Уларҙың маҡсаты бер: халыҡ менән идара итеү, хөкүмәтте ҡурҡытып алыу, үҙҙәренә файҙа эҙләү. Халыҡты түгел, үҙҙәрен ҡайғырта улар. 1990-2000 йылдарҙан алып улар федераль власты, һуңынан республиканы шантажлай.
Башҡорттарым, һеҙ ысынлап та Хәбировтың республикаға үҙ халҡын ҡыйырһытыу өсөн ҡайтҡанына ышанаһығыҙмы? Тап ошоға ышандырырға теләй ҙә инде һеҙҙе бер төркөм оятһыҙ кешеләр һәм "һары" мәғлүмәт саралары.
Беләһегеҙме, шул бола күтәргән Баймаҡ районы, бюджет инвестициялары буйынса бөтә республика райондары араһында беренсе урында тора? Баймаҡта һуңғы йылдарҙа Еңеү Паркы, ҡала майҙаны, күп мәктәптәр төҙөкләндерелде, яңы мәктәптәр һәм балалар поликлиникаһы төҙөлдө, боҙ һарайы эшләнеп ята.
Заманса һәм уңайлы йәшәү өсөн инфраструктуралар булдырыла унда. Баймаҡта, күп башҡорттар көн иткән төбәктә! Болғаусылар һөйләгән һәм улар күрәлмәгән әрмәндәр, “ҡара халыҡтар” төбәге түгел унда.
Быны нимә өсөн эшләй Хәбиров? Башҡорттар менән көрәшеү өсөнмө? Үҙ милләтен бөтөрөү өсөнмө? Әллә үҙебеҙҙең башҡорттар яҡшы йәшәһен, матур парктарҙа ял итһен, балаларын йөрөтһөн, тейешле медицина ярҙамы алһын,заманса шарттарҙа спорт менән шөғөлләнһен типме?
Үҙегеҙ ошо һорауҙарға яуап эҙләп ҡарағыҙ әле, башҡорттарым!
Экология мәсьәләһе менән дә республика хөкүмәте план буйынса, ныҡлап, тырышып шөғөлләнә. Лицензияларҙы кире тартып алыу, миллионлаған штрафтар һалыу – барыһы ла республика хөкүмәтенең эше. Бер ҙә осраҡлы кешеләр эше түгел. Быларҙы дәлилләү өсөн, бик шикләнгәндәр Росприроднадзорға йәки Роснедрға мөрәжәғәт итеп һорай ала. Был органдар - Федераль ведомстволар, беҙгә буйһонмайҙар, әммә уларҙың барыһы менән дә уртаҡ тел табып, Хәбиров бөтә мәсьәләләрҙе хәл итә. Мәҫәлән, Баймаҡта билдәле алтын сығарыусы Хамуляк әллә ҡасандан эшләй, йә Учалы районы Ураҙ ауылындағы әрмәндәр... Уларҙы республикаға Хабиров килтергәнме ни? Был эшмәкәрҙәр Хәбировҡа тиклем 10-ар йыл шунда эшләгәндәр. Әммә тап беҙҙең Башлыҡ, тәбиғәтте бысратҡан һәм закондарҙы үтәмәгән өсөн, уларҙы был ерҙәрҙән ҡыуа башланы.
Һеҙ, дуҫтар, әллә ысынлап та алтын сығарыусылар халыҡ урамға сығып туҙынғандан һуң был кешеләр лицензияларын тапшырып, штрафтарын түләп киткәндәр тип уйлайһығыҙмы?
Бына ошоларҙы һеҙгә бер төркөм оятһыҙ кешеләр һәм "һары" мәғлүмәт саралары һеңдерергә тырыша ла инде. Улай түгел шул. Асылда, был бик оҙайлы һәм ҡатмарлы процедура. Бында ер аҫты байлыҡтары менән ҡулланыу буйынса ведомство-ара комиссияһы менән ҡатмарлы эштәр башҡарылды һәм ыңғайға һалынды.
Ә хәҙер башҡорт теле буйынса. Әйҙәгеҙ, берәй майҙанға сығып “телебеҙ бөтә”, “балалар башҡортса белмәй” тип ҡысҡырып торайыҡ та, шунан проблема хәл ителәме һуң? Юҡ, әлбиттә. Ә һеҙҙе бит, башҡорттарым, тап шулай тип ышандыралар бер төркөм оятһыҙ кешеләр һәм "һары" мәғлүмәт саралары. Проблема иһә, ысынлап та, бар. Глобализация процесы үҙенекен итә. Башҡорт теле әлеге процестарҙың замана ҡорамалдарына индерелмәй икән, шунда хәүеф тыуасаҡ та. Бөгөн Өфөлә күп интеллигенция башҡорттарының балалары үҙ телендә һөйләшмәй. Бында яңыса алымдар, телде цифрлаштырыу, мобиль ҡушымталар, аҡыллы колонкалар, онлайн-тәржемәселәр, башҡортса һөйләшкән уйынсыҡтар кәрәк. Ошолар Хәбиров килгәндән алып эшләнә башланды ла инде.
Ғалимдар һәм белгестәр, бала әгәр мәктәпкә тиклем үк туған телен өйрәнгән булһа, ул үҙ телендә теләп уҡыясаҡ, ти. Тимәк, балалар баҡсаһынан уҡ. Тап бына ошо тәңгәлдә беҙҙә махсус методикалар уйлап сығарыла ла.
Уянығыҙ, башҡорттарым! Үҙ ерегеҙгә, өйҙәрегеҙгә ысын хужалар була белегеҙ, һәм иң мөһиме баштарығыҙға хужа булығыҙ! Айыҡ аҡыл менән фекер йөрөтөгөҙ!
Бер төркөм оятһыҙ кешеләргә һәм "һары" мәғлүмәт сараларына тәртипһеҙлек, хаос һәм протестар ғына кәрәк. Ниндәй темаға булыуы ла мөһим түгел. Улар шулай итеп хакимлыҡ өсөн көрәшәләр, хөкүмәтте ҡурҡытып алмаҡсы булалар. Уларға ябай халыҡтың йәшәйеше кәрәк тә, ҡыҙыҡ та түгел. Үҙҙәренә кәрәктә аҡты ла ҡара тип әйтәсәктәр. Тап бына бөгөнгөсә. Баймаҡ ҡалаһы судына килергә һәм шау-шыу сығарырға өндәп, улар масса араһында бола ғына ҡуптарҙы. Улар халыҡҡа “ғәйепһеҙ дүрт бала атаһы” тураһында ғына һөйләне. Ә илде эстән тарҡатыусы, милләттәрҙе бер-береһенә ҡаршы ҡуйыусы тураһында, башҡорттарҙыүҙ илен, үҙ дәүләтен күрә алмаҫҡа өгөтләүсе тураһында ла һөйләмәнеләр ...
Шулай итеп, хөкөм ҡарары сығарылды, майҙанда халыҡ таралмай, ОМОН һәм Рәсәй гвардияһы автобустарын ҡамауға алды. "Ғәйепһеҙҙе" хөкөм иткәндәр икән, башҡорт ирҙәренең ҡайнар йөрәге уларҙы яҡларға, "ғәйепһеҙҙе" яҡларға саҡырҙы. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре менән бәрелеш башланды. Буш урындан ҡайнар йөрәкле башҡорт егеттәренә Енәйәт кодексының бик ауыр статьяһы буйынса енәйәт эше асылды.
Суд хөкөм сығарғас, Алсынов "һеҙ мине генә хөкөм итегеҙ, был кешеләр минең яҡлы килде, мин уларҙы саҡырҙым" тип әйтерме икән?
Юҡ, ул үҙен ҡотҡарасаҡ һәм ҡабат: "Ә мин нимәлә ғәйепле, мин дүрт бала атаһы ғына", - тип әйтер.
Бындай хәл булды ла инде, хәтерләйһегеҙме? “Ҡырмыҫҡалыла дүртәүле” эшендә иң беренсе булып Алсынов егеттәрҙе Ҡырмаҫҡалыла булмаған әрмәндәр менән яуға саҡырып пост ҡуйҙы. Халыҡ ҡуҙғалып өлгөрҙө һәм яуапҡа тарттырылды."Ҡырмыҫҡалыла дүртәүле" эше барышында Алсынов үҙенә яуаплылыҡ алманы. Шым ғына постын юя һалды.
Ошо намыҫһыҙ кешеләрҙең мажаралары халҡыбыҙға һәр саҡ әрнеү һәм ғазап ҡына килтерҙе.
Уян, халҡым! Беҙ Рәсәйҙең төп халҡы. Рәсәй - беҙҙең ил. Башҡортостан - беҙҙең республика.
Президент, мин ҡуйған видеояҙмала, ошо хаҡта һөйләй ҙә инде. Һәм ошо телмәре менән илебеҙ Президенты Радий Хәбировты бик нескә һәм тәрән фекерле һүҙҙәр менән хупланы.
"Һары" прессаның һәм бер төркөм оятһыҙ кешеләрҙең яман эштәре килеп сыҡманы, яуызлыҡтан нимә эшләргә белмәй һаман шашалар.
Бер төркөм оятһыҙ кешеләренә һәм "һары" мәғлүмәт сараларының һүҙҙәренә ышанып, яңылыш юлға баҫҡан, әлеге ваҡытта һаҡ аҫтына эләккән ҡайнар йөрәкле башҡорт егеттәрен миңә ысын күңелдән йәл.
Уян, халҡым! Уяу бул, Башҡортом!
#МинРадийХабировМенән
#БерҙәмБашҡортостан
#ЯZаРадияХабирова
#ZаЕдиныйБашкортостан