Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Сентябрь 2023, 21:02

“Ағиҙел” журналының 9-сы һанына күҙәтеү

Журналдың сентябрь һаны хәҙерге прозабыҙҙы сағыу ижадтары менән байытҡан, күркәм ғүмер байрамдарын билдәләгән яҙыусыларыбыҙ Миләүшә Ҡаһарманова, Гөлнара Мостафиналарҙың хикәйәләре менән асыла. Яҙыусы, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафиндың “Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине” очерк-юлъяҙмаһында һүҙ Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларына эш сәфәре, махсус операция барышы, дәһшәтле ваҡиғалар, төрлө яҙмыштар хаҡында бара.

“Ағиҙел” журналының 9-сы һанына күҙәтеү
“Ағиҙел” журналының 9-сы һанына күҙәтеү

Билдәле яҙыусы Иҙрис Мөҙәрис-Ноғмановтың “Бар ғүмерҙәр һыйған саҡта...” тигән роман-хәтирәһен уҡыусыларыбыҙ яратып ҡабул итте. Был һанда ла әҫәр дауам итә.

“Шиғриәт” рубрикаһында шағирә, мәғариф ветераны Миңлегөл Хисамованың өр-яңы шиғырҙары менән танышырһығыҙ.

Шулай уҡ был һанда Башҡортостандың халыҡ шағиры, журналист, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаеваның “Ғүмер үҙе – фәһемле һәм моңло шиғриәт ул” тигән хәтирәләре, уйланыуҙары урын ала.

Яҙыусы, драматург Зөһрә Бураҡаеваның “Сценарист яҙмалары” ла бик мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы.

“Тел хикмәттәре” рубрикаһында яҙыусы, ғалим-филолог, журналист Ниязбай Сәлимовтың туған телебеҙ торошо хаҡындағы бик фәһемле һәм төплө мәҡәләһе тәҡдим ителә.

Ғалимә Луиза Кирәеваның “Янып бөтөп көлгә әйләнгәнсе, өлгөрһәксе шифа тамсы булып тамырға...” тигән мәҡәләһендә шағирә Миңлегөл Хисамованың ижадына байҡау яһала.

Шағир Иҙел Хәлимовтың “Зауыҡ” рубрикаһында урын алған шиғырҙары, шағирә, яҙыусы Айһылыу Йәғәфәрованың “Балалар әҙәбиәте” рубрикаһындағы әҫәрҙәре лә күңелегеҙгә хуш килер, тип ышанабыҙ, хөрмәтле дуҫтар.

Билдәле публицист Миләүшә Годбодь яҙмалары Яҡуп Ҡолмойҙоң тормошо һәм ижадына арналһа, “Беҙҙең календарь” рубрикаһында яҙыусылар Рәйес Ғабдрахманов, Гүзәл Хамматова хаҡында һүҙ бара.

Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, ни сәбәптәндер “Ағиҙел”гә яҙылырға онотһағыҙ, подписканы һәр ваҡыт дауам итеү мөмкинлеге бар, ул саҡта инде журнал һеҙгә киләһе айҙан килә башлаясаҡ. Ә инде редакциябыҙҙан килеп алып йөрөү шарты менән айына ни бары 96 һумға ғына яҙылырға була.

Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!

 

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: