Рубриканың тәүге ҡунағы – журналист, прозаик Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡов.
Билдәле булыуынса, быйыл май айында Өфөлә уҙған тәүге халыҡ-ара “Китап” йәрминкә-фестивалендә Башҡортостан менән Беларусь Республикаһы араһында әҙәби хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Шул уңайҙан “Ағиҙел” журналы белорус яҙыусылары Елена Стельмах, Ирина Карнаухова, Нина Фроловаларҙың хикәйәләрен тәҡдим итә.
“Әҙәби мираҫ” рубрикаһында яҙыусы Мөслим Әбсәләмовтың быға тиклем бер ҡайҙа ла донъя күрмәгән “Мөғәллим” романы (“Хәлфә” романының дауамы) урын ала. Яҙыусының ҡыҙы – Светлана Әбсәләмова шулай тип белдерә: “...папкалар араһында иң ҙур табышым “Хәлфә” романының дауамы – “Мөғәллим” булғандыр. Атайымдың трилогия тип ниәтләгән әҫәренең икенсе өлөшөн ҡасан, ни арала яҙа башлауын апайым менән белмәнек тә, беҙгә һөйләмәне лә. Шуға ла был беҙҙең ғаилә өсөн көтөлмәгән оло бүләк булды. Ҡәҙерле кешемдең һиҙгер һәм мәрхәмәтле йөрәге менән ижад ителгән был әҫәре яҡташтарым өсөн дә, остаздарын хөрмәт иткән һәр уҡыусыға фәһемле булыр, тип ышанам”.
Шағирә, дәүләт эшмәкәре Йомабикә Ильясованың шағир, яҙыусы Муса Ғәли хаҡындағы хәтирәләре лә битараф ҡалдырмаҫ һеҙҙе, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ.
Күренекле журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Марсель Ҡотлоғәлләмовтың был һанда урын алған “Игенселәр” мәҡәләһе лә бик уҡымлы.
Яҙыусы Мөнир Ҡунафиндың “Ҡыҙарып сейәләр бешкән мәл ине...” тигән юлъяҙмалары махсус операция биләмәһенән реаль ваҡиғаларҙы яҡтыртыуы менән уҡыусыларҙың күңелен арбағайны. Октябрь һанында яҙмаларҙың аҙағы менән танышырһығыҙ.
Был көндәрҙә ғалим, әҙәбиәт белгесе Миңлеғәли Нәҙерғолов 70 йәшен билдәләй. Уның “Мәжит Ғафури тураһында улы Әнүәрҙең хәтирәләре” тигән мәғлүмәттәргә бай, эксклюзив мәҡәләһе күңелегеҙгә хуш килер, тип ышанабыҙ.
“Беҙҙең календарь” рубрикаһында ғалим Ғиниәтулла Ҡунафиндың “Заман тауышы” тигән мәҡәләһе тәҡдим ителә. “Бөйөк Ватан һуғышынан имен-аман ҡайтҡан 30 яҙыусының бөгөн инде береһе лә иҫән түгел. Әгәр ҙә тәбиғәт, Хоҙай шундай ҡөҙрәт биргән булһа, башҡорт әҙәби-мәҙәни донъяһы быйыл уларҙың дүртәүһенең 100 йәшен билдәләр ине. Эйе, шатланып билдәләрлек, баһаларлыҡ ысын ҡәләм оҫталары улар Ғилемдар Рамазанов, Хәким Ғиләжев, Муса Ғәли, Зөлфәр Хисмәтуллин атлы был ижади шәхестәр”, – тип билдәләй автор һәм әҙиптәр хаҡындағы йылы хәтирәләре менән уртаҡлаша.
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, ни сәбәптәндер “Ағиҙел”гә яҙылырға онотһағыҙ, подписканы һәр ваҡыт дауам итеү мөмкинлеге бар, ул саҡта инде журнал һеҙгә киләһе айҙан килә башлаясаҡ. Ә инде редакциябыҙҙан килеп алып йөрөү шарты менән айына ни бары 96 һумға ғына яҙылырға була.
Берҙәм булайыҡ!