Көслөнөкө замана, тигән һүҙҙе, наглыйҙыҡы замана, тип әйтһәң дөрөҫтөр бөгөнгө көндә...
Кисә кис, Матурым ҡалын кейенеп һыуыҡ балконға эш эшләргә сығып ҡына киткәйне - беҙҙең ишектә ҡыңғырау... Глазоктан ҡарайым, бер ир тора.
- Кем унда? - тием.
Был көр тауышы менән:
- Василий! - ти.
- Кто?
Үҙенә ышаныслы икәнен күрһәтеп интонацияһына мәғәнәле баҫым яһап:
- Василий! - тей был.
Аптырап Матурымдан барып һораным, ундай күршене белмәйем, ундай таныштарым юҡ, тей уныһы. Кире барҙым да, тағын глазоктан ғына ҡарап:
- А вы кто? - тием.
Күкрәген киреберәк:
- Василий! - тей был...
Артабанғы һөйләшеүебеҙ шулай ғына дауам итһә хәйерлерәк булыр ине, әлбиттә, әммә мин аптырап:
- Что вам нужно? - тием.
- Белый датсун *** номера ваш?
- А что случилось?
- Ваш, говорю?
- А что случилось?
Мин ысынлап та, бер нәмә лә аңламаным, но беҙҙеке тип тә әйтке килмәй, бәләһенән баш-аяҡ...Әммә аҙаҡ ҡына иҫкә төштө, нимә өсөн һорағанын...
- Ваш?
- ...
- Вы вчера чуть не раздавили моего ребенка! Я буду заявлять вас!
- Ну не раздавили же!!!
- Вы чуть не раздавили, я заявлять буду!
😄😄😄
- Ну не раздавили же!😄
- Машина ваша? Я нашел через камеру...
- Если вы можете посмотреть тот момент через камеру, посмотрите, что вы не правы были. Там не было знака пешеходного перехода! На сложной для машины дороге, в период сложных погодных условий сами выбегали на дорогу. К тому же, вы начали пытаться разбираться с нами, когда должны были убрать ребенка с дороги. Вы сами не правы!
- Я буду заявлять вас!
🤦♂️😄😄
Арыу ғына шулай торҙо, заявлять итәм тип ҡаңғырып. Ахыры, все, һөйләшеү тамам, тип китеп барҙым...🙄😊
Ә эш шулай булды, ял көнө ғаилә менән магазинға юлландыҡ. Тышта ныҡ буран, ҡарҙы өрөп һалған унда-бында, йорт эргәһенән ҡуҙғалып китеп, төп юлға ҡушыла торған ерҙә тауыраҡ ерҙән барып менеп боролғайныҡ ҡына, юлдың теге яҡ ситенән китеп барған ирле-ҡатынлы беҙҙең алдыбыҙға йүгереп сыҡтылар, типа юлдың икенсе яғына сығырға решили инде, тап беҙ, ҡарҙа батып ултырмаҫ өсөн, тауға ҡарай разгон менән барып менеп, етмәһә боролошта боролғас ҡына..ярай үҙҙәре сығып еттеләр ти, ире тюбинг һөйрәгән, ә унда бала. Үҙе сығып етте лә ситкә, балаһын алдыбыҙҙан һөйрәп алмай яйланы ла ҡуйҙы, әлбиттә, беҙ тормозға баҫтыҡ, шул ваҡытта балаһын һөйрәп алырға була ине, юҡ, был беҙгә аҡайып ҡараған ужы...былай ҙа туҡтап көтөп ултырабыҙ бит инде, ә ул яйлай, ахыры ирем теге ирҙе ҡабаландырып газовать итте, машина тормозда тора...шунан, алдыбыҙҙан баланы һөйрәп ала торған урынға был ир ҡулы менән беҙгә ымлап, аҡырайып ҡарап разбираться итергә килә башламаһынмы...😳🤦♂️🤦♂️🤦♂️ Тәҙрәне лә, ишекте лә асманыҡ, буран уйнап тора, беҙгә батмай ғына сығып китер кәрәк, иҫкәртеп әпәт газовать иттек, машина был юлы алға шылды, әммә тюбинг өҫтөнә барып менмәне инде һәр хәлдә...шунан ғына, алдыбыҙҙан балаһын һөйрәп алды...😢 Беҙ артабан киттек... Юлда аптырап та, әсенеп тә уйланып барҙым...вот кешелә нимә ҡайғыһы, балаһы ҡиммәтлерәк түгел, балаһына ҡарағанда үҙенең эгоһы көслөрәк...🤔 Йәнәһе беҙ уның башындағы коронаһын һуғып төшөрә яҙҙыҡ юлыбыҙҙан тиҙерәк китергә ҡабаландырып...Ә балаһы нимә уйлап ултырҙы икән шунда, атаһына ышанысы, өмөтө өҙөлә яҙманымы икән...Әллә, ундай атайҙарҙың баллары, хәҙер атай барып разбираться итеп ғәфү үтендерә лә, шунан был машина как миленьки ғына беҙҙе урап үтеп китә тип уйлай микән?🤔
Ярар, был хәлдең аҙағы яҡшы бөткәйне, әммә бер көн үткәс, теге ныҡыш әҙәм, беҙҙең йорттарға эленгән Уфанет камераларынан эҙләп табып, үҙенең хаҡһыҙ булыуын танмай, мин Василий, мин һеҙҙе яҙып бирәм, тип килгән...🤦♂️😆
Нимә әйткем килә, был осраҡта, иң тынысы, әлеге лә-баяғы, ирем ҡалды...😆 Ул белә, ул тыныс, ул миңә ышана, сөнки мин бит ғаиләмде, бигерәк тә иремде бер ҡасан да рәнйетергә бирмәйем...😁 Кәрәкһә һүҙҙәрен дә табам, кәрәкһә күңелем менән шундай ҡаты ла, көслө лә, ғәйрәтле лә була алам...☝😉💪 Әтеү, эйе, өндәшмәһәң һалып тапап, өҫтөңә ищеү б*с итеп китергә лә күп һорамаҫтар... Был Василийға ла бәлки беҙҙән выгода кәрәк булғандыр, ҡурҡытып үҙенә аҡмаһа ла тамыҙып алырға уйлағандыр... Белмәйем, һәр хәлдә, беҙҙе тапаманылар, но, тапай яҙҙылар тип әллә ҡайҙа саҡыртып ултырмаҫтар инде...💆
Бит кешелеклелек, әҙәп бер ҡасан да, бер заманда ла үҙенең баһаһын юғалтмай торған мәңгелек ҡиммәттәр...🤘
Таңсулпан Рәсүл