Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Сентябрь 2023, 13:07

ҠЫШҠЫЛЫҠҠА ТӘМЛЕ ҠАБАҠ САЛАТЫ

Ҡышҡы көндәрҙә ошо тәмле салат менән ҡыуандырығыҙ яҡындарығыҙҙы!

Кәрәк буласаҡ:
 Ҡабаҡ 1,5 кг
 Һуған 1 кг
Татлы борос
 Кишер
 Помидор 1 кг
 Дөгө ярмаһы 250 г
Тоҙ 4 аш ҡалаҡ
 Шәкәр 100 г
 Көнбағыш майы 200 мл
 Аш һеркәһе 70% 1 бал ҡалаҡ

Әҙерләү:
Салат әҙерләү өсөн ҡабаҡты шаҡмаҡлап, һуғанды ярым түңәрәкләп, боросты оҙонсалай һәм помидорҙы өлөшләп турарға, кишерҙе ҡырғыстан үткәрергә, ә һарымһаҡты мөмкин тиклем ваҡларға. Барыһын бергә ҙур һауытҡа һалып, тоҙ, май һәм шәкәр өҫтәп бешерергә. Йәшелсә ҡайнап сыҡҡас, дөгө өҫтәргә һәм бутай-бутай бер сәғәт ҡайнатырға. Әҙер булғас, банкаларға һалып, ҡапҡасын ябырға.

Читайте нас: