Төшөндә өйҙә мәйет күрһәң, теләгеңә ирешерһең, ти Мөхөтдин ибн Ғәрәби.
Төшөндә үҙҙеңде мәйеттәр менән киткәнеңде күрһәң, йәки мәйеттәр менән булыуыңды күрһәң, йәки үлгәндәр менән йөрөгәнеңде күрһәң, әжәлең яҡын килер.
Билгеле бер мәйет өсөн төшөңдә ҡәбер ҡаҙһаң, зәхмәткә (ауырыуға) осрарһың.
Төшөңдә мәйеткә берәр нәмә бирһәң, йәки мәйет үҙеңә берәр нәмә бирһә, халыҡ араһында мал артыр, осһоҙлоҡ ирешер.
Төшөңдә үҙеңдән мәйет ҡасһа, юғалһа, ғүмерең оҙон булыр.
Төштә мәйет илаһа, ул мәйет иман менән киткән булыр, рәхәткә һәм ниғмәткә ирешер.
Әгәр төшөңдә мәйет көлһә, яҡшыға юраланыр.
Төштә үҙеңде мәйет итеп, үлгән итеп күрһәң, ғүмерең оҙон булыр.
Төшөңдә үҙеңде мәйет итеп, үлгән итеп күрһәң, өмөтөң хасил булыр.
Төшөңдә ғүреңде күрһәң, ғибәрәт алырһың, гонаһларыңдан тәүбә ҡылыуға һәм сабыр итеүгә ишараттыр, тиелә Йософ пәймбәр тәғбирнәмәһе. ндә.
Төшөңдә үлгән әҙәмде ҡәбергә ҡуйғаныңды күрһәң, ҡоролоҡ һәм аслыҡ килеп, ғазабы ҡаты булыр, тиелә «Төхфәт — мөлөк» китабында.
Төшөңдә яңы вафат булған кешенәң алда элегерәк үлгәндән бер-бер артлы һүҙ ишетһәң, шул уҡ һүҙҙе ул көндө тере әҙәмдән ишетерһең.
Төшөңдә тере кеше мәрхүмгә берәр нәмә бирһә, йәки үлгәнгә нимәлер бирһәң, ул нәмә аслыҡ, йә ҡоролоҡ булыр. Әгәр ҙә инде үлгән берәр әйберҙе тере кешегә, йәки үҙеңә бер нәмә бирһә, шул нәмә ҡулға кереүгә юраланыр, йә билдәле булмаған урындан хәбәр килер, йә ҡулыңа мал инер.
Төштә үлгәнде күреү — яҡшы һүҙле кеше булыр, тиелә шул уҡ «Төхфәт-мөлөк»тә.
Төшөңдә үлгәнде тере итеп күреү—маҡсатка ирешеү ул.
Төшөңдә үлгәнде көлөүсе итеп күрһәң, ғазаптан арынырһың. Әгәр ҙә бер ауырыу кешене үлгән икән тип төшөңдә күрһәң, уның йәне өсөн саҙаҡа бирергә кәрәк, ғазабынан имен булырһың.
Төшөңдә үҙеңде үлгәнһең итеп күрһәң, ғүмерең оҙон булыр, әммә ул харап булыр (бушҡа үткән).
Әгәр ҙә үлгән кешене тере хәлендәге күрһәң, ул, килеп, үҙеңде ҡосаҡлаһа-ҡосһа, йәшең оҙон булыр. Әгәр тере кеше үлгән кешене ҡосаҡлаһа, был төште күреүсенең ғүмере аҙ аҙ ҡалған, өйөндә айырылышыу булыр.
Төшөңдә терене үлгән тип күрһәң, ғүмере оҙон булыр һәм һағыш-ҡайғынан ҡотолор, тиелә «Йосыф пәйғәмбәр тәғбирнәмә»ндә.
Төштә үлгәнде тере күрһәң, тиелә ошо уҡ китапта, был донъяла һәм Ахирәттә ҡәҙерле булырһың, ниндәй теләгең бар, шуға ирешерһең.
Төшөңдә үлгәндең илағанын күрһәң, ул үлгән иманһыҙ булыр, әммә ул төште күреүсегә яҡшылыҡ ирешер.
Төшөңдә үлекте ашаһаң, халыҡ өсөн ҡәҙерле булырһың, тиелә ошо уҡ китапта.
Төшөңдә үлгәнде саф, таҙа кейем кейгән тип күрһәң, һөйөнөстәр.
Төштә ил башлығының үлеп терелеүен күрһәң, ул ил башлығы ғәҙеллек менән хөкөм йөрөтөүсе булған икән, яңынан ғәҙеллекте илдә урынлаштырыр, тиелә «Төхфәтел — мөлөк»тә.
Төшөңдә берәр йәки бер хайуан кешене үлтергәнде күрһәң, ил башлығынан зәхмәт ирешер.
Төштә үҙеңде йәнһеҙ итеп күреп, ҡабат терелгәненде күрһәң, өмөтөң аҡланыр, тип әйтә Мөхөтдин ибн Ғәрәби.
Төштә үҙеңде үлгәнһең икән тип күрһәң, ғүмерең оҙон булыуға юра, тип әйт ул.
Төшөңдә үлгән кешенең илағанын күрһәң, тип әйтә Мөхөтдин ибн Ғәрәби, ул кеше иман менән үтткән, һәм рәхәткә ниғмәткә ирешер, көлһә, яхшылыр.
Әгәр төшөңдә билдәле бер үлеүсегә ҡәбер ҡаҙғаныңды күрһәң, йәғни билдәле бер үлгәнгә атап төшөңдә ҡәбер ҡаҙһаң, зәхмәткә осрарһың.
Төшөңдә үлеккә бер нәмә биреүҙе, йә үлектән бер нәмә алыуҙы Мөхөтдин ибн Ғәрәби халыҡ араһында бик арзан һәм мал-тыуар күп булыуға юрарға кәңәш итә.
Төшөңдә мәйет йыуыусыларҙы күрһәң, намаҙыңды ҡуйыу ҡурҡыуға юралар, тиелә «Тәғбирнәмә-йәнәби тәржемәһе»ндә.
Төшөңдә имамды үлгән, йәғни был донъянан киткән тип күрһәң, ҡала харап булыр.
Әгәр ҙә төштә үҙеңде үлгәнһең, мәйет икәнһең тип күрһәң, тиелә «Тәғбирнәмә-йәнәби тәржемәһе» китабында, башҡа бер үлгән кешене илауҙа күрһәң, был төш — динеңдәге боҙоҡлоҡтар, иманыңды нығытып, шәриғәттең һәм дин юлыңды төҙәтергә тейешле.
Бер кеше төшөндә үҙен үлгән тиеп күреп, бынан һуң терелгәнен күрһә, ул сәфәр сығар һәм унан һуң өйөнә ҡайтыр. Бер хәбәрҙә иһә: был төштө күргән кеше элгәре гөнаһ ҡылыр, унан һуң тәүбә итер, тиелә.
Үҙеңде үлем хәлеңдә, йәғни йән биргән хәлеңдә күрһәң, йәбер-золом-яуызлыҡ эшләрһең.
Төшөңдә үләндәрҙе күреп илаһаң, йәғни үлгәндәр янында илауҙы күрһәң, йәки үлектәр янында башҡа хәлдәрҙе күрһәң, өйөндә йығылырһың һәм дә шуға оҡшаш нәмәләр булырҙар.
Бер билдәле үлгәнде икенсе мәртәбә терелгән тип күрһәң, ул үлек зарланыуҙан башҡа сифатта иһә, уның үлеменән һуң ҡалған ҡатынының башҡа бер кешегә кейәүгә сығыуына юралана.
Төштә тауышһыҙ үлгән менән ҡатышып илау — шатлыҡтыр.
Төштәге һыҡтау, ниндәй генә илау булмаһын, әгәр ҙә ул тауышһыҙ булһа, күҙеңдең һәр даими нурлы булыуынандыр.
Әгәр ҙә үлгәнде ҡәберҙә күрһәң, мал булыр, әммә эштәреңдең мөшкөллөлөгелер.
Бер үлгән кешене халыҡ араһында күрһәң, наҙан һәм белемһеҙ кешеләр араһында булыуына юраланыр.
Төшөңдә үҙеңде үлгән хәлендә күрһәң, ғүмерең оҙон булыр, тиелә «Тәғбирнәмә-йәнәби тәржемәһе» китабында ла.
Төшөңдә үлгәндәр менән һөйләшһәң, изгелек табаһың.
Әгәр ҙә үлгәндәрҙән ҡасҡаныңды төшөңдә күрһәң, ҡатының үҙеңдән риза булмағанлыҡтан ошо төш һиңә керер.
Бер кеше үлекте төшөндә ашаһа, изгелеге артыр.
Әгәр ҙә бер кеше үлгәнде өйгә ҡайтырға өндәһә, өйгә индерһә, малы күп булыр, йә ул үлггәнде йыназала күреп, Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте өсөн мосолмандар менән дуҫлашыр.
Төшөңдә берәр йыназаның күктә йөрөгәнен күрһәң, бер ҡала башлығының, йәки ғали кешенең үлеме менән юраланыр, йә иһә ғиззәттән төшөрөлөп, иленән ситтә йәки хаж юлында вафат булыуына аңлатма ҡылыныр.
Төшөңдә йыназа үлеге үҙеңдән касса, ғүмере оҙон булыр.
Бер кеше үҙен үлгән һәм күмелер тип күрһә, алыҫ сәфәргә барып, мал-тыуар табар, байлыҡ ҡаҙаныр.
Төшөңдә ләхеткә бер үлгән кешене ҡуйғаныңды күрһәң, йорт төҙөүенә тип юрала.
Әгәр ҙә бер мәйет ҡуйылыусы ҡәбергә тупраҡ ырғытып, өҫтөнә балсыҡ өйһәң, шул ер миҡдарынса мал табарһың.
Белмәгән-күрмәгән бер мәйет өсөн ҡәбер ҡаҙғанынды төшөңдә күрһәң, шул күргән урыныңда йорт һалырһың.
Әгәр ҙә үҙеңде мәрхүм булған өсөн ҡәбер эсендә күрһәң, йә үҙеңә ҡәбер ҡаҙыһаң, Аллаһы Тәғәләнең ризалығы булырҙай эш башҡарырһың.
Төштәге ҡәбер — тотҡонлоҡтор.