

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал КИЛСЕНБАЕВ: “Мин үҙем яҙыусы түгел. Әлбиттә, мәктәп йылдарында шиғыр яҙып маташтым мин дә. “Йәншишмә” гәзитендә баҫылып сыҡҡандары ла булды. Шулай ҙа... ике китап сығарҙым мин. Беренсеһе минең беренсе уҡытыусым, остазым, Ирек Ишмәтовтыҡы. Шөкөр, ул бөгөн дә иҫән, юл төшкәндә хәлен белешеп торорға тырышам, байрамдарҙа мотлаҡ ҡотлашабыҙ. Ғүмер буйы ижад менән йәшәне ҡәҙерле кешем. Матбуғатта баҫылған бар хикәйә-мәҡәләләрен йыйып, бер йыйынтыҡҡа туплап, 80 йәшенә китап итеп сығарып һөйөндөрҙөм мин уны. Оло бүләк итеп ҡабул итте автор, күҙенән йәштәре атылып сыҡты... Ирек ағайҙың яҙғандары беҙҙең өсөн һәр саҡ ҡәҙерле һәм әһәмиәтле булды. Шуға китап итеп сығарып бар ауылдаштарыма ла күрһәткем килде.

Бер хикәйәһе бигерәк тә иҫтә ҡалған. Ҡалмаҫлыҡ та түгел шул. Бөйөк Ватан һуғышының ҡыҙған мәле, 1943 йылдың һыуыҡ ҡышы. Аслыҡ. Атай кеше фронтта, күп балалы әсәй ни эшләргә белмәй. “Асыҡтым, әсәй”, тип дүрт йәшлек ҡыҙы дүрт көн инде урынынан тора алмай ята. Ризыҡ табырлыҡ бер сара ҡалмағас, әсәй ғаилә ятып йоҡлап йөрөгән ике мендәрҙе төйнәп ала ла, һатырға тип Ырымбур яҡтарына сығып китә. Буранға эләгеп, әсә көскә биш көндән генә әйләнеп ҡайта, ҡулында икмәк, ярты күнәктәй он була. Тик... ул киткәндең өсөнсө көнөнә бәләкәс бала күҙен мәңгелеккә йома. Аптырап өлкән балалар уны, мәйетте, еҫләнмәһен тип, тышҡа, соланға сығарып ҡуя. Юлым уңды, тип ҡабаланып ҡайтып килгән әсә ишекте асып ебәргәс, сабыйының кәүҙәһен күреп быуынһыҙ ҡала...” (“Китап – тормош мәктәбе”)

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан ҒАРИПОВА: “Күп уҡыным һуңғы йылдарҙа. Һәр ҡайһыбыҙҙы “өй тауығы” итеп бикләп ҡуйған пандемия ла быға булышлыҡ итте. Ер шарының ҡайһы ҡитғаһы ерлегендә тыуған әҙәбиәтте уҡымай ҡалдырҙым икән?! Хатта бына хәҙер Һиндостандан килеп уҡып йөрөгән студенттарҙың һәр береһендә Григори Робертеның “Шантарам” романы геройы Прабакерҙы күрәм. Әҙәбиәт илдәрҙе, ҡитғаларҙы, халыҡтарҙы яҡынайтты; яҙмыштарында уртаҡлыҡтар күрәһең, уларға сәйәсмәндәр түгел, ҡәҙимге үҙең кеүек кеше күҙлегенән ҡарайһың һәм яҙыусы иңенә һалынған миссияның ни тиклем оло, ни тиклем яуаплы һәм изге икәнен нығыраҡ төшөнәһең. Былтыр шулай Ҡытай яҙыусыһы Пэн Сюэтминдың “Әсәй” романын уҡығас, (395 бит): “Эх, элегерәк, йәшерәк саҡта был китап ҡулға килеп инһә, мин һис шикһеҙ уны башҡортсаға тәржемә итер инем һәм “Ағиҙел” журналының һәр һанына бер бүлеген тәҡдим итер инем”, – тип уйланым. Бик тә ғибрәтле, бик тә фәһемле һәм кәрәк китап! Һәр әсәнән тыуған бәндә (ә беҙ барыбыҙ ҙа әсәнән тыуабыҙ) уҡырға тейеш әҫәр был. Ә бына Американың ҡара тәнле яҙыусыһы Алекс Хейлиның “Тамырҙар” китабын уҡығас, беренсе тапҡыр иртәрәк тыуғаныма үкендем, сөнки ундай әҫәрҙе яҙыр өсөн ваҡыт кәрәк. Унан һуң – көс...” (Күңел)

Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә ШАФИҠОВАның “Уҡыған ил уңыр!”, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим АРАЛБАЙҙың “Рухиәтебеҙ көҙгөһө – китап”, Театр эшмәкәрҙәре союзы идараһы рәйесе, актер Әхтәм АБУШАХМАНОВ “Сәнғәт китаптан башлана”, яҙыусы, “Бельские просторы” журналының баш мөхәррире Юрий ГОРЮХИНдың “Минең “Серле утрауым”, яҙыусы Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНАның “Китап бәхетемә нигеҙ һалды”, “Әсә йөрәге” әсәйҙәр советы төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гөлшат ИБРАҺИМОВАның “Ғәриптән бигерәк һау кешегә кәрәк”, яҙыусы Мәрйәм БУРАҠАЕВАның “Тәүге китаптарым”, Татарстан Яҙыусылар берлеге рәйесе Ркаил ЗӘЙДУЛЛИНдың “Китап менән хушлашыу”, “Ҡазан уттары” әҙәби журналының баш мөхәррире Рөстәм ҒӘЛИУЛЛИНдың “Китаплы Өфө”, Башҡортостан Республикаһының Кинематографистапр союзы рәйесе Зөһрә БУРАҠАЕВАың “Бала саҡтың нурыл китаптары”, Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы директоры Миләүшә ҠАҺАРМАНОВАның “Китап донъяһында аҙашып...”, актер Хөрмәтулла ҮТӘШЕВтың “Ҡурай сатнап, ярылып китер булған...”, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы директоры Гөлназ ҠОЛҺАРИНАның “Яратҡан китабың, тип һораһалар, гел аптырап ҡалам...”, опера батшабикәһе Айгөл ӘХМӘТШИНАның “Һандуғас” – тамырҙарымдың символы”, дәүләт эшмәкәре Тәлғәт СӘҒИТОВтың “Ағады Аҡедил...”, ҡаҙаҡ шағиры Саят КАМШЫГЕРҙың “Китап битен асмағанға киләсәк ишек асмаҫ!”, нейрохирург Резида ҒӘЛИМОВАның “Китап – кешелек туплаған аҡылдың аккумуляторы”, Рәсәйҙең МТС компанияһының эйәрсән ойошмаһы булған МТТ автономиялы берләшмәһенең генераль директоры Рәмил БИКҠУЖИНдың “Китап уҡығанда үҙең режиссер, үҙең ҡуйыусы-рәссамһың”, йәш яҙыусы Асия АРЫҪЛАНОВАның “”Ауыл”дың уңышы нимәлә?”, “Урмансы” позывнойлы һәм “Егерь” позывнойлы яугирҙарҙың мәҡәләләре бер тында уҡыла.

Башҡорт әҙәбиәте белгесе, филология фәндәре докторы Миңлеғәли НӘҘЕРҒОЛОВ “Боронғо яҙма сығанаҡтарҙа – башҡорттар” мәҡәләһендә иң боронғо замандарҙан алып XI быуат аҙағына тиклем ҡағыҙға теркәлеп беҙҙең көндәргәсә килеп еткән бер нисә яҙма сығанаҡҡа туҡталһа, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлеге мөдире, ғалим Флүр СИБӘҒӘТОВ бүлектә һаҡланған уникаль ҡомартҡылар хаҡында һүҙ алып бара.

Башҡортостан Яҙыусылар сюзы рәйесе, яҙыусы Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ, Беларусь Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе Алесь КАРЛЮКЕВИЧ, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте директоры Эльмира ХӘЙРИТДИНОВА менән әңгәмәләрҙә бөгөнгө әҙәби процесс, китап баҫыу, әҙәбиәт мәсьәләләре яҡтыртыла.

Күренекле башҡорт яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре Динис БҮЛӘКОВтың тыуыуына быйыл майҙа 80 йыл тулды. Ошо уңайҙан редакция хеҙмәткәрҙәре яҙыусының оло ҡыҙы Ләйсән, уртансылары Зөһрә һәм кинйәбикәләре Миләүшәне редакцияға саҡырып, сәйле табын артында йәнле әңгәмә ҡорҙо. Ата-әсәләрен яратып, бәхетле бала саҡтарын һағынып хәтирәләргә бирелде ҡыҙҙар. Яҙыусы хаҡында ғәйәт йылы иҫтәлектәр һаҡлап, уның исемен, ижадын мәңгеләштереүгә өлөш индереп, тыуған яғы менән бәйләнеште өҙмәй йәшәй улар. “Ғүмеркәйҙәрегеҙҙең ҡәҙеркәйҙәрен белегеҙ!” тигән әңгәмәлә Динис Мөҙәрис улының ҡыҙҙары беҙҙе атай-әсәйле бала сағына “алып китә”...

Изге китап – Ҡөрьән хаҡындағы мәҡәләләр (Факил МЫРҘАҠАЕВ “Бер быуаттан һуң”, Мөнир ҠУНАФИН “Изге китап: мейес аҫтындағы. Изге китап: ялҡын өҫтөндәге”, Зөлфиә ХАННАНОВА “Өҫтәл китабым – “Ҡөрьән”, Сәйфулла ӘМИРОВ “Изге китап: миңә тәғәйенләнгәне”) үҙе бер циклды тәшкил итә һәм иҫ киткес мөғжизәүи ваҡиғалар менән үрелеп бирелә.

“Ағиҙел” журналы донъя әҙәбиәте, рус һәм туғандаш халыҡтар әҙәбиәте менән бәйләнештәрҙе нығытыуға ҙур өлөш индерә. Был һанда ла билдәле рус яҙыусылары Лев ТОЛСТОЙҙың “Ильяс”, Петр ДОБРОТВОРСКИЙҙың “Һандуғас”, белорус яҙыусыһы Владимир САЛАМАХАның “Евмендың өйө” тигән хикәйәләре, йәш ҡырғыҙ шағиры Алтынбәк ИСМАИЛОВтың шиғри шәлкеме тәҡдим ителә әҙәбиәт һөйөүселәргә.

Мостай КӘРИМ, Рәсүл ҒАМЗАТОВ, Сыңғыҙ АЙЫТМАТОВ – әҙәбиәтебеҙҙең өс сағыу йондоҙо, донъябыҙҙың рухи илселәре! Уларҙың дуҫлығы ла күктәр тарафынан тәҡдирҙәренә яҙылғандыр. Салауат ӘБҮЗӘРҙең “Мостай планетаһы”, Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙҙың “Һыҙғырып бөркөт туҡтатырлыҡ...”, Мөнир ҠУНАФИНдың “Минең Айытматовым” мәҡәләләре ошо өс шәхестең яҡты рухына бағышлана.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил БИКБАЕВтың был һандың тәүге биттәрендә урын алған “Башҡорт йорто, башҡорт китабы” шиғырынан алтындай ошо юлдар менән тамамлағы килә күҙәтеүҙе:

Китабында яңы биттәр артһа,

Башҡорт йорто нығыраҡ яҡтырыр.

Тик шул саҡта ғына

Башҡорт илен

Киләсәге алға саҡырыр.

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: