Бөтә яңылыҡтар

Журнал бик һутлы булған

“Ағиҙел” журналының февраль һаны йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы   Журналдың һуңғы битен япҡас, нисектер күңелем, хатта донъям бушап ҡалғандай булды. Нимәлер етмәгәндәй. Эйе, етмәне. Әҙ тойолдо. “Ағиҙел” журналының 2024 йылдағы февраль һаны шул тиклем дә матур тупланған, унда баҫтырылған һәр әҫәр үҙенә ылыҡтырып-тартып тора, улай ғына ла түгел, береһен уҡып та бөтмәйһең, башҡалары һине унан йолоп ала. Мин дә әҙер инем. Һәр әҫәрҙең эсенә, ваҡиғаһына, уй-фекеренә, хис-һүрәтләнештәренә, тел-лөғәтенә, художестволы образдар, биҙәктәренә, ғөмүмән, әҙиптәр тәҡдим иткән донъяға башым менән сумырға. Сумдым. Кинәнеп йөҙҙөм дә, шатланып-һемереп эстем дә. Мин ғалим да, тел-әҙәбиәт белгесе лә түгел, бары тик уҡыусы ғына. Әҙерлекле, һүҙ сәнғәтен аңлаған әҙәбиәт һөйөүсе. Шуға ла ғилми-фәнни анализлау ҙа, тикшеренеү ҙә юҡ был яҙмала. Үҙемдең аңлауым, һиҙемләүем, зауығым, ҡайһы бер ерендә баһамдыр ҙа…

Журнал бик һутлы булған
Журнал бик һутлы булған

Журналды асыу менән таныш, әммә әҙерәк онотола ла башлаған әҙиптең фоторәсеме ҡаршы ала. Үҙе лә талантлы шағирә, Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәре Зөлфирә Ҡарағужина “Даһи шағир” исемле баш аңлатма һүҙе менән шағир Рәшит Назаровтың “Ҡурҡыныс кеше” исемле новеллаһын тәҡдим итә. Юл ыңғай ошо әҫәрҙең бөгөн, ниһайәт, уҡыусыға килеп етеүендә инде үҙҙәре лә мәңгелек донъяға күскән әҙиптәребеҙ Әсхәл Әхмәт-Хужа менән Риф Мифтаховтың ролен дә билдәләп үтә. Биш тиҫтә йыл элек ижад ителгән был әҫәр, кисә генә яҙылған кеүек. Әйтерһең дә, автор донъя, көнкүреш, көнитмеш, үҙ-ара мөнәсәбәт, эзотерика, фекер кимәле, психологияның ярты быуаттан нисегерәк буласағын алдан күрә белгән, был уға юғарынан әшкәртелгән. Хатта новеллала, миңә ҡалһа, уның яҙмышының фажиғәле булыу ихтималлығы фекере лә йәшерелгән кеүек, сәхифәһе биттәрендә шәүлә булып йөрөгәндәй. Уйланаһы ла, уйланаһы әле…

Үҙенең көслө, талантлы йөрәге менән оло шарҙы – эсе тулы нәфсе, эшҡыуарлыҡ, байлыҡ-мөлкәт, власть, үкенес, донъя асылын аңлау, мөхәббәт, иман, йәшәү мәғәнәһе, ер ҡәҙере кеүек төшөнсәләре булған донъяуи-тылсымлы “осҡосто” Салауат Юлаев премияһы лауреаты Салауат Әбүзәр уҡыусыларына һона. “Шар” хикәйәһен.

Ә артабан, мине бала сағым көтөп тора. Ул – Мәүлиҙә Әхмәтйәнованың “Мәскәү ҡыҙы” романының дауамы. Былтыр “Ағиҙел” журналы үҙенең алтынсы, етенсе, туғыҙынсы, унынсы һандарында Иҙрис Ноғоманов уҙамандың “Бар ғүмерҙәр һыйған саҡта” тигән роман-хәтирәһен баҫтырып ҡыуандырғайны. Журнал үҙе лә бик ҡәнәғәт булғандыр: 2023 йылғы лауреаттар араһында уның исеменең дә булыуы әҫәрҙең юғары баһаланыуы хаҡында һөйләй. Нимәһе менән алдырҙы һуң ул әҫәр? Ошо урында аҡыл эйәләренең халыҡ араһында таралған әйтеме иҫкә төшә: “Әҙәм балаһы был донъяға камил хәлдә тыуа. Тормош ҡына уны яйлап боҙа. Йүнһеҙлеккә өйрәтә, гонаһҡа батыра”. Миңә ҡалһа, тулы бер быуын тарихын донъяны үҙе кеүек үк камил күреп, ҡабул итеп, ҙур тормошҡа атлаған сабый бала ауыҙынан һөйләтеүҙә. Төп герой шул тиклем дә иғтибар, тырышлыҡ, ныҡышлыҡ менән донъяға инеп бара, шул хаҡта балалыҡ бер ҡатлылығы (ә бала бер ҡатлылығы – ул сафлыҡ, ихласлыҡ, хәйләләй, алдаша белмәү) менән намыҫы таҙа булғас – күҙгә ҡарап тураһын әйтә, дөрөҫөн һөйләй. Әҫәрҙән яҡтылыҡ һирпелеп тора, ул тик оптимизм тыуҙыра.

Редакция “ошо роман тыуҙырған мөхиттән, кәйефтән уҡыусыларҙы айырмайыраҡ торайыҡ әле” тинеме икән, шул шәкелдә яҙылған Мәүлиҙә Әхмәтйәнова романын да донъяға сығара. Бик хуш килде ул уҡыусылар күңеленә. Бигерәк тә беҙҙең кеүек оло быуын кешеләренә. Яйлап-яйлап хәтер донъяһында йәшәүгә күсеүселәргә. Ни тиһәң дә, журналды даими уҡып барыусы замандаштарға. Был әҫәрҙә лә шул уҡ сафлыҡ, ихласлыҡ, дөрөҫлөк, зирәклек, осҡорлоҡ, бер һүҙ менән әйткәндә, ҡабатлау булһа ла, яҡшы мәғәнәһендәге бер ҡатлылыҡ. Һәм быларҙың барыһы ла теге романдағы кеүек бик матур, бай тел менән еткерелә. Бәғзеләр: «Ай-һай, маҡтайһың да ул, әле бит баҫылып та, уҡылып та бөтмәгән. Дауамы ҡайтыш булып ҡуйһа, нишләрһең?» – тиер. Һис икеләнмәйем. Балдан ауыҙ иттем бит – татлы, тәмле, йөрәккә ятышлы. Тәүге ҡалаҡ тәмле булғас, тубалдағы бар балдың да татлы икәненә шигем юҡ. Быныһы тәжрибәнән сығып әйтелә.

Быуын яҙмышы, балалыҡ осоро, дөйөм алғанда бер төрлө булһа ла, быуынды тәшкил иткән тиҫтер-замандаштарҙың булмышы һәр береһенең айырым, төрлө-төрлө. Улар күҙгә күренер-күренмәҫ, һиҙелер-һиҙелмәҫ, йә ярылып ятҡан ваҡиғалар, ваҡ-ваҡ деталдәр, ҡояш йылыһы, һауа һулышы, йылға сылтырлауы, йәшен йәшнәүе солғанышында үҫеп, үҙенсә формалашалар. Аңлы-зирәк булып, асыҡ, йә йомоғораҡ холоҡло, уңған йә ялҡау булып, тиктормаҫ йә шымтый, намыҫлы, иманлы булып. Ваҡыты еткәс, ул быуын донъя тотҡаһына әйләнер, иншалла, иле, халҡының матур киләсәге өсөн бар көсөн һалыр…

Журнал биттәрендә сәйәхәт итеп, билдәле яҙыусы-драматург Наил Ғәйетбайҙың ишеге шар асыҡ ижад лабораторияһына килеп ингәнде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. “Романдан алда – пьеса…” монологында һаранланмай, йәшермәй ижад серҙәре, лабиринттары, ғазаптары менән бүлешә.

Әмир Әминевтең исеме менән үк “Ҡырау һуҡҡан балан” – күңелдәрҙе өтөп-өшөтөп алған,

…Күп йырҙарым дәртле, шат булды,

Ысыҡ күҙе һымаҡ саф булды,

Халҡым күңеле аҫыл таш булды,

Рухым аҙығына тат булды…

юлдары авторы, төрлө яҡтан маһир әҙип талантлы Мәүлит Ямалетдин ижады, тормошо хаҡындағы уйланыуҙары ла бихисап уҡыусыларҙың, иғтибарын йәлеп итәсәк.

Танылған милли йыр сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән тәжрибәле ижадсыбыҙ шағирәбеҙ, Зөһрә Ҡотлогилдина иһә уҡыусыларҙың ауыртҡан еренә тейә: йыр хаҡындағы “моңло вә зарлы фекерҙәрен” тулыһынса түгеп һала. Уҡыусыларҙы уята, ижадсыларҙы бер аҙ оялта ла.

Ғалимә Ғәлиә Ғәниеваның исеме киң билдәле әҙибәбеҙ Гөлсирә Ғиззәтуллина ижады күгендәге “Йондоҙло һүҙҙәргә сәйәхәт”ендә (фәнни мәҡәләнең исеме шулай) уға эйәреп, уны оҙатып йөрөргә теләүселәр ҙә әҙ булмаҫ…

Шиғриәт майҙанында тәжрибәле шағирыбыҙ Камил Фазлыйҙың “Ахырызаман” поэмаһын уҡып, шул ҡиәмәт көнөн яҡынайтырға тырышҡан экология, экологик катастрофа тураһында уйлап, уның менән бергә хәүефләнәбеҙ.

“Ауылымдың бөрлөгәне уңған, йыйып ҡына алыр кеше юҡ…” юлдары менән һиҫкәндергән ғалим, һәләтле шағир Риф Әхмәҙиев тупланмаһын уҡып, ил-ер ҡәҙерен белеүҙе аң-фиғелебеҙ, булмышыбыҙға нығыраҡ һеңдерәбеҙ.

Күренекле шағир, нескә лирик, башҡорт-татар дуҫлығын күҙ ҡараһындай һаҡлауға күпме көс түккән, Өфө–Ҡазан юлына саң да ҡундырмаҫҡа тырышҡан Муса Сиражиҙың ижади мираҫына мөрәжәғәт итеүе “Ағиҙел”дең бик тә матур аҙымы. Күп уҡыусылар журналда тәнәйҙәргә төбәп ойошторолған “Сәңгелдәк” тапшырыуының аҙағында тиҫтәнән ашыу йылдар йырлана торған “Йоҡларға, йоҡларға”ны күргәс, аптырап та китерҙәр уның авторы Муса Сиражи икәнен белеп. Музыкаһын моң илаһиәһе композитор Роза Сәхәүетдинова яҙғанын да иҫенә төшөрөрҙәр…

Күптән, һәр хәлдә һуңғы өс йылды ғына алғанда ла, “Ағиҙел” драматургик әҫәр тәҡдим иткәне юҡ ине. Үҙе лә ҡытлыҡ кисергәндер. Һәм, ниһайәт, бына трагедия. Халыҡ яҙыусыһы Флүр Ғәлимов “балаһы”. Ә исеме һуң – шунда уҡ күҙгә бәрелә: “Прометей. Олимп тауы ишелеүе”. Ниндәй ҡеүәтле-шөбһәле исем бирергә баҙнат иткән әҙип! Есеме лә, исеме кеүек, көслө булырға тейештер. Ярты быуаттан һуң беҙҙең әҙәбиәттә яңынан тыуған, “терелгән” Прометей, ниндәй юлдар үтеп, уттар-һыуҙар кисеп, яза-ғазап кисереп, ниндәй, уй-ниәттәр менән сәхнә түренә менергә самалай икән? (Ҡаҙағстандың Ҡыҙылурҙа ҡалаһы йәштәр театры сәхнәһендә самалап та тормай ныҡлы урын алған да, ахырыһы). Үҙенән-үҙе “торғонлоҡ” йылдарында бар донъяны шаулатҡан башҡорт әҙәбиәте илаһы мәшһүр Мостай Кәримдең Прометейы иҫкә төшә. Ерҙәге тере заттарҙы балсыҡтан яралтҡан алла Прометей. Уларҙы яратып, Зевстан урланған мәңге һүнмәҫ ут менән Ерҙәге мөхәббәте Агазияла яралған утты ҡушып кешелеккә яҡтылыҡ бүләк итеп, бәндәләрҙе кеше дәрәжәһенә күтәргән, кеше иткән Титан Прометей. Кешеләрҙе яратып ошо хәтәр ғәмәл ҡылған өсөн ҡаты язаға тарттырыласағын һиҙһә лә. “Ҡаф тауының ташлы түбәһенә” бығауланып ҡуйыласағын, утыҙ мең йыл – өс йөҙ быуат буйына тимерҡоштоң көн һайын килеп бауырын-тәнен талаясаҡ-өҙгөләйәсәген, йәнен-йөрәген ғазаплаясағын белә тора…

Тиңдәшһеҙ Мостай ағайыбыҙ, олатайыбыҙ пьесаһы Прометейҙың

“…Утыҙ мең йыл үтеп китер, Йыһан имен,

Йыһан бөтөн булһа…

Мин ҡайтырмын, һеҙгә, кешеләр…”

тигән һүҙҙәре менән тамамлана…

Бөгөн Йыһан имендер, бөтөндөр тип уйлағы, ышанғы килә, сөнки Прометей, һүҙендә тороп, ниһайәт, ҡайтты. Һәр хәлдә беҙҙең әҙәбиәткә, йәшәйешебеҙгә. Флүр Ғәлимов пьесаһына шундай исем биргәс, пьеса-спектакль ғүмере һуҙымында йыш ҡына Социалистик Хеҙмәт Геройы, Ленин премияһы лауреаты Мостай Кәримдең шедевры менән сағыштырыласағын, әҫәр анализланғанда, һаналып киткәндә лә ошо мәртәбәле исем менән ҡушарлап әйтелеү ихтималлығын да тоҫмаллағандыр, әҫәрен шундай яҙмышҡа дусар иткәнен аңлап эш иткәндер.

Флүр Ғәлимов Прометейы: “Мине көтмәгәйнегеҙме?” тигән һүҙҙәр менән иң юғары даирәгә Олимп тауындағы аллаларҙың ғәмһеҙ, мәшәҡәтһеҙ тормошонда йөҙәр йылға һуҙылған мәжлесенә килеп инә. “Һаман типтерәһегеҙме?” тип хәүефле көсөргәнешлек тыуҙыра. Ваҡиғалар бер үк территория – «административ берәмек»тә – Олимп тауҙарында төйөнләнгәс, үҫешкәс, унда ҡатнашыусы персонаждар ҙа таныш. Миллион йылдар үтһә лә, шул уҡ холоҡ-фиғел, ҡатып ҡалғандай мөхит, үҙгәрмәгән ғәҙәт-һыҙат. Атаһы Кронды тартарға оҙатҡан иң юғары алла Зевс, аҡылы, ғәҙеллеге менән айырылып торған Афина, төҫ ташламаған матурлыҡ һәм мөхәббәт илаһиәһе Афродита, ҡасандыр күҙҙәрен бәйләгән таҫмаһын атып бәреп, башҡаса хөкөм сығарыу ваҡытында ла уны кейеп тормаған ғәҙеллек илаһиәһе Фемида, Аполлон, Гермес, Гефест та. Ярай әле ыҙғыш илаһиәһе Эрида юҡ. Кешелек, йәмғиәт былай ҙа ыҙғыш-талаштан, дошманлыҡ-хыянаттан биҙеп-биҙрәп бөткән, туйған, ғарыҡ булған. Әҙәмшаһтың булмауы ла яҡшы. Төрлө ғәйбәт-ялаларға ышанып ҡара көстәр ҡоралына әйләнгән, халҡы хаҡында “хәстәрлек” күрһәтеп, “Ниңә уятырға? Йоҡлаһындар” тип, нисек тә яҡтылыҡты, яҡты көндө күрһәтмәҫкә тырышыусы “лидер” – Әҙәмшаһтың.

Флүр Ғәлимовтың таныш сюжетҡа ҡоролған трагедияһы менән, таныш геройҙар ярҙамында кешелек менән бер үк ваҡытта тыуған “кем?”, “ҡайҙан?”, “нисек?”, “ниңә?”, “ни сәбәпле?”, “”ҡасан?” тигән мәңгелек һорауҙарға яуап эҙләй. Үҙенсәлекле юл, үҙенсәлекле ысул менән трагедия менән танышып сыҡҡан һәр әҙәбиәт һөйөүсе, пьесаның эске көсөргәнешлеген тойоп, унда йәмғиәт үҫешенә йоғонто яһарлыҡ фекер-потенциал һалынғанын, ваҡиғалар үҫешен күреп, ниндәй оҫталыҡ менән һүрәтләнгәненә аптырай-ҡыуана үҙҙәре лә мәңгелек һорауҙарға яуап эҙләр. Бәлки, үҙенә кәрәген табыр ҙа…

Етди донъя төрлө яҡшы-яман хәл-ваҡиғаларҙан, шом-хәүеф, борсолоу-үрһәләнеүҙән, туҡтауһыҙ уйланыуҙарҙан ғына тормай. Унда, шөкөр, юғары материялар ҙа, бөйөк фекерҙәр ҙә, өмөт-хыял да, саф яратыу – мөхәббәт тә тулып ята. Һәм кешелекте шаяртыу-көлөү ҙә донъя яратылғандан бирле оҙата килә. Бәлки, шулай уйлаптыр, редакция бай телле, тәрән фекерле, юғары зауыҡлы, ҡояш нурына мансылғандай яҡты әҫәрҙәре менән ҡыуандыра килгән хикәйәләү оҫтаһы Хәйҙәр Тапаҡовтың “Мунса” хикәйәһе менән осларға булғандыр журналдың был матур һанын. Баҫманың күңеле киң булғас, ҡәләм тибрәтеүсе уҡыусылары Борис Хәйретдинов, Нәсимә Ғайсина шиғырҙарына ла урын табылған, Мәскәүҙәге яҡташтарыбыҙ Әлфиә Агеева, Ҡәҙриә Яхъя, Сергей Александров (уның хикәйәһе Факил Мырҙаҡаев тәржемәһендә) ижады өлгөләре лә түрҙән ҡунаҡлаған.

Сәйәхәтем аҙағына ла килеп етте, буғай. Уй-фекергә һутлы емеш, йәнгә бәрәкәтле аҙыҡ биреп килгән журналыбыҙҙы – әлеге мәлдә был һанды әҙерләп бүләк иткән ағиҙелдәргә – баш мөхәррир Мөнир Ҡунафинға, уның урынбаҫары Әхмәр Үтәбайға, яуаплы секретарь Луиза Кирәеваға, бүлек мөхәррирҙәре Гөлнара Хәлфетдиноваға, Салауат Әбүзәргә рәхмәт әйтеү бик тә урынлы булыр.

Бер заман билдәле йәмәғәт эшмәкәре дуҫым Миҙхәт Мәмбәтов үҙе ныҡ оҡшатҡан бер роман-эссе хаҡында һүҙ алып барғанда, “был әҫәрҙе уҡыуҙан үҙҙәрен мәхрүм иткәндәр бик йәл” тигәйне. Юҡҡа ғына иҫкә төшмәне ул һүҙҙәр. Халҡыбыҙҙың алҡынып аҡҡан “Ағиҙел”ен, бай әҙәбиәтебеҙҙе, өлгөр матбуғатыбыҙҙы күпләп, йотлоғоп уҡыуын шул тиклем дә теләйем. Бик күп илһөйәрҙәребеҙ, телһөйәрҙәребеҙ кеүек. Үҙҙәрен оло рухи байлыҡтан мәхрүм итмәһендәр ине. “Йәл”гә әйләнеп ҡуймаһындар ине, тип. Әйләнмәҫтәр, иншалла.

Тәлғәт СӘҒИТОВ,

яҙыусы.

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: