Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Март 2024, 15:00

БАР ЯҠТАН ДА ТАЛАНТЛЫ

Тормошта шундай хәлдәр ҙә булырға мөмкин: кем менәндер һинең ғүмер юлың бер ваҡытта ла киҫешкәне, хатта ул кеше менән йүнләп осрашҡаның, яйлап әңгәмәләшеп ултырғаның булмаһа ла, һин уның тураһында әллә ҡасандан – тыуа-тыуғандан белә һымаҡһың. Хәҙерге Интернет заманында бөтәһе лә мөмкин, барыһы ла берен-бере белә, тиерһегеҙ, бәлки? Юҡ шул, мин бында хатта ҡәҙимге стационар телефон аша ла аралашыу мөмкинлеге булмаған үткән быуаттың 50–70-се йылдарында тыуған быуын вәкилдәре тураһында һүҙ алып барам. Атап әйткәндә, күренекле фән эшмәкәре, билдәле шағирә, уҡытыусылар уҡытыусыһы – педагог-ғалимә булып танылған һәм ошо йылдың март айында үҙенең матур ғүмер байрамын билдәләргә йыйынған Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы Абуталипова хаҡында булыр һүҙем. Ысынлап та, 50-се йылдарҙа республикабыҙҙың төрлө төбәгендә тыуып-үҫеп, бары тик һуңғы ике тиҫтә йыл арауығында ҡайһы бер әҙәби-мәҙәни сараларҙа йә ғилми-ғәмәли конференцияларҙа осрашырға тура килгеләһә лә, мин уның мәктәптә уҡып йөрөгән, һуңынан юғары уҡыу йортонда белем алған саҡтарын да ярайһы уҡ яҡшы белеү түгел, ҡап-ҡара сәс толомдарын икенән үреп, аҡ таҫмалар менән ике яҡлап ҡолаҡ тәңгәленә күтәреп бәйләп ҡуйған аҡыллы һәм тыныс ҡарашлы был уҡыусы ҡыҙҙың фотоһүрәтен дә асыҡ ҡына итеп күҙ алдына килтерәм... Ә шулай ҙа ҡайҙан беләм мин Рәмзәнә апайҙың алыҫта ҡалған бала сағын?

БАР ЯҠТАН ДА ТАЛАНТЛЫ
БАР ЯҠТАН ДА ТАЛАНТЛЫ

Совет осоронда тыуып үҫкәндәр яҡшы хәтерләйҙер, моғайын: ул дәүерҙә ваҡытлы матбуғат баҫмаларын, бигерәк тә ауылдарҙа йәшәгән һәм мәктәп йәшендәге бала-сағаһы булған ғаиләләрҙә “Башҡортостан пионеры” (хәҙерге “Йәншишмә”) гәзитен, “Пионер” журналын (хәҙерге “Аманат”) алдырмаған йорт булмай торғайны. Икеһе лә уҡытыусы булып эшләгән һәм ете бала тәрбиәләгән атайым менән әсәйем дә йыл һайын тиҫтәнән ашыу гәзит-журналға яҙылыр ине. Аҙнаһына ике тапҡыр таратылған бына ошо гәзит-журналдарҙы һәр ваҡыт түҙемһеҙлек менән көтөп алыуыбыҙ хәтерҙә. Бигерәк тә беҙ бала саҡта почтальон булып эшләгән Рәйсә еңгә (йәне йәннәттә булһын), ауыл халҡы әйткәнсә, “пушты тарата” торған шишәмбе, йома көндәрендә беҙ, балалар, ҡапҡабыҙға атайыбыҙ матур ғына итеп ағастан эшләп ҡуйған почта йәшниген ҡарауыллап ҡына торабыҙ, сөнки гәзиттәрҙе кем алдан алып өлгөрә – “Башҡортостан пионеры”н иң беренсе булып шул уҡыясаҡ! Әлбиттә, ул “өлгөр”» йыш ҡына мин булып сығам, сөнки гәзит-журналдар йыш ҡына бән фәҡирәгеҙ ҡулына эләгә! Ә быға минең бер ябай ғына күҙәтеүем, дөрөҫөрәге, бәләкәй генә хәйлә ярҙам итә. Ҡыҫҡаһы, бер көндө махсус рәүештә Рәйсә еңгәйҙең артынан уға һиҙҙермәй генә эйәреп йөрөп, почта таратҡандағы “маршрутын” белеп алдым. Ғәҙәттә, ул Үҙән йылғаһы буйында ултырған йорттарға гәзит-журналдар ҡалдыра ла, беҙҙең  өй ҡаршыһындағы тыҡрыҡтан өҫкә күтәрелеп, иң беренсе беҙҙең ҡапҡаға һуғыла. Тыҡрыҡ башында почтальондың елле генә сумкаһы күренеү менән, йәшен тиҙлегендә уның алдына йүгереп сығам һәм ҡапсыҡҡа алдан уҡ айырып һалынып, һәр береһенең тәүге битенә “Мөҙәрис ағай” тип яҙып сығылған әллә күпме байлыҡҡа хужа булып та алам! Әйткәндәй, ул саҡтарҙа гәзит-журналда баҫылған һәр нәмәне – мәҡәләме, шиғыр йә хикәйәме ул, йә башҡа төрлө материалмы – бер һүҙен ҡалдырмай уҡып сыға торғайныҡ беҙ.

Тап бына шул төпкөлдә генә ятҡан тыуған ауылыбыҙҙың һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡыған 1964–1970 йылдарҙа тап “Башҡортостан пионеры” гәзите аша таныштым да инде Рәмзәнә Талипова (мәктәптә уҡыған йылдарҙа улар фамилияларының ошолай ҡыҫҡартылған вариантын йөрөттө) тигән ҡыҙ менән. Ысынлап та, ул йылдарҙа Гүзәл һәм Рәмзәнә исемле апалы-һеңлеле ике уҡыусының бергәләп ижад иткән шиғырҙары, мәктәп, ауыл тормошо хаҡындағы ҙур булмаған мәҡәләләре йыш баҫыла ине “Башҡортостан пионеры”»нда. Тәүҙә шулай бер шиғырҙы ике кеше яҙыуы аптырауға һала ине. Аҙаҡ уларҙың ҡайһы райондан, ауылдан булыуҙарына иғтибар итеп, Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес мәктәбе уҡыусылары икәнлеген белдем (был юлы инде “яңы тыуған бәпес ҡайһылайтып иҫке була икән?” тип ҡаңғырып алдым). Ә инде бер һанда был ҡыҙҙарҙың фотоһүрәттәре баҫылғас, мин уларҙың иҫ киткес сибәр булыуҙарын күрҙем...

Ул заманда “Башҡортостан пионеры”нда ла, “Пионер” журналында ла төрлө әҙәби конкурстар йыш үткәрелеп, унда ҡатнашыусыларҙың эштәренә билдәле яҙыусылар, шағирҙар баһа бирә ине. Талиповаларҙың бындай бәйгеләрҙә даими ҡатнашып, ҡайһы саҡта призлы урындар алғаны ла хәтерҙә. Ә инде Башҡорт АССР-ының 50 йыллығына арналған “Республикам минең” шиғыр конкурсының лауреаттары булыу бәхетенә ирешеп, Бөтә Союз пионер лагерына путёвка менән бүләкләнеүҙәре ул замандағы күпселек уҡыусыларҙың төштәренә лә инмәгән хыял ғына булғандыр, моғайын...

Артабан Рәмзәнә Абуталипова үҙенең шиғыр, мәҡәләләренең аҫтына исем-шәрифенән һуң “1-се һанлы мәктәп-интернат уҡыусыһы” тип яҙып ҡуя башлағас, 9-сы кластан алып уҡыуын хәҙерге атаҡлы Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатында дауам итеүе аңлашылды.

Рәмзәнә Абуталипова тураһында бына шул рәүешле ситтән булһа ла хәбәрҙар булып тороу артабан да дауам итте. Ҡыҫҡаһы, һигеҙенсе класты тамамлағансы беҙҙең ауыл мәктәбендә уҡып, өмөтлө йәш шағирә булып таныла барған Һәҙиә Яхина тигән апай 1971 йылда БДУ-ның филология факультетына уҡырға ингәс (ә бындай бәхет ул замандарҙа бөтә кешегә лә тәтемәй ине), уның Рәмзәнә апай менән бер төркөмдә уҡып, ятаҡта бер бүлмәлә йәшәүҙәре, хатта университетта эшләп килгән әҙәби-ижад түңәрәгенә лә бергәләп йөрөүҙәре, йыш ҡына билдәле әҙиптәр ҡатнашлығында үткән төрлө кисәләрҙә сығыш яһауҙары тураһында ла хәбәрҙар булдыҡ. Әле ул ваҡытта исемһеҙ булған түңәрәккә “Шоңҡар” тигән бик шәп исемде лә Рәмзәнә Абуталипова тәҡдим иткән икән, тигән һүҙҙәрҙе ишетеп, тел шартлатып та ҡуйылған ине...

1972 йылда Рәмзәнәнең бер туған апаһы Гүзәл беҙҙең ауыл егете Сәғит ағайға тормошҡа сығып, Бөрйәнгә килен булып төшкәс, ул йәш еңгә менән дә йыш ҡына осрашып, ул саҡта элекке мәсет йортонда урынлашҡан иҫке генә клубта деү килтереп “ахрита һуғып” (беҙҙә киске уйындарҙы шулай тиҙәр) йөрөй торғайныҡ. Бер мәл Гүзәл апаһы янына ҡунаҡҡа килеп йөрөгән һарыҡай ғына, матур ғына Әлфиә исемле һеңлеләре менән дә танышып алынды. Гүзәл еңгәй ҙә (йәне йәннәттә булһын), Әлфиә лә университетта тик “бишле” билдәләренә уҡып йөрөгән Рәмзәнәләре менән ныҡ ғорурланып һөйләгәндәре иҫтә. Ғорурланырлыҡ та шул! Йәш кенә көйө бик матур шиғырҙар яҙған һәләтле шағирә булыу өҫтөнә, уҡыу алдынғыһы, студенттар тормошонда ҡайнап йәшәгән әүҙем йәмәғәтсе булараҡ та танылыу ала Рәмзәнә университетта уҡығанда. 1975 йылда урта мәктәпте тамамлап, БДУ-ның филология факультетына ҡабул итеү имтихандары тапшырырға килгән саҡта, уҡыу йортоноң беренсе ҡатындағы фойела “Улар – университет ғорурлығы” тигән уҡыу алдынғылары стендында иң беренсе итеп ҡуйылған Рәмзәнә Абуталипованың ҡалын сәс толомон алдына һалып төшкән аҡлы-ҡаралы фотоһына иғтибар иткән инем. Шул саҡтағы күҙем ҡыҙыуы-ы! Ул йылда конкурстан үтмәй тороп ҡалһам да, икенсе йылына имтихан һөҙөмтәләре буйынса иң күп балл йыйып уҡырға инеп киткәс, уҡыу алдынғыһы булған мин фәҡирәгеҙҙең дә фотоһүрәте бер осоро тап Рәмзәнәнең фотоһы эленгән урында торҙо. Тик студент йылдарында ла Рәмзәнә апайҙың үҙе менән осрашырға насип булманы, сөнки ул беҙ беренсе уҡырға ингән йылда, БДУ-ны уңышлы тамамлап, үҙенең тыуған яҡтарына уҡытыусы булып эшләргә ҡайтып киткән ине.

Шулай итеп, Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы үҙенең хеҙмәт юлын Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ башлап ебәрә. Дәрт-дарманы ташып торған йәш белгескә ҙур ышаныс күрһәтеп, директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын да йөкмәтеп ҡуялар. Коллегаларының, ҡасандыр үҙе уҡыған мәктәп коллективының ышанысын аҡлау өсөн башкөллө эшкә сума йәш уҡытыусы, әҙәбиәтселәр түңәрәгенең эшен йәнләндереп ебәрә, көн һайын тиерлек төрлө тәрбиәүи саралар ойоштора. Бер һүҙ менән әйткәндә, гөрләп тора ул эшләгән осорҙа Иҫке Бәпес мәктәбе!

Артабан инде ғаиләһе менән тәүҙә Белорет, унан Стәрлетамаҡ ҡалаларына күсенеп, ундағы мәктәптәрҙә лә уҡытыусылыҡ һөнәренең нескәлектәренә өйрәнеп, педагогик багажын байыта, бер үк ваҡытта төрлө матбуғат баҫмаларында уҡытыу-тәрбиә эшенә арналған ғилми-популяр мәҡәләләр баҫтыра. Бына шулай, республиканың төрлө мәктәптәрендә эшләп, бай тәжрибә туплаған һәм башҡорт телен уҡытыуҙың методик ятҡан үҫтерелешен яҡшы күҙаллаған өмөтлө педагог 1987 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына эшкә саҡырыла. Бында килгәс, ул билдәле ғалимә – педагогика фәндәре докторы З.Ғ. Сәхипова етәкселегендә “Урыҫ телле уҡыусыларҙы башҡорт грамотаһына өйрәтеү” тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы өҫтөндә ныҡышмалы тикшеренеү эштәре алып бара һәм уны 1995 йылда Мәскәү ҡалаһында уңышлы яҡлай. Педагогика фәндәре кандидаты дәрәжәһенә лайыҡ булған йәш ғалимә йыш ҡына халыҡ-ара, Рәсәй, республика кимәлендә үткәрелгән ғилми-ғәмәли конференцияларҙа сығыш яһай, тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен уҡытыу буйынса кәңәш-тәҡдимдәре менән “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында бүлешә, республикабыҙҙың төрлө ҡала һәм райондарында үткәрелгән уҡытыусылар кәңәшмәләрендә ҡатнаша. Ғалимә-методист булараҡ, Р.Ә. Абуталипова ҡатнашлығында төҙөлгән “Бүләк” дәреслегенә методик ҡулланманы (авторҙаштары – Х.А. Толомбаев һәм М.С. Дәүләтшина), башҡорт балалар баҡсаһы өсөн тәүге дәреслек булараҡ билдәле “Ләйсән” һәм уға методик ҡулланманы (авторҙаштары – Г.И. Әмирханова һәм М.Б. Юлмөхәмәтов), “Телдәрҙе уҡытыу методикаһы буйынса русса-башҡортса һүҙлек” (авторҙашы – Ә.В. Камалетдинова) һәм “Йәш уҡытыусыға ярҙамға” тигән уҡыу ҡулланмалары күп кенә тәрбиәсе һәм уҡытыусыларҙың өҫтәл китабына әйләнә. Шулай итеп, Р.Ә. Абуталипова, тәү сиратта, бер нисә быуын уҡытыусылар әҙерләүсе билдәле уҡытыусы-методист булараҡ танылыу ала.

Шулай уҡ Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы – ғалимә-филолог булараҡ та билдәле шәхес. Ул 2009 йылда “Башҡорт телендә аспектуаллек функциональ-семантик категорияһы” тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлап, фән докторы дәрәжәһенә эйә була. Башҡорт тел ғилеме һәм уны уҡытыу методикаһы буйынса үҙе йәш ғалимдар әҙерләгән фән докторының 300-гә яҡын ғилми хеҙмәттәре, шул иҫәптән “Башҡорт телендә аспектуаллек функциональ-синтетик категорияһы” (Өфө: Ғилем, 2008), “Төрки телдәрҙә аспектуаль мәғәнәләрҙе репрезенталаусы саралар” (Өфө: Ғилем, 2013), “Башҡорт телендәге функциональ-семантик категориялар” (Стәрлетамаҡ: БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы, 2019) тигән монографиялары донъя күрә.

Ғөмүмән, Рәмзәнә Абуталипова – бөтә яҡтан да талантлы шәхес. Мин был мәҡәләнең башында уның нисек итеп бала ғына сағынан шағирлыҡ һәләте асылып, артабан үҫеүе тураһында яҙған инем инде. Бына ошо шағирлыҡ, әҙәби ижадҡа тартылыуын Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы ғүмер буйы ташламаны, киреһенсә, ни тиклем генә ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, үҙенең тағы ла бер яратҡан шөғөлөн – балалар өсөн матур-матур шиғырҙар ижад итеүен дауам итте. 2000 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы булған Рәмзәнә Абуталипованың Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә биш шиғыр китабы баҫылып сығып, ул үҙен балалар өсөн бынамын тигән әҫәрҙәр яҙған һәләтле шағирә итеп тә танытты. Уның “Әнисә, йәшең нисә?” исемле тәүге шиғри йыйынтығы 1993 йылда донъя күрә. Артабан бер-бер артлы “Асыуланма, Сыбарҡай” (1995), “Сиңерткә йәшенмәк уйнай” (2002) (әйткәндәй, шағирәнең был китабы Рәсәй мәҙәниәте федераль маҡсатлы программаһы буйынса нәшер ителә), “Мин үҫәм” (2006), “Бесәй быйма эсендә” (2018) китаптары сыға. 1997 йылда “Шаңдау” йыйынтығында өлкәндәргә тәғәйенләнгән “Яҙ һөйөнсөһө” тигән китабы баҫылып сыға. Шулай уҡ ул үҙен башҡа жанрҙарҙа ла һынап ҡарай: хикәйә, әкиәт һәм скетчтары республика матбуғат биттәрендә даими донъя күреп тора. Тағы ла шуны әйтеп ҡуяйыҡ: ошо көндәрҙә шағирә балаларға тәғәйенләнгән сираттағы “Еләктәрҙә – йәй еҫе” тигән йыйынтығын ҡулына аласаҡ. Талантлы ҡәләм оҫтаһының балалар өсөн шиғырҙары башланғыс мәктәп дәреслектәренә, уҡыу-уҡытыу методик ҡулланмаларына, өлкәндәр өсөн әҫәрҙәре “Башҡорт шиғриәте антологияһы” (2001), “Антология поэзии Башкортостана. Голоса веков” (2007), “Балалар әҙәбиәте антологияһы” (2018) баҫмаларына индерелгән. Уның кескәйҙәргә тәғәйенләнгән нур сәсеп торған шиғырҙарын балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, башланғыс класс уҡыусылары бик яратып өйрәнеп, шунда уҡ отоп ятлап та алалар, шул шиғырҙар менән төрлө конкурстарҙа ҡатнашалар. Ғөмүмән, мин Р. Абуталипованы педагог-шағирә тип тә атар инем, сөнки ул кесе йәштәге балалар психологияһын тәрәндән белеп, уларҙың йәш, шулай уҡ донъяны, әйләнә-тирәне танып-белеү, ҡабул итеү үҙенсәлектәрен ныҡлы иҫәпкә алып ижад итә. Был тәңгәлдә уның мәктәпкәсә һәм башланғыс мәктәп йәшендәге балаларға тәғәйенләнгән “Мин үҫәм” китабына индерелгән төрлө йәнлек-кейектәр, ҡош-ҡорттар, йорт хайуандары тураһындағы шиғырҙары бик үҙенсәлекле. Ғәҙәттә, иҫ киткес матур күбәләктәр, ҡусҡар, энәғараҡ, ҡырҡаяҡ, ҡамҡа, үрмәксе кеүек бөжәктәрҙең төҙөлөшөн, йәшәү рәүешен, хәрәкәт итеүен балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтә. Балаларҙың ошо ҡыҙыҡһыныуын, күҙәтеүҙәрен Р. Абуталипова үҙенең шиғырҙарында бик оҫта тотоп ала. Әйтәйек, күҙәтеүсән бала ҡусҡарҙы “антенналы” бөжәк тип атай:

– “Сәңгелдәк”кә өлгөрәм! – тип,

Шәп-шәп шыуыша ҡусҡар.

Телевизор ҡарар өсөн

Уның антеннаһы бар!

Ә “Ҡырҡаяҡ” шиғырында иһә лирик герой һүҙ барған бөжәктең аяҡтарын  һанау менән мәшғүл:

Ҡырҡаяҡты “ҡырҡаяҡ” тип

Атағандар бит юҡҡа –

Күпме һанап ҡараһам да,

Аяғы тулмай ҡырҡҡа.

Минеңсә, Р. Абуталипованың ҡыҫҡа ғына сюжетлы шиғырҙары айырым иғтибарға лайыҡ: автор дүрт кенә юлда тотош бер хәл-ваҡиғаны асып бирә:

ҮРМӘКСЕ

Әсәйҙең күҙлеген кейеп,

Булам әле күрмәксе:

Нисек үрә икән ауын

Мөйөштәге үрмәксе.

 

КҮҘӘТЕРМЕН

Баҡсабыҙҙан табып алдым

Аҡ күбәләк ҡурсағын,

Күҙәтермен күбәләккә

Уның әйләнгән сағын.

    

ӘНИСӘ, ЙӘШЕҢ НИСӘ?

– Ҡайһылай үҫеп киткәнһең,

Әнисә, йәшең нисә?

– Элек ике бармаҡ ине,

Өс бармаҡ булды кисә!

 

       ҠОЯШ

Ҡояш та өшөй, күрәһең,

Ҡышҡы һыуыҡ буранда,

Тиҙ генә байый ҙа ҡуя,

Уйнап булмай урамда.

 

Рәмзәнә Абуталипованың бына ошондай шиғри табыштары балаларға экологик тәрбиә биреүҙә, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын өйрәнеү аша уларҙа тыуған яҡ тәбиғәтенә, ғөмүмән, тыуған еребеҙгә һөйөү, илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләүҙә уҡытыусы-тәрбиәселәр өсөн ҙур ярҙамсы-сығанаҡ булып тора. Ә инде уның “Бесәй быйма эсендә. – Котенок в валенке” (2018) һәм оҙаҡламай донъя күрәсәк “Еләктәрҙә йәй еҫе. – Ягоды пахнут летом” китаптарының ике телдә – башҡорт һәм рус телдәрендә булыуы хәҙерге Интернет заманында – башҡорт телен камил белгән, башҡортса аралашҡан йәш быуын вәкилдәре кәмегәндән-кәмей барған заманда балаларҙа туған телебеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыуҙа, уның ҡулланылыу өлкәһен арттырыуҙа баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә булған өҫтәлмә методик материал булып тороуын да оноторға ярамай. Тап бына ошоларҙы иҫәпкә алып ижад итә лә инде үҙен уҡытыусы-шағирә, тәрбиәсе-шағирә, педагог-шағирә итеп танытҡан Рәмзәнә Абуталипова. Әҙәбиәткә, шиғриәткә һөйөү, уға тоғролоҡ, мәҡәләбеҙҙең башында тасуирлап яҙылғанса, тәүҙә үҙҙәренең мәктәп, аҙаҡ инде “Башҡортостан пионеры” гәзитендә баҫылған ябай ғына шиғырҙарҙан башланғанына иманым камил минең.

Ғилем донъяһында үҙ ҡарашы, йүнәлеше, әҙәбиәтебеҙҙә үҙ тауышы булған, башҡорт филологияһын өйрәнеүгә 40 йылдан ашыу ғүмерен арнаған арҙаҡлы шәхесебеҙҙең күп ҡырлы эшмәкәрлеге Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы, Рәсәй Федерацияһының юғары белем биреү буйынса почетлы хеҙмәткәре, Башҡорт дәүләт университетының почетлы хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемдәр менән баһаланды.

Ғәҙилә БҮЛӘКОВА,

филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: