Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Декабрь 2023, 12:41

Икенсе ҡатын. Айгиз Сафа

Белмәйем, минең ошо яҙасаҡтар, бәлки, күптәргә оҡшап етмәҫ. Ир түгелһең, тип тә, бәлки, көлөрҙәр. Әммә ҡайһы бер нәмәләргә асыҡлыҡ индереүҙе һәм ҡайһы бер нәмәләрҙән иҫкәртеүҙе өҫтөмдә ятҡан бурыс тип күрәм.

Белмәйем, минең ошо яҙасаҡтар, бәлки, күптәргә оҡшап етмәҫ. Ир түгелһең, тип тә, бәлки, көлөрҙәр. Әммә ҡайһы бер нәмәләргә асыҡлыҡ индереүҙе һәм ҡайһы бер нәмәләрҙән иҫкәртеүҙе өҫтөмдә ятҡан бурыс тип күрәм, сөнки күп кенә яҙмаларымда элек үҙем дә бүтәндәрҙе күп ҡатынлылыҡҡа һуҡырҙарса саҡыра торғайным. Хәҙер хаталар өҫтөндә эш эшләп алырға рөхсәт итегеҙ.

Йәшерен-батырын түгел, күп ҡатынлылыҡ – ҡәрҙәштәрҙең иң яратҡан, иң күп һөйләшкән темаларының береһе. Бәлки, иң-иңелер ҙә. Әммә бәғзе берәүҙәр өсөн был ни бары шаярышып-көлөшөп алыу өсөн һылтау ғына булһа (диндә булмаған ирҙәр ҙә үҙ-ара йыйылышҡанда юҡ-бар нәмә һөйләшеп көлөшөп алалар бит, шуның һымаҡ), кемдәрҙелер иһә ошо шаярышыуҙар етди уйға, ҡәтғи ҡарарҙарға этәрә. Бигерәк тә – бөтә нәмәгә идеалистик күҙлектән (ә реалистик түгел) ҡарап өйрәнгән ҡәрҙәштәрҙе һәм дингә яңыраҡ килгән, барлыҡ шәриғәтте бер көндә атҡарып сығырға тип янып йөрөгән "утлы" йөрәктәрҙе. "ӘлхәмдүлиЛләһ, кисә дингә баҫтым, ә бөгөн икенсе ҡатын тураһында уйлай башланым", – тигән көләмәстәге кеүек.

Беренсенән, күп ҡатынлылыҡ – ул бөтәһенең дә артынан килә торған эш түгел. Икенсе ҡатын тураһында һәр ҡәрҙәш һәр мөйөштә һөйләгәндән, был шундай анһат, теләһә кем һис бер ҡыйынлыҡһыҙ атҡара алғандай еңел генә сөннәт һымаҡ тойола башларға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта, был эштә ауыҙҙары бешкән өлкән ағайҙар һәм хәҙрәттәр, иғтибар итһәгеҙ, күпкә һағыраҡ һөйләй һәм ауыҙҙарын үлсәп кенә аса, егеттәрҙе ҡабаланмаҫҡа һәм һәр нескәлеккә диҡҡәт итергә, ихтимал булған һәр эҙемтәне энәһенән ебенә ҡәҙәр ныҡлап үлсәргә саҡыра. Эйе, уларҙың тауыштары көсһөҙ генә ("ирҙәр һөйләшеүе" булып һаналған был темала "ир түгел" булып күренергә оялаларҙыр ҙа, бәлки), әммә был һорауҙа тап уларҙың нәсихәттәренә нығыраҡ ҡолаҡ һалырға өндәр инем. Сөнки улар, яңғырауыҡлы "буш биҙрәләрҙән" айырмалы рәүештә, нимә тураһында һөйләгәнен белеп һөйләй.

Икенсенән, үҙҙәре икенсе ҡатын алған һәм аҙаҡ ике ғаиләһе менән дә татыу йәшәп китә алған ирҙәр генә бүтәндәрҙе күп ҡатынлылыҡҡа өндәргә хаҡлы, тип уйлайым (ә бер тапҡыр ҙа икенсе ҡатын алып ҡарамағандар йә, икенсе ҡатын алып та, аҙаҡ ике ҡатынының береһе менән айырылыусылар түгел). Шуға күрә, төркөмдәрҙәме, селтәрҙәрҙәме, урамдағы һөйләшеүҙәрҙәме: "Егеттәр, ҡыйыу булығыҙ! Ана, күпме сестралар балалары менән яңғыҙ ҡалған! Шуларҙы икенсе ҡатын итеп алығыҙ!" – тип саҡыра икән, үҙенән: "Һин үҙең алдыңмы һуң? Алғас, йәшәп китә алдыңмы һуң?" – тип һорағыҙ. Юҡ икән – урыҫтар әйтмешләй, һауа һелкетмәһен. Шулай уҡ, берәй ҡатын да әгәр бүтән ҡатын-ҡыҙҙарға: "Берәй яҡшы иргә икенсе ҡатын булып сыҡ, был бит сөннәт", – тип өйрәтә икән (ышанмайһығыҙҙыр, әммә ундайҙар ҙа бар), уның үҙенән: "Һинең үҙ ирең икенсе ҡатын алғанмы һуң? Ул икенсе ҡатын алғандан һуң һин айырылышмайынса тороп ҡала алдыңмы һуң?" – тип һорағыҙ. Юғиһә, үҙе ҡайғырмайынса ғына, бүтән беренсе ҡатындарҙы ҡайғыртмаҡсы, үҙ ғаиләһен имен һаҡлап, бүтән мосолман парҙарҙы тарҡатмаҡсымы?..

Ошондай ирҙәргә һәм ҡатындарға ҡарата: "Эй һеҙ, иман килтергәндәр! Ни өсөн һеҙ үҙегеҙ эшләмәгән нәмәне һөйләйһегеҙ? Үҙегеҙ эшләмәгән нәмәне һөйләгәнегеҙгә Аллаһтың нәфрәте бик ҙур", – тигән Аллаһ (Ҡөрьән, 61:2-3). "Ниңә яҡшылыҡ тураһында һөйләйһегеҙ, уға саҡыраһығыҙ һәм хатта, бәлки, бының менән ғорурланаһығыҙ ҙа, әммә үҙегеҙ уны эшләмәйһегеҙ?" – ти әс-Сәғди, был аяттарҙы тәфсирләп. Һәм: "Бүтәндәрҙе яҡшылыҡҡа саҡырыусы үҙе ул эште эшләргә иң тәүгеләрҙән булып ынтылырға тейеш", – тип ҡуя. Бүтәндәрҙе өндәп, ҡотортоп, үҙеңә ситтән генә күҙәтеп ятырға түгел.

Әлбиттә, кешеләргә күп ҡатынлылыҡҡа ҡағылышлы фиҡһ нескәлектәрен һәм аят-хәҙистәрҙең мәғәнә-шәрехтәрен аңлатыусы ғалимдарға, хәҙрәттәргә был ҡағылмай. Ә һуҡырҙарса, йәнатарлыҡ (фанатизм) менән саҡырыу тураһында һүҙ. Тирә-яҡтағы ысынбарлыҡты, бөгөнгө башҡорт мосолмандарының хәлен иҫәпкә алмайынса, йәғни. "Башҡортостанда хәлифәлек урынлаштырам", тип күпме егеттәр һәм ҡыҙҙар буштан-бушҡа төрмәгә оҙатылған кеүек, "башҡорт халҡы араһында күп ҡатынлылыҡ сөннәтен тергеҙәм", тип нисәмә мап-матур ғаилә тарҡалды йә, тарҡалмаһа ла, беренсе ҡатындары ҡан илап, ирҙәр аҙаҡ икенсе ҡатындарын кире айырып ебәреү менән "ҡотолдо". Йә, хәҙер әйтеп ҡарағыҙ, шаярышып-көлөшә торған һораумы был, әллә үтә лә ныҡ етдиме?

Ауыҙҙары бешкән хәҙрәттәр (хатта ғилемле-ғилемле хәҙрәттәрҙән дә әллә нисәүһе икенсе ҡатын алып, кире айырҙы): "Егеттәр, абай булығыҙ, эш ябай түгел", – тигән саҡта, егеттәр: "Ә беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!" – тип шаярыуын дауам итә ине, ағайҙарҙың: "Ҡатындар үҙ-үҙҙәрен үлтерер сиккә барып етә", – тигән киҫәтеүҙәрен: "Сөннәтте һәм шәриғәтте яратҡан ҡатын-ҡыҙҙарға бындай хәүеф янамай!" – тип кире ҡағалар ине, әммә яңыраҡ үҙем тап ағайҙар тасуирлағанса ҡот осҡос күренештәрҙе үҙ күҙҙәрем менән күргәс, йәштәрҙең ни тиклем хаталанғаны, ә "тәжрибәле" хәҙрәттәрҙең ни тиклем дөрөҫ һөйләгәне асыҡланды, пәмбә күҙлектәр һалынды. Әлеге мәҡәләгә лә тотоноуымдың сәбәбе шул: белмәгән нәмәмә өндәгәнмен – төҙәтергә кәрәк.

Эш бында байлыҡта ла, һаулыҡта ла, шәриғәтте ҡабул итеү-итмәүҙә лә түгел, егеттәр. Әммә шәриғәт ҡайҙа ла, беҙҙең бөгөнгө башҡорттар ҡайҙа? Шәриғәт бер ярҙа, беҙ – икенсеһендә. Әгәр, шәриғәтте тормошҡа ашырам тип, икенсе ярға ҡатыныңдың яурынына ултырып ҡына йөҙөп сығырға уйлаһаң, "күтәрер әле, сәсәһә лә түҙер, ул да бит шәриғәтте ярата", тип хыялланһаң, бел, алдан иҫкәртәм: уларға был кәрәкмәй. "Бындай ауырлыҡты мин күтәрә алмайым. Артабан үҙең минһеҙ генә йөҙ инде", – тип һине ярты юлда һыуға ташлап, кире сығып китәсәк. Сөнки улар "ләхеткәсә мөхәббәт" шиғарҙары менән тәрбиәләнеп үҫкән. "Мине яратҡан ир нисек икенсе ҡатын менән йоҡлай алһын?" – тип уйлайҙар, тыштан әйтмәһәләр ҙә, эстән быны хыянат кеүек күрәләр. "Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ Ғәйшәне яратһа ла, уның артынса тағы туғыҙ ҡатын алған, әммә Ғәйшәне яратыуҙан туҡтамаған", – тигән хәҙистәр дәлил булып тормай, сөнки Джади, Джульетта һәм Джоли быны "хыянат" ти. Хөкүмәт тә: "Айырылышыуҙан ҡурҡмағыҙ, миңә килегеҙ, балаларығыҙҙы ла, үҙегеҙҙе лә үҙем ҡараясаҡмын, ул ирҙән алиментын да түләтәсәкмен", – ти. (Хәйер, был башҡорттарҙа ғына түгел, хәҙер хатта ғәрәптәрҙә лә ошо хәл).

Шуға, егеттәр, ҡатыным яулыҡ ябынды, намаҙға тотондо, хәҙер икенсе ҡатын алып ҡайтһам да була, тип тышҡы ғәләмәттәргә таянып ҡына план ҡормағыҙ. Шәриғәт беҙҙең ярҙа урынлаштырылмайынса, ҡыҙҙар бәләкәй саҡтарынан (хәйер – хатта малайҙар ҙа) Көнбайыш мелодрамаларында түгел, ә Ислам рухында тәрбиәләнмәйенсә, балалар баҡсаһы, мәктәп, мәғлүмәти мөхит, ғаилә эсендәге өҫтөнлөктәр (приоритеттар) – бөтәһе лә дин рухы менән һуғарылмайынса, бөгөнгө ҡәрҙәшбикәләрҙән тота килеп "дин хаҡына ҡаһарманлыҡтар" талап итеү урынһыҙыраҡ. Таң атмайынса таңғы намаҙ уҡылмаған кеүек, һәр фарыздың үҙ шарты, ҡояш байығанда мәсет намаҙы уҡылмаған кеүек, һәр сөннәттең үҙ ваҡыты. Ваҡиғаларҙы үтә ашыҡтырмайыҡ.

Эйе, күп ҡатынлылыҡты ҡабул иткән һәм 2-3-4 ҡатындың береһе булып татыу йәшәгән башҡорт ҡатындары бар, тиҙәр (шәхсән үҙем дә шундай бер ғаиләне беләм). Әммә, ҡыҙғанысҡа күрә, бәлки, ун ғаиләнең береһе генә шулай татыу йәшәп китә алалыр, ҡалған туғыҙы иһә айырылышыу менән барып бөтә – йә беренсеһе, йә икенсеһе, йә икеһе менән дә (үҙем күреп йөрөгәндәрҙән). Әрләһәгеҙ ҙә, көлһәгеҙ ҙә, әммә бөтә фарыз һәм сөннәтәрҙән тап ошо сөннәткә сат йәбешеү арҡаһында ғаиләләр тарҡалыуын, балаларҙың ата тәрбиәһенән мәхрүм ҡалыуын, йәмғиәттә мосолмандар тураһында насар фекерҙәр таралыуын һәм башҡаһын – бөтәһен дә төҙәтелергә тейешле алама ынтылыш күрәм. Һәм күп ҡатынлылыҡты тик тәжрибәлеләр, баштарынан үткәндәр генә һөйләргә хаҡлы булған бик етди, үтә лә сетерекле һорау һанайым. Ураған һайын шул турала шаяртып, йәш егеттәрҙе (хәйер – ҡарттарын да) ҡотортмағыҙ, тарҡалған парҙар рәнйешен алмағыҙ.

Яҙғандарым 100% хаҡ, тимәйем. Үҙем дә аңлап торам: күберәге хистәргә таянып яҙылды. Һәм быға тиклем нисә ҡәрҙәш ошо мәсьәлә арҡаһында беренсе ҡатыны менән айырылышһа, бынан һуң да әллә нисәүһе тағы айырылышыр, ҡолаҡ һалмаҫтар. Әммә ошо яҙғандарҙы кемдер уҡып, етдирәк уйланып, бының еңел генә бер эш түгеллегенә төшөнөп, ары аҙымдарын үлсәп кенә баҫа алһа, һәм шул сәбәпле ғаиләһе тарҡалмай һаҡланып ҡалһа, үҙ өҫтөмдән элекке бер ҡатлы, хаталы, "яңғырауыҡлы" саҡырыуҙарым өсөн бурыс төштө, тип һанар инем. Их, ҡана һуң… Шул уҡ ваҡытта тәнҡит өсөн асыҡмын. Икенсе ҡатын алып, ике ғаиләһе менән дә айырылышмай йәшәп китә алған ирҙәрҙән (һәм шундай ғаиләләге ҡатын-ҡыҙҙарҙан – ирҙәре аша) – әгәр улар был мәсьәлә тураһында бүтәнсәрәк уйлай икән – канал ботына йә шәхсән хаттар көтөп ҡалам, яҡшыларын каналда ла баҫтырырбыҙ. Аллаһ бөтәбеҙгә лә ғаилә бәхете бирһен!

Читайте нас: