500 гр помидорҙы, 500 гр татлы боросто, 300 гр һарымһаҡты, 200 гр әсе боросто ит үткәргес аша үткәрәбеҙ. Шуға 50 гр "Хмели-сунели" тәмләткесе, 150 гр тоҙ, 2 аш ҡалағы шәкәр, 0,50 мг шыйыҡ май һалып яҡшылап болғайбыҙ.
Бәләкәйерәк банкаларға тултырһаң яҡшыраҡ, мин шул массаға һуңынан бер таблетка аспирин иҙеп һалам.Ул ҡабартмай, иҙән аҫтында ла яҡшы һаклана, хәйер, оҙаҡ тормай, бик тиҙ бөтә ул, тәмле булғас.
Розалия Ибраһимова